Йома Йәмиғ (Евпатория)
Йома Йәмиғ | |
Нигеҙләү датаһы | 1564 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Йома намаҙы |
Дәүләт |
Украина[1] Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Евпатория[d] |
Урын | Улица Революции[d] |
Әҫәр заказсыһы | Девлет I Герай[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | эзбизташ |
Архитектор | Синан[2][3] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Украины[d], объект культурного наследия России федерального значения[d] һәм памятник архитектуры национального значения Украины[d] |
Йома Йәмиғ Викимилектә |
Йома йәмиғ мәсете (рус. Джума́-Джами́(ҡырымтат. Cuma Cami), шулай уҡ Хан-Джами́ (ҡырымтат. Han Cami) — Евпаториялағы йома йәмиғ мәсете, ҡаланың төп мәсете. Федераль әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекты.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет Евпатория ҡалаһының Ҡараев исемендәге паркы биләмәһендә урынлашҡан, ҡалҡыулыҡта, ул ярҙан да, диңгеҙҙән дә яҡшы күренә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йома Йәмиғ мәсете Дәүләт I Гәрәй хан заманында Геҙләү (Гезлёв) биҫтәһендә 1552 йылда һалынған.
Мәсет төҙөлөп бөткән ваҡытынан күп тапҡырҙар үҙгәртелгән, реставрациялауҙар булған. Бер нисә йыл элек мәсет бинаһын тулыһынса тергеҙеү буйынса, бөтә ғилми сығанаҡтарға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы реставрация үткәрелгән. Мәҫәлән, 1985 йылдауамында 1836 йылда һәм уға тиклем 1665 йылда емерелгән ике манара тулыһынса аяҡҡа баҫтырылған[4].
Совет власы йылдарында дини учреждение булараҡ ябылған һәм мәсет ауыл хужалығы продукцияһы, һуңынан төҙөлөш материалдар келәте итеп файҙаланылған, 20 быуаттың 80 йылдар уртаһынан алып - архитектура ҡомартҡыһы һәм музейы, ә 1990 йылдарҙа диндарҙарға кире ҡайтарыла.
2014 йылдың авгусында элек Ҡырым мосолман диниә назараты структураһында (ДУМК) эшләгән мәсет имамы, ДУМК составынан сығыуы һәм «Таврия мөфтиәте» буйһоноуына күсеүе тураһында иғлан итә . Был мөфтиәт структураларында, башлыса, хәбәшиҙәр эшләй. ОЙәмәғәт ағзаларын яңынан һайлау үткәргәндән һуң «Хан Йәмиғ» мәсетенең милке «Таврия мөфтиәте» ҡулына күсә. 2015 йылдың июлендә Ҡырым республикаһының Юғары Суды ДУМК-ның милеккә хоҡуғын раҫлай һәм «Таврия мөфтиәте» вәкилдәрен мәсеттән китеүен талап итә[5].
2016 йылда аласаҡ Рәсәй Банкыһы тарафынан «Рәсәйҙең архитектура ҡомартҡылары» серияһында мәсеткә бағышлап 3 һумлыҡ номиналлы көмөш тәңкә сығарылған[6].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғибәҙәтхана өҫкә табан киңәйтә барып һалынған, ихтимал, Истанбулдағы Ая-Суфия мәсете өлгө итеп алынғандыр. Архитекторы - Мимар Синан. Терәк өлөштәр эзбизташтан һалынған, әммә төп материал булараҡ ҡабырсаҡ тоҡомдар ҡулланып төҙөлгән. Мәсет — үҙәк көмбәҙле бина, планда квадратҡа яҡын, көнсығыш менән көнбайыштан, ике төкөтмә манара. Ике яруслы ҡабырғаларына һирәк тәҙрәләр ҡуйылған, улар ике ҡатлы галереяларҙы яҡтырта.Үҙәк зал 22 метр бейеклектә,16 тәҙрәле мөһабәт көмбәҙ менән ҡапланған.
Совет власы йылдарында Йома Йәмиғ СССР-ҙың Европа өлөшөндә берҙән-бер мәсет күп көмбәҙле мәсет булған. 2015 йылдың октябренән мәсет федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарына индерелгән һәм Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты тип иғлан ителгән[7].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Йәмиғ мәсете эсе
-
Мәсеткә ингән урын
-
Миһраб
-
Мәсет алдындағы ҡәбер ташы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://xn----8sbflnaea1cfjhhepi9s.xn--p1ai/religioznie-sooruzenija/mechet-juma-jami.php
- ↑ https://ru.krymr.com/a/mechet-juma-jami-tugra/29593344.html
- ↑ Мечеть Джума-Джами. История Евпатории. От Керкинитиды до наших дней. Керкинитида, Гезлев, Евпатория. История города-курорта 2012 йыл 17 ноябрь архивланған. Ҡалып:Архивировано
- ↑ Суд Крыма обязал “Таврический муфтият” освободить мечеть Хан-Джами, IslamNews (11 июль 2015). 11 июль 2015 тикшерелгән.
- ↑ Монета Банка России. Мечеть Джума-Джами, г. Евпатория
- ↑ http://government.ru/media/files/XnNawtIgNdGfkAMwq9cweD5tE4N6miAy.pdf
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванов А. В. Евпатория: путеводитель. — Севастополь: Библекс, 2006. — 64 с ISBN 966-8231-67-8
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге рег. № 911510358930006 (ЕГРОКН) объект № 8230353000 (БД Викигида) |
- О мечети Джума-Джами (Хан-Джами) на сайте по истории города (недоступная ссылка — история). old.evpatoriya-history.info. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 10 март 2013 года. 2012 йыл 17 ноябрь архивланған.
- Свежие снимки и номера телефонов на сайте города 2016 йыл 23 апрель архивланған.
- Евпатория в энциклопедии «Города Мира» . panoramy.ru. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 10 март 2013 года. 2013 йыл 10 март архивланған.
- Ханская мечеть в Крыму передана мусульманам . portal-credo.ru (9 декабрь 2011). Дата обращения: 9 ғинуар 2011. Архивировано 10 март 2013 года. 2013 йыл 12 февраль архивланған.