Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғайса Йосопов
Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы
Тыуған көнө:

21 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Дәүләтҡол ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы[1]

Вафат булған көнө:

19 август 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (36 йәш)

Вафат булған урыны:

Меньково ҡасабаһы, Ленинград өлкәһе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1930—1941

Жанр:

шиғриәт

Дебют:

«Төҙөгәндә» шиғыр йыйынтығы (1932).

Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы (21 май 1905 йыл — 19 август 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры, публицист һәм хәрби табип. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғайса Ғәлиәкбәр улы Йосопов 1905 йылдың 21 майында хәҙерге Стәрлетамаҡ өйәҙенең Дәүләтҡол ауылында[1] ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Уның атаһы Ғәлиәкбәр үҙ ауылдарында халыҡ иҫәбенә эшләп килгән башҡорт һәм рус мәктәптәрендә уҡыған була, шуға ла улын да белемле итергә ниәтләй. Ғайса, башҡорт мәктәбен тамамлап, уҡыуын русса дауам итергә әҙерләнеп йөрөгәндә, 1914 йылдың авгусында, Беренсе бөтә донъя һуғышы башлана һәм үҫмерҙең бөтә теләктәре селпәрәмә килә. Малай өсөн күп йылдарға һуҙылған ауыр осор башлана, ул 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң тоҡанған граждандар һуғышы барышында ла дауам итә.

1920 йылда төбәктә таралған ваба (холера) эпидемияһы Ғайса менән уның бер туған апаһы Мәғзүрәне ата-әсәһеҙ ҡалдыра. Ҡыҙҙы аталарының апаһы Мәғмүрә үҙенә тәрбиәгә ала, ә Ғайсаны Ергән улусы башҡарма комитеты Стәрлетамаҡтағы балалар йортона урынлаштыра. Бында уны оҙаҡ тотмайҙар, тиҙҙән Владивосток ҡалаһына шырпы фабрикаһына эшкә оҙаталар. Егет ҡорона инә барған Ғайсала атаһынан күскән уҡыу теләге көслөрәк булып сыға, һәм ул, 1923 йылда Өфөгә ҡайтып, Ленин исемендәге мәктәп-интернатҡа уҡырға инә[2]. 1927 йылда мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, уҡыуын рабфакта дауам итә һәм уны 1930 йылда бөтөрә[3].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Төҙөгәндә: Шиғырҙар. — Өфө: Башгиз, 1932. — 28 бит.
  • Бәрүәз һәм өй ҡуяндары: Шиғырҙар. — Өфө: Башгиз, 1934. — 8 бит.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы.
  2. Гайса Юсупов — поэт, фронтовик, военврач (К 110-летию со дня рождения башкирского поэта). «Башинформ». 12 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  3. Гайса Юсупов // Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Земля мелеузовская: былое, будни, будущее. Историко-информационный сборник. — Уфа: Китап, 2000. — 304 с. — С. 238—239. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Сафуанов С. Ғ. Йыр сафта ҡала. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1960. — 184 бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]