Йылыу (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылыу
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сыбаркүл районы
Карта
 Йылыу Викимилектә

Йылыу (Йылыукүл) (рус. Ело́вое озеро - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл шул төбәктәге башҡорт топонимлы күлдәр араһында берҙән-бер "урыҫ исемле". Мәгәр урындағы кешеләр атаманы башлыса башҡорт телендәге "йылыу" һәм "йылы" һүҙҙәренә ҡайтарып ҡалдыра. Күл, ысынлап та, йылы һыулы, быға уның елдәрҙән ышыҡ урында һәм дәүмәле ҙур булмауы булышлыҡ итә[1].

Был йәһәттән Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аныҡ ҡына һүҙгә бәйләмәй, әммә күл тирәһендә бик йыраҡ араларҙа ла шыршы булмауын билдәләй, шуға күрә топоним ниндәйҙер башҡорт һүҙенән булыуы ихтимал тип яҙа ул[2].[3]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылыу күле Урал тауының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 322,5 м. Оҙонлоғо — 2,2 км, киңлеге — 1,9 км, көҙгөһөнөң майҙаны — 3,12 км²[4], ярҙарының оҙонлоғо — 9,8 км[5].

Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Йылыу күле Силәбенән - көнбайышҡа табан 90, Екатеринбургтан - 275, Өфөнән - 303, Ҡурғандан - 360, Төмәндән - 510, Пермдән - 530, ә Сыбаркүлдән 3 км километр алыҫлыҡта [1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түңәрәк һыҙатлы, төбө тигеҙһеҙ. Өс утрауы бар. Ярҙары күп кенә урында текә. Көнбайышта Гудковка йылғаһы ҡушыла, ә күлдән көньяҡтан йылға ағып сыға, Йылыу, йылға ағып сыға, ул Сыбаркүл күленә ҡоя. Күл бик ҙур түгел, елдәрҙән ышыҡ урында, шуға күрә бик йылы һыулы.

Күл Оло Ялансыҡ, Сыбаркүл,Йылыу, Тәрәнкүл, Оло Киҫегәс һәм Кесе Киҫегәс,Оло Мейәс һәм Кесе Мейәс күлдәре сылбырында урталыҡта урынлашҡан.

Күлдең флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдә сабаҡ, алабуға, суртан, алабалыҡ, табан, ҡарабалыҡ тереклек итә. Шулай уҡ ер-һыу йәнлектәре, туҙбаш һәм ҡара йыландар бар[1].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл Сыбаркүл яғынан
Күл күренеше
Күл күренеше
Күл күренеше
Ҡамышлы яр

Видео[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Еловое (озеро) 2019 йыл 14 июль архивланған.
  2. Шувалов Н. И.Еловое // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Еловое
  4. Озеро Еловое. Государственный водный реестр. Дата обращения: 15 февраль 2013. Архивировано 13 март 2013 года.
  5. Лист карты N-41-37 Миасс. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1997 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Еловое (озеро)[1] 2019 йыл 14 июль архивланған.
  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Еловое [2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7