Йосопов Хәмит Ғәббәс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йосопов Хәмит Ғаббас улы битенән йүнәлтелде)
Йосопов Хәмит Ғәббәс улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 июнь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ниғмәтулла, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ғинуар 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Яр Саллы, Татарстан Республикаһы, Рәсәй
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Йосопов Хәмит Ғәббәс улы (15 июнь 1917 йыл — 21 ғинуар 1993 йыл) — Салауат нефть химияһы комбинаты төҙөлөш механизацияһы идаралығының төҙөлөш буйынса контораһы бульдозерисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йосопов Хәмит Ғәббәс улы[1] 1917 йылдың 15 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Ниғмәтулла ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1933 йылда Әлшәй районының «Раевка» совхозында тракторсы булып башлай. 1938—1946 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылдан Салауат нефть химияһы комбинатының төҙөлөш буйынса идаралығында бульдозерист булып эшләй башлай.

Алтынсы биш йыллыҡтың тәүге өс йылында (1956—1960) Х. Ғ. Йосопов һөнәрселек училищеһы, 4-се урта мәктәп, икмәк заводы, комбинаттың санитар ҡаласығы һәм Салауат ҡалаһының торлаҡ кварталы биналары фундаменттары өсөн нигеҙ соҡоро әҙерләй.

Хәмит Ғәббәс улы Салауат нефть химияһы комбинаты («Газпром нефтехим Салауат» ААЙ) төҙөлөшөндә ҙур уңыш ҡаҙана. 1958 йылдың ғинуарынан Х. Ғ. Йосопов С-80 бульдозерында бер ниндәй ремонтһыҙ 2500 мотосәғәт эшләй. Көн һайын эш планын 150—180 процентҡа үтәй.

Төҙөлөштә һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, 1958 йылдың 9 авгусында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән X. Ғ. Йосоповҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1972 йылдан ул Татар АССР-ының. Яр Саллы ҡалаһында «КамГЭСэнергострой» производство берекмәһендә эшләй. 1977 йылдан алып хаҡлы ялда.

Йосопов Хәмит Ғәббәс улы 1993 йылдың 21 ғинуарында Яр Саллы ҡалаһында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Каргапольцев. Йосопов Хәмит Ғәббәс улы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 14 июль 2016.