Йомағужина Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йомағужина Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы
Сәхиә
Йомағужина Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

малсы

Тыуған көнө:

30 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Сүрәкәй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Йомағужина Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы (30 март 1938 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Көмөш миҙалына лайыҡ булыусы (1987).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы Йомағужина 938 йылдың 30 мартында БАССР-ҙың Малаяҙ (хәҙер Салауат) районы Сүрәкәй ауылында[1] тыуған.

Белеме — 7 класс.

Хисамова Сәхиә ғаиләләрендә 7-се бала була. 1942 йылдың ғинуарында атаһын һуғышҡа алалар. Апалары күрше Йүрүҙән ҡалаһындағы хәрби заводта эшләгән дәүерҙә, бер телем икмәк биргәндәре өсөн, баҡма итеп, кинйә һеңлеләре Сәхиәне үҙҙәре менән алып китә торған булғандар. Сәхиә апайҙың ауыр һуғыш йылдары тураһындағы хәтирәләренән:

Аҙағыраҡ икмәкте карточка буйынса бирҙеләр. Атай һуғышта, инәйем таң һарыһынан киске эңергә саҡлы эштә йөрөй. Беҙ Ғабиҙулла ағайым менән икәүләп донъя көтәбеҙ. Ағайым бәләкәй сана менән утын ташый, ә мин уны хәлдән килгән тиклем тураҡлай инем. Бер ваҡыт шулай, утын ватам тип, аяғымды балта менән саптым

.

Сүрәкәй башланғыс мәктәбен тамамлағас, Сәхиә Ҡалмаҡол ете йыллыҡ мәктәбендә, шунан Тирмән ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 16-18 йәшендә күрше Баҡал ҡалаһында ярҙамсы хужалыҡта эшләй. Мөрсәлим тимер юл станцияһында эшләй бер аҙ. 1958 йылда колхоз фермаһында малсы булып эшләүсе уңған егет Әбнәсир Әүхәҙи улы Йомағужинға кейәүгә сыға. Башта XXI партсъезд исемендәге колхозда төрлө эштәрҙә (бесән сабыу, йыйыу, уңыш йыйыу осоронда — келәттә эш) хеҙмәт итә.

1971 йылдан ирле-ҡатынлы бергә XXI партсъезд исемендәге колхозда быҙау ҡараусы булып эшләйҙәр һәм, хаҡлы ялға сыҡҡансы, был изге эшкә тоғро ҡалалар. Алһыҙ-ялһыҙ, көнө-төнө тир түгәләр. Иртәнге 4-тән тороп эшкә баралар һәм ҡайһы саҡта төнгө 10-да йә 11-ҙә генә өйгә ҡайта торған була улар. Бөтә Союз социалистик ярышында яулаған оло ҡаҙаныштары һәм малсылыҡта малдарҙы үрсетеү буйынса йөкләмәләрен арттырып үтәгәндә күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы 1975 йылдың 10 февралендә Салауат районының «Чемпион быҙау ҡараусыһы» тигән почётлы исемгә лайыҡ була.

Шулай уҡ 9-сы (1975) һәм 10-сы (1980) биш йыллыҡтарҙы үтәгәндә ҙур хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн «Ударник» маҡтаулы исеме, билдәһе, таныҡлыҡтары менән, 1976 йылдан 1980 йылға саҡлы «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәһе һәм таныҡлыҡтары менән бүләкләнгән.

Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы маҡтаулы малсы ғына түгел, ә хәстәрлекле әсәй ҙә. Тормош иптәше Әбнәсир Әүхәҙи улы менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр һәм уларға һөнәр алырға ярҙам иттеләр. Бөтә балаһы ла эшсе исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә. Улдары Сулпан- электровоз машинисы, Йомаҙил — тимер юлда иретеп йәбештереүсе, Ильяс — Межгорье ҡалаһында юл төҙөү эшендә, Нияз — слесарь-машинист. Ҡыҙҙары Мәрфуға Ишембай ҡалаһында трикотаж фабрикаһында, Зөлфиә Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһында эшләй.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1987 йылғы СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Көмөш миҙалына лайыҡ[2].
  • 1976 йылда «Иген һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе һәм дәүләткә һатыуҙы арттырыу буйынса план һәм социалистик йөкләмәләрҙе уңышлы үтәгәне өсөн» БАССР Юғары Советы Прездиумының Почёт Грамотаһы менән билдәләнгән[3]
  • II дәрәжәле Әсәлек миҙалы[4]
  • Хеҙмәт ветераны[5]
  • 1975 йыл — 9-сы биш йыллыҡ ударнигы
  • 1980 йыл — 10-сы биш йыллыҡ ударнигы[6]
  • 1976, 1677, 1978, 1979, 1980 йылдарҙағы «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәләре һәм танытмалары
  • 1974 йылда өлгәшкән һөҙөмтәһе буйынса Салауат районының «Чемпион быҙау ҡараусыһы»[7].
  • XXI партсъезд исемендәге колхоздың Сүрәкәй МТФ-һының алдынғы һауынсыһы, хеҙмәтендәге юғары күрһәткестәре, социалистик йөкләмәләрен арттырып үтәгәне өсөн, колхоз идараһының һәм КПСС-тың Салауат районы комитетының һәм Салауат районы башҡарма комитетының тиҫтәләгән почёт грамоталары менән наградланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://ba.wikipedia.org/wiki/Яңы_Сүрәкәй
  2. Удостоверение № 10495, Главный комитет ВДНХ СССР. Постановление «За достигнутые успехи в развитии народного хозяйства» от 7 июля 1987 года, № 635-Н
  3. Указ Президиума Верховного Совета БАССР от 31 марта 1977 г.
  4. серия 3 № 125200, Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 июля 1971 года
  5. и Удостоверение серия Ц № 825920 к медали от 24 марта 1998 года
  6. № 328 от 28 июня 1980 года
  7. Постановление от 10 февраля 1975 года. Секретарь РК КПСС Р. Мухаметдинов, председатель исполкома райсовета Б. Яруллин