Эстәлеккә күсергә

Йорт хайуандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йорт хайуандары
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы дикое животное[d]
 Йорт хайуандары Викимилектә

Йорт хайуандары — кеше ҡулға эйәләштергән хайуандар, мал, улар йорт янында аҫрала. Мал көнкүрештә ниндәйҙер файҙа килтерә, ҡайһы бер хайуандар күңел өсөн аҫрала. Йорт хайуандарының күпселеге еңел үрсей. Селекция ярҙамында кеше уларҙың тоҡомон яҡшырта, үрсемлеген арттыра.

Ғәрәп арғымағы

Дөйөм характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йорт ҡуяны

Йорт хайуандарының бер өлөшө (ауыл хужалығы хайуандары) туранан-тура кешегә матди табыш килтерә, мәҫәлән, аҙыҡ (һөт, ит), материалдар (йөн, тире) сығанағы булып тора. Икенселәре (эш малы һәм хеҙмәт хайуандары) эш функцияһы (йөк ташыу, һаҡлау һәм башҡалар) башҡарып, кешегә файҙа килтерә.

Икенсе ҙур категория — компаньон хайуандар, улар кешегә ҡәнәғәтлек бирә, күңелен күтәрә. Ҡала кешеләре өсөн йыш ҡына тап ошо категория «йорт хайуандары» булып тора ла инде. Күп ғаиләләрҙә улар дуҫ урынында, стресс тойғоһонан ҡотолорға ярҙам итә..

Аквариум балыҡтары

Йорт хайуандарын махсус биналарҙа (аҙбар, ат һарайы, эт ояһы) тоторға мөмкин, кешенең йорт эсендә лә йәшәйҙәр. Йорттарҙа йәшәүселәр өсөн ситлектәр, аквариумдар, террариумдар һәм башҡа төр йәшәү урыны булдыралар, ә икенселәре (мәҫәлән, бесәй, эт, кролик һәм хатта маймыл бина эсендә иркен йөрөй ала.

Файл:Кошка Лорена.JPG
Бесәй
Ҡош ашаусы үомәксе

Йортта "саҡырылмаған ҡунаҡтар" - төрлө хайуандар ҙа йәшәүе мөмкин. Улар файҙа килтермәү генә түгел, ҙур ғына зыян да һала ала. Мәҫәлән, ҡомаҡ, сысҡандар, тараҡандар, ҡырмыҫҡалар, ҡандалалар.

Йорт кәзәһе

Йорт хайуандары ҡырағай хайуандарҙан барлыҡҡа килгән. Күп ҡырағай хайуандарҙы, бигерәк тә йәш сағында, ҡулға эйәләштереп була, әммә йорт шарттарында улар ауыр үрсей, тоҡомдары булһа ла яңынан ҡулға эйәләштерергә кәрәк.

Ҡырағай хайуандарҙан айырмалы рәүештә, йорт хайуандары, ҡағиҙә булараҡ, тиҙ үрсей. Еңел, яҡшы үрсеүе - ыңғай сифаттары тураһында һөйләй.Уларҙы эйәләштерергә лә кәрәкмәй, кешеләр быуаттар буйы алып барған генетик селекция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сифаттары нәҫелдән бирелә.

Йорт хайуандарының төрҙәре — хайуандар донъяһы төрҙәрененең дөйөм һанына ҡарата сағыштырмаса ҙур түгел. Мәҫәлән, һөтимәрҙәрҙең ике меңдән ашыу төрө бар, йорт хайуандары бөтәһе яҡынса 40 төр генә. Әгәр йорт хайуандарының исемлегенән ошондай организмдарҙы (бөжәктәр бал ҡорто, кошениль, ебәк күбәләгенең ике—өс төрөн) һәм балыҡтың ике төрөн (алтын балыҡ һәм карп), алып ташлаһаң, ғәмәлдә «ысын» йорт хайуаны 27 генә ҡала.


  • Декоратив ҡомаҡтар
  • Йорт төлкөләре
  • Компаньон хайуандар
  • Ҡулға эйәләштереү
  • Тоҡом (малсылыҡ)
  • Эт аҫрау
  • Хонорик