Йондоҙҙар (фольклорҙа)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йондоҙҙар
Рәсем

Йондоҙҙар (дөйөм төрки телдә julduz) — халыҡ ижадында кеше яҙмышына бәйле, уның тормошона йоғонто яһаусы мифологиялы күк есемдәре. Башҡорттарҙың инаныуҙары буйынса, Һәр кешенең үҙ йондоҙо, бәхет йондоҙо була[1].

Легендалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар борон-борондан күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡта ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән. Күк йөҙөндә

йондоҙҙарҙың барлыҡҡа килеүе, йыһандағы хәрәкәт, Йыһан менән Ер тормошо араһындағы мөнәсәбәт мифологик легендаларҙа үҙенсәлекле сағылыш таба.

«Зөһрә ҡыҙ» легендаһы.

Айҙың ергә төшөүе, ер ҡыҙының күккә күтәрелеп, шунда йондоҙ булып ҡалыуы кешеләштерелгән, ә йәмғиәт тәбиғәтләштерелгән дәүер.

Йыһан менән ер, космик есемдәр менән кеше бәйләнеше төҫмөрләнә [2]


«Етегән йондоҙ» тураһында легендалар башҡорт халыҡ ижадында байтаҡ.

Бер легендала Етегән Алыптың сүмесе, икенсеһендә ете бүре, тип нарыҡлана.

Был йондоҙлоҡҡа бәйле икенсе вариант: «Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти. Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде электәрем тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-береһенә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ, тип атағандар».

Тимерғаҙыҡ йондоҙо (Полярная звезда) башҡорттарҙа күк көмбәҙенең үҙәге тип иҫәпләнеп, элек-электән ориентир хеҙмәтен үтәгән. Башҡортостан территорияһында был йондоҙ бер ҡасан да байымай һәм үҙ урынынан шылмай. Шуға күрә лә был йондоҙҙо башҡорттар борон-борондан Тимер ҡаҙыҡ, тип атап йөрөткән, йәғни тимер ҡаҙыҡ менән ҡатып ҡуйылған, шылмай торған йондоҙ, тигәндәр. Тимер ҡаҙыҡтың ошо уҡ сифаты менән бәйле икенсе исеме — Алтын бағана . Төндә ошо йондоҙға ҡарап башҡорттар тура юлды билдәләгән, аҙашмаған. «Ҡәнифә юлы» риүәйәтендә ҡаҙаҡтарҙан ҡайтыу өсөн Ҡәнифә исемле ҡыҙға тәрбиәсеһе: «- Бар ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңда булһын», — тип кәнәш бирә[3]. .

«Ғәйшә» легендаһында ла ҡаҙаҡ әсирлегенән ҡасып, тыуған иленә ҡайтып барған башҡорт кешеһенең аҙашмаҫ өсөн Тимерғаҙыҡҡа ҡарап бара.

Боронғо башҡорттар йондоҙҙарҙың һәр саҡ һауала тороуының сәбәбен дә аңлатырға тырышҡандар. Уларҙың ышаныуҙары буйынса, йондоҙҙар күк көмбәҙенә йыуан сылбырҙар менән нығытылып ҡуйылған, имеш[2].

Етегән — ете бүре Тимерғаҙыҡҡа бәйләнгән Һарат менән Буҙатты, ете ҡыҙҙы дейеү баҫтыра — тота алмайҙар. Тимерғаҙыҡҡа бәйләнгән ат образы һәм «Етегән йондоҙ — ете ҡыҙ» мотивы башҡа төрки халыҡтарҙың (төрөкмән, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ һ. б.) космогоник легендаларында ла урын ала.


Һәр кешенең үҙ йондоҙо, бәхет йондоҙо була тигән ҡараш йәшәгән. «Ҡаҙаҡтар араһы» исемле риүәйәттә һүрәтләнгән эпизод[2]:

Әсирлектән ҡасырға уйлаған башҡорт егете Төлкөбай күрәҙәсе әбейгә килеп, түбәндәгесә мөрәжәғәт итә: — Инәй, иң тәүҙә һин миңә шуны әйт: Яйыҡ йылғаһы ҡайһы яҡта? Уға юлды нисек табырға? Унан һуң шуны әйт: минең бәхет йондоҙом асылғанмы, юҡмы? Асылмаһа, ҡасан асыла? — һинең бәхет йондоҙоң ҙур байрам көндә асыла. Шул көндә тәүәккәлләмәһәң, һуң булыр, — ти күрәҙәсе әбей[3].

Ырым-ышаныуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йондоҙ атылыуҙың һөҙөмтәһен аңлатыусы ырым-ышаныуҙар:

Йондоҙ атылһа, берәү үлде, берәү тыуҙы, тип юрайҙар. Ҡайһы бер яҡтарҙа күктә йондоҙ атылыуҙы күрһәң, теләк теләп ҡалырға кәрәк, теләгең ҡабул була, тип тә әйтәләр.

Йондоҙ атылған мәлдә «минең йондоҙом күктә» тип, әйтеп ҡалырға ашыға, йәнәһе лә, күктә һәр кемдең йондоҙо бар, ул кешенең йәне, тип ышаналар, ул атылмайса, күктә генә ҡалырға тейеш, ә инде һинең йондоҙоң атылһа, бәлә-ҡазаға, тип юрайҙар.

Йондоҙҙар — ул кешеләрҙең йәне тигән боронғо ышаныуҙы сағылдырған йыр өҙөгө:

Быйыл мин үлермен инде,

Үлһәм, күмерҙәр инде.

Үҙем үлһәм, артымдан уҡ

Йондоҙом һүнер инде.


Сулпан йондоҙо юғалһа

Афәт сығыр булһа, был йоноҙ юғалып торор, ти.

Ҡойроҡло йондоҙ ҡалҡһа

Ҡайһы саҡта күктә Ҡойорҡло йондоҙ күренә. Ул ҡайһы яҡтан күренһә, шул яҡтан һуғыш ҡалҡа, ти[4].

Ҡош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер-береһенә тығыҙ урынлашҡан, бихисап йондоҙҙар иләүен Ҡош юлы, тип атайҙар (урыҫса Млечный путь).

Ҡош юлының килеп сығышы тураһында башҡорт легендаһында былай тиелә: "Бик борон булған хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, Һаҡмар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Элек уларҙы Һиндостан тигән ерҙән килә тип һөйләй торғайнылар. Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған, ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар, ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн,ҡауырһындарын сәсеп киткәндәр. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән . Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Тороп ҡалған торналар ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыр булғандар. Ҡош юлы тигәндәре ана шунан ҡалған ул ".

Һынамыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Етегән йондоҙ ҡараһыу булып күренһә, ямғыр булыр .

Йондоҙ исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венера планетаһын башҡорттар борондан Сулпан йәки Зөһрә йондоҙо, тип атай.

Башҡорттарҙа Аҡбуҙат , Күкбуҙат , Зөлфәр , Яҡты йондоҙ , Эңер йондоҙ , Өлкәр, Кәрлә йондоҙ, Һүнгән йондоҙ, Башмаҡ йондоҙ, Олтан йондоҙ, Һирән йондоҙ, Һүрән йодоҙ тигән йондоҙ исемдәре лә билдәле.

Етегәндә — ете ҡыҙ,

Ай янында — Зөһрә ҡыҙ,

Таң янында — Сулпан ҡыҙ,

Ун ике йондоҙ — ун ике ҡыҙ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]