Йосопов Марсель Жәлил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йосопов Марсель Жәлил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 26 сентябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (39 йәш)
Тыуған урыны Учалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө көрәшсе
Спорт төрө Спорт көрәше[d]

Йосопов Марсель Жәлил улы (26 сентябрь 1984 йыл) — Рәсәй спортсыһы, көрәшсе, йәмәғәтсе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы. Көрәш буйынса ике тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы. Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марсель Жәлил улы Йосопов 1984 йылдың 26 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы ҡалаһында тыуған.

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бил көрәше буйынса профессиональ көрәшсе. Уны Маресьев Алексей Петрович менән сағыштыралар: 10 йәшлек сағында ауыр ҡул йәрәхәте ала (ике ҡулы ла ныҡ ҡына һына), инвалидлыҡҡа дәғүә итә ала, әммә табиптарҙың тыйыуына ҡарамаҫтан, 14 йәшендә, маҡсатлы рәүештә, спорт менән шөғөлләнә башлай, был шөғөлө унан ҙур сыҙамлыҡ һәм ҡул көсөн талап итә. Күнекмәләрҙе ул атаһынан, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Ж. Д. Йосоповтан ала[1].

1999—2011 йылдарҙа спорттағы ҡаҙаныштары:

  • Көрәш буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы (2009—100 кг-дан юғары ауырлыҡта) FILA World Cup Danrho Alysh сиктәрендә[2][3][4][5], (2011 — вес свыше 96 кг) в рамках 2nd European Sports Games[6];
  • Үҫмерҙәр араһында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (1999 — 60 кг-ға тиклем ауырлыҡта , 2000 — 70 кг-ға тиклем ауырлыҡта, 2001 — 80 кг-ға тиклем ауырлыҡта);
  • көрәш буйынса Рәсәй чемпионы (2006[7] — 100 кг-ға тиклем ауырлыҡта);
  • Көрәш буйынса Бөтә Рәсәй Һабантуйы сиктәрендә үткән Бөтә Рәсәй турниры чемпионы (2007—100 кг-ға тиклем ауырлыҡта);
  • Көрәш буйынса Мәскәү Һабантуйы сиктәрендә үткән Бөтә Рәсәй йәштәр турниры чемпионы (2001 — 80 кг-ға тиклем ауырлыҡта);
  • Көрәш буйынса Халыҡ-ара «Урал кубогы» турнирының ике тапҡыр чемпионы (2007[8], 2009[9][10] — 100 кг-ға тиклем ауырлыҡта);
  • Көрәш буйынса үҫмерҙәр араһында 14 тапҡыр Башҡортостан чемпионы;
  • Көрәш буйынса өлкәндәр араһында 11 тапҡыр Башҡортостан чемпионы;
  • СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов призына үткәрелгән Бөтә Рәсәй турнирының 4 тапҡыр чемпионы, абсолют чемпионы (2002) ;
  • СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов иҫтәлегенә үткәрелгән Бөтә Рәсәй турниры чемпионы (2009[11] — 100 кг-ға тиклем ауырлыҡта);
  • Советтар Союзы Геройы Ж. Г.Сөнәғәтуллин призына үткәрелгән Башҡортостан Асыҡ турнирының 5 тапҡыр чемпионы;
  • Советтар Союзы Геройы Н. Х. Хазипов иҫтәлегенә үткәрелгән Асыҡ зона турнирының 2 тапҡыр чемпионы (2009—100 кг-ға тиклем ауырлыҡта, 2010[12][13] — 100 кг-дан юғары).

Спорттағы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көрәш буйынса Рәсәй Федерацияһы спорт мастеры.

Федерация тарафынан РФ-ның «Татарча корэш» милли спорт көрәше буйынса[14] 2009 йыл йомғаҡтарын барлағанда, Марсель Йосоповтың Европа чемпионатындағы еңеүе федерацияның төп спорт уңыштарының береһе тип билдәләнде[15], 2010 йылда көрәшсе спорт буйынса айырыусы ҙур уңыштары өсөн Силәбе өлкәһе тарафынан булдырылған «СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Х. М. Йосопов исемендәге премия» лауреаты исеменә лайыҡ була[16].

Спорт ойоштороусыһы һәм тренер булараҡ танылыу ала:

  • Силәбе өлкәһе Бил көрәше федерацияһының башҡарма директоры (2007—2011);
  • Силәбе өлкәһеһенең бил көрәше буйынса командаһы капитаны (2006—2011).

2008 йылда «физик культураны, йәштәр сәйәсәтен һәм спортты үҫтереүҙәге эшмәкәрлеге өсөн» Силәбе өлкәһе губернаторының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.

2011 йылдың сентябрендә көрәш ярышы карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә, ул үҙенең был аҙымын «еңелмәҫ булып китә белеү кәрәклеге һәм быны матур итеп атҡарыу тейешлеге» менән аңлата[17].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге, муниципаль һәм дәүләт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли йәмәғәт хәрәкәттәрендә: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ЧООО «Курултай башкир Челябинской области» 2012 йыл 21 апрель архивланған. (с 2006) и МСОО «Всемирный курултай башкир» 2016 йыл 10 ғинуар архивланған. (2011), делегаты (2010, 2015); 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президентының Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләре буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле була. Рәсәй төбәктәрендәге һәм яҡын сит илдәрҙәге Башҡорт диаспоралары вәкилдәре менән аралаша һәм бәйләнеш тота.

Мәрхәмәтлек акцияларында әүҙем ҡатнаша[18][19][20].

2011 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһының Учалы районы хакимиәтендә физик культура, спорт, туризм буйынса комитет рәйесе булып эшләй администрации Учалинского района, 2014 йылдың ғинуарынан Силәбе өлкәһе «Импульс» реабилитация-физкультура үҙәге директоры урынбаҫары, 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Йәштәр Сәйәсәте һәм спорт министрлығында спорт һәм резерв әҙерләү бүлеге начальнигы.

Биографияһынан һәм шәхси тормошонан мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005—2011 йылдарҙа Силәбелә йәшәй, аҙаҡ Учалыға әйләнеп ҡайта, 2014 йылда кире Силәбегә китә, унан һуң Өфөгә күсеп килә.

Силәбе дәүләт университетының юридик факультетында уҡый башлай, әммә Урал дәүләт физик культура университетына күсә һәм уны «физик культура һәм спорт» һөнәре буйынса тамамлай; 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетын «юрист» һөнәре буйынса тамамлай. Силәбелә спорт һәм йәмғиәт эштәре менән шөғөлләнгән ваҡытында коммерция структураларында юрист булып та эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Бурангулов Я. Заниматься борьбой куреш можно всю жизнь: интервью с Ж. Д. Юсуповым // Республика Башкортостан. 2009. 23 января. Архивировано 19 март 2012 года. 2012 йыл 12 ғинуар архивланған.
  2. Халиков Л. Россиянин победитель чемпионата Европы // Спортивная среда. 2009. 23 декабря. Архивировано 19 март 2012 года.(недоступная ссылка)
  3. Ситдыков Г. В Вильнюсе состоялся чемпионат Европы по борьбе кореш // Интертат.ру. 2009. 25 декабря.(недоступная ссылка)
  4. Горбунов А. Батыр Марсель // Медиазавод.ру. 2009. 29 декабря. Архивировано 19 март 2012 года.
  5. Григорьев Г. Заткнул за пояс конкурентов // Челябинский рабочий. 2010. 15 января. Архивировано 19 март 2012 года.(недоступная ссылка)
  6. Триумф российских борцов // Спортивная среда. 2011. 25 мая. Архивировано 19 март 2012 года.(недоступная ссылка)
  7. Ковязина М. Три медали привезли челябинские спортсмены с чемпионата страны // Челябинская служба информации. 2006. 26 декабря. 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. «Кубок Урала» по борьбе куреш состоялся в выходные // ГородФМ.ру. 2007. 26 ноября. Архивировано 19 март 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. Батыр, значит, победитель // Уралвидеоспорт.ру. 2009. 31 мая. Архивировано 19 март 2012 года.(недоступная ссылка)
  10. Команда Башкирии стала 1-й на всероссийском турнире по борьбе куреш // РИА Новости:Спорт. 2009. 1 июня. Архивировано 19 март 2012 года.
  11. В Малоязе завершился турнир по национальной борьбе куреш памяти Хариса Юсупова // Башпортал.ру. 2009. 26 августа. Архивировано 19 март 2012 года. 2012 йыл 22 июль архивланған.
  12. Исхаков Р. «Малая Родина» собрала друзей в Ачите // Олспорт.ру. 2010. 17 мая. Архивировано 19 март 2012 года.(недоступная ссылка)
  13. Васильев В. Заткнуть за пояс // Областная газета. 2010. 18 мая. Архивировано 19 март 2012 года.
  14. Федерация национальной спортивной борьбы «Татарча корэш»: официальный сайт 2019 йыл 16 июль архивланған.
  15. Халиков Л. Федерация борьбы «корэш» переизбрала президента // Спортивная среда. 2010. 26 февраля. Архивировано 19 март 2012 года. 2017 йыл 18 октябрь архивланған.
  16. Пономарева И. На Сабантуе среди лучших курашистов выберут абсолютного батыра // Уралпресс.ру. 2010. 24 июня. Архивировано 19 март 2012 года. 2016 йыл 18 апрель архивланған.
  17. Плеханова О. На чемпионате России в Челябинске из большого спорта проводят выдающегося борца на поясах // ИА Доступ. 2011. 14 сентября. Архивировано 19 март 2012 года.
  18. Фаттахова Л. В Челябинске состоится футбольный матч между воспитанниками детских домов и чемпионами спорта // 74-Регион.ру. 2009. 23 сентября. Архивировано 19 март 2012 года. 2010 йыл 16 июль архивланған.
  19. Иваненко Н. Копилка от чемпиона Европы // Медиазавод.ру. 2010. 25 февраля. Архивировано 19 март 2012 года. 2012 йыл 19 март архивланған.
  20. Кагарманова Б. Вәғәҙә – иман (на башк. яз.) // Йәшлек. 2011. 20 августа. Архивировано 19 март 2012 года.

Медиапортрет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]