Йомшаҡ тәндәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йомшаҡ тәндәр

Ҡыҙыл аяҡлы йомшаҡ тән (Cantharis rustica)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cantharidae Imhoff, 1856

Аҫ ғаилә

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  113837
NCBI  41097

Йомшаҡ тәндәр (лат. Cantharidae, (рус.  Мягкоте́лки ) — ҡанаттары булмаған йәки йомшаҡ ҡанаттары ғына була торған, тәндәре хитин менән ҡапланмаған ҡуңыҙҙар ғаиләһе[1]; төрлө аҙыҡ менән туҡланыусылар аҫ отрядынан ҡуңыҙҙар ғаиләһе.

Кәүҙә оҙонлоғо 15 мм-ға ҡәҙәр, яҫыланған, төксәләр менән ҡапланған. Кәүҙәнең тышҡы ҡапламы йомшак (исеме шунан). Төҫө ҡара, ҡыҙғылт-көрән йәки металл һымаҡ йәшел. Ҡайһы бер төрҙәрҙең инә заттарында өҫкө ҡанатлары юҡ. Мыйыҡтары еп һымаҡ йәки бысҡы һымаҡ. 3 меңдән артыҡ төрө билдәле, Рәсәйҙә — 200 гә яҡын. Айырыуса ҡоңғорт йомшаҡ тәндәр (Con¬tha¬ris fusca) йыш осорай. Кәүҙә оҙонлоғо 11—15 мм, ҡара төҫтә; башының алғы өлөшө, майыҡ урыны һәм ҡорһаҡ өлөшө һары-ҡыҙыл; ғәҙәттә, арҡаһының ян ҡыры уртаһында ҡара тап бар; аяҡтары тоташ ҡара. Ҡуңыҙҙар йәй башында күренә башлай, сәскәләрҙә йыш осорай; ҡорттары тупраҡта, һирәк кенә ағас ҡайыры аҫтында йәшәйҙәр. Йыртҡыстар. Бөжәктәр менән туҡланалар. Ҡорбандарын ҡаҙналыҡтары менәнт уратып алалар ҙа туҡымаларҙы эретә торған ферменттар керетәләр, һуңынан шайыҡ аҙыҡты һуралар. Элек был ғаиләгә утлы ҡуңыҙҙар ҙа керетелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]