Йосопов Рәшит Нурғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йосопов Рәшит Нурғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (62 йәш)

Йосопов Рәшит Нурғәли улы (15 июнь 1914 йыл — 1 август 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы элемтәсеһе[1], гвардия өлкән сержанты, ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Нурғәли улы Йосопов Баймаҡ районының Әмин ауылында Бибикамал һәм Нурғәли Йосоповтар ғаиләһендә 1914 йылдың 15 июнендә икенсе бала булып тыуа. Уға 4 йәш тулған мәлдә әсәһе баланан һуң вафат була. Өлкән ағаһы Ғәбделбарый менән ике үгәй әсә ҡулында үҫә[2].

Рәшит бала сағынан белемгә тартылған әүҙем егетте Темәс ауыл советы етәкселәре Омскиға агрономдар курсына уҡырға ебәрә. Унан ҡайтҡас, һуғыш башланғанға тиклем Рәшит Муллаҡай ауылында, Баймаҡ районы МТС-ында агроном, баш агроном булып эшләй[2].

Яу яланында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Йосопов һуғыш башланғандың тәүге көнөнән үҙ теләге менән фронтҡа китергә теләй. 1941 йылдың 7 декабрендә Баймаҡ районының хәрби комиссариаты йәш яугирҙы яңы ғына формалаша башлаған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составына ебәрә. Командирҙары, Рәшиттең һыбай оҫта йөрөүен иҫәпкә алып, уны элемтәселәр взводына индерә. Дивизия дошман тылына рейдтар менән инә. Полктар менән штаб араһында телефон бәйләнеше өҙөлгән мәлдә приказдар яҙылған пакеттарҙы, дошмандың позициялары аша үтеп, тапшырырға тура килә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рәшит Йосопов ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә[2].

Тыныс тормош һалдаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит ауылына 1945-се йылдың көҙөндә генә ҡайта. Күп тә үтмәй уны Баймаҡ МТС-ына участка агрономы итеп тәғәйенләп ҡуялар. 1948 йылдан 1953 йылға тиклем Баймаҡ МТС-ында баш агроном вазифаһын башҡара.

1953 йылдың февралендә Баймаҡ районы етәкселеге тәҡдиме буйынса «Урғаҙа» колхозы колхозсылары Рәшит Нурғәли улын үҙҙәренең рәйесе итеп һайлай[3].

Уның тырышлығы менән «Урғаҙа» колхозы район буйынса алдынғылыҡҡа сыға. Ул етәкләгән колхоз һәр йыл иген культураларынан юғары уңыш алыуға өлгәшкәне өсөн Рәшит Нурғәли улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1961 йылда «Йылайыр» игенселек совхозы ойоторола, һәм «Урғаҙа» колхозын ошо яңы хужалыҡҡа ҡушалар. Ә Рәшит Нурғәли улын Урғаҙа отделениеһының упраляющийы итеп ҡуялар[2].

Атаһы Нурғәли ҡаты сирҙән вафат булғас, Рәшит Нурғәли улы, кесе ул булараҡ, атай нигеҙендә йәшәү өсөн тыуған ауылы Әмингә ҡайта. 1974 йыл пенсияға сыҡҡансы «Һәүәнәк» совхозында һәм Темәс леспромхозында яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1973 йыл ҡаты ауырып китә һәм 1976 йылдың авгусында вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡатыны — Ишбирҙина Шәһәрбостан Ғариф ҡыҙы (Баймаҡ районының Иһән ауылы ҡыҙы).
  • Балалары — Суфия (21.07.1941), Мөхәммәт (09.03.1947).
  • Ейәндәре — Суфияның улы Марат Әүәлбаев (Баймаҡ районының Әмин ауылында йәшәй);
  • Мөхәммәттең балалары: Ғәзиз, Зәлифә, Юлдаш (Өфөлә йәшәйҙәр).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рамазан Утягулов. Беркуты Ирандыка. Сибай. 2012.стр. 95
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 [Өфө. БДУ-ның редакция-нәшриәт үҙәге. 2019.36-сы бит]
  3. Әмир Сәйғәфәров. Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы.Өфө. Китап. 2019. Т. 250. 90-сы бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рамазан Утягулов. Беркуты Ирандыка. Сибай. 2012. Печатный ценр «Зауралполиграфия». Т. 250 экз. С.106.
  • Марс Саньяров. Әминем — тыуған ерем. — Өфө. БДУ-ның редакция-нәшриәт үҙәге. 2019. Т. 50 экз. 263 б.
  • Әмир Сәйғәфәров. Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы. Китап. Өфө. 2019. 250 экз. 298 бит.