Йылға
Йылға — үҙе яһаған һыу юлы буйлап ағып ятҡан, ер аҫты һәм ер өҫтөндәге һыу бассейны иҫәбенә тулышып торған тәбиғи һыу ағамы.
Йылғаларҙы ҡоро ер гидрологияһының булеге — йылға гидрологияһы өйрәнә.
Йөкмәткеһе
Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ер өҫтөнә төшкән яуым-төшөм тау тоҡомдары аша өҫкә сығып даими ағым барлыҡҡа килтереү нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Һәр йылғаның — йылға башы һәм диңгеҙгә, күлгә, йәки башҡа йылғаға ҡойған өлөшө бар. Әгәр йылғаның ҡушылдыҡтары булһа, ағым уңайына табан йылға киңәйә бара һәм һыуы арта бара. Бары тик сүллектә ағыусы йылғаның ғына ағым уңайына һыуы кибеп кәмей бара, ҡайһы осраҡта ҡом эсенә кереп юҡҡа сыға. Йылғаның икенсе йылғаға, күлгә, диңгеҙгә ҡойған урына йылға тамағы тип атала. Йылғаның инештән алып ҡойған урынына тиклем ара йылға оҙонлоғо тип атала. Күпселек йылғалар башка йылғаларҙың ҡушылдығы булып тора. Йылғаларҙың ҡайһы берҙәре күлдәргә ҡоя. Күпселек ҙур йылғалар диңгеҙгә йәки океан ҡултығана ҡоя.
Донъяның иң ҙур йылғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ | Исеме | Оҙонлоноғо (км) | Бассейн майҙаны (мең км²) | Тамағындағы һыу сығымы (мең м³/с) | Тамағындағы иң һыу сығымы (мең м³/с) | Ташылдыҡ (млн т/йыл) |
---|---|---|---|---|---|---|
1. | Амазонка | 6992 | 7180 | 220,00 | 360,00 | 498,00 |
2. | Нил | 6670 | 2870 | 2,30 | 6,40 | 110,50 |
3. | Янцзы | 5800 | 1818 | 34,00 | 90,20 | 500,00 |
4. | Миссисипи — Миссури | 5969 | 3229 | 19,00 | 59,00 | 500,00 |
5. | Хуанхэ | 5464 | 752 | 1,50 | 22,00 | 380,00 |
6. | Обь (Иртыш менән) | 5410 | 2990 | 12,70 | 43,00 | 15,00 |
7. | Парана (Паранаиба инешенән) | 4380 | 2970 | 15,00 | 65,00 | 129,00 |
8. | Меконг | 4500 | 810 | 12,00 | 30,00 | 169,60 |
9. | Амур (Аргунь инешенән) | 4440 | 1855 | 10,90 | 40,00 | 24,90 |
10. | Лена | 4400 | 2490 | 17,00 | 200,00 | 15,40 |
11. | Конго (Луалаба менән) | 4320 | 3691 | 40,00 | 75,00 | 64,70 |
12. | Макензи (Пис-Ривер инешенән) | 4240 | 1760 | 14,00 | 15,00 | |
13. | Нигер | 4160 | 2092 | 12,00 | 35,00 | 67,00 |
14. | Енисей (Кесе Енисей инешенән) | 4102 | 2580 | 19,80 | 154,00 | 13,20 |
15. | Волга | 3530 | 1360 | 7,70 | 52,00 | 25,80 |
16. | Инд | 3180 | 960 | 3,80 | 30,00 | 435,40 |
17. | Юкон | 3180 | 900 | 6,30 | 88,00 | |
18. | Дунай | 2850 | 817 | 6,40 | 20,00 | 67,50 |
19. | Ориноко | 2730 | 994 | 29,00 | 55,00 | 86,50 |
20. | Ганг (Брахмапутра менән) | 2700 | 2055 | 38,00 | 2177,20 | |
21. | Замбези | 2660 | 1330 | 16,00 | 100,00 | |
22. | Муррей | 2574 | 1072 | 0,50 | 31,90 |
Классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүмәле буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәйҙә йылғаларҙың дәүмәле буйынса түбәндәгесә классификациялау ҡабул ителгән:
- Ҙур йылғалар - бассейн майҙаны 50000 км²-ҙан күберәк тигеҙлектәге йылғалар, шулай уҡ һыуйыйғыс майҙаны башлыса 30000 км² -ҙан артҡан йылғалар инә.
- Уртаса йылғалар - бассейндары бер гидрографик зонала урынлаша, майҙандары 2000 - 50000 км².
- Бәләкәй йылғалар - бер гидрографик зонала урынлашып, майҙаны 2000 км²-ҙан уҙмаған йылғалар. Ҙур булмаған ағыр һыуҙар шишмә тип аталыуы мөмкин, шишмә менән бәләкәй йылға араһында әллә ни айырма юҡ[2].

( художник Михаил Эрасси )
Топографияһы буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡҡан урынының рельефына бәйле, "тау" һәм "тигеҙлек" йылғалары айырымлана. Күп йылғаларҙың йырҙалары тау араһынан да, тигеҙлектән дә үтә.
Гидробиологияһы буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу спорты мөмкинлектәре буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ-ара йылға ҡатмарлылығы шкалаһы буйынса йылғалар алты кимәлгә бүленә.
Ҡушылдыҡтарының конфигурацияһы буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Стралера— Философов иҫәбе буйынса ҡушылдыҡтар селтәре буйынса йылғалар 12 синыфҡа айырыла. Яҡынса 80% йылғалар беренсе йә икенсе класҡа ҡарай, ә Амазонка йылғаһы — ун икенсегә инә.
Йәше буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәше буйынса йылғалар йәшкә, урта йәштәгегә һәм ҡартҡа бүленә (мәҫәлән, Нева — 4 мең йәш, Волга (үрге яғында) — 20 мең йәш), урта һәм ҡарт йәштәгеләр (Нил, Миссисипи, Хуанхэ, Амударья, Ангара — 60—70 млн йәш)[3].
Туйыныу буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туйыныу шарттары буйынса классификация ошолай[4]:
- Тулыһынса тиерлек ҡар һыуҙарынан.
- Күбеһенсә ҡарҙан.
- Тулыһынса тиерлек ямғырҙан.
- Башлыса ямғырҙан.
- Башлыса боҙлоҡтан.
- Ҡатнаш - ҡар өҫтөнлөк итә.
- Ҡатнаш - ямғыр өҫтөнлөк итә.
- Ҡатнаш - боҙлоҡ өҫтөнлөк итә.
- Ҡатнаш - ер аҫты һыуҙары өҫтөнлөк итә.
Башҡортостан йылғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһының йылғалары башлыса ике йылға бассейнына — Волга (Кама) һәм Яйыҡ бассейндарына ҡарай. Тик көнсығыштағы бәләкәй йылғалар өлөшләтә — Уй үрге ҡушылдыҡтары менән, Мейәс һәм башҡалар — Обь бассейнына ҡарай [5]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фидман А. И. Малые реки в народном хозяйстве СССР: средняя полоса европейской части СССР — М.: Изд-во Академии наук СССР, 1949. — 208 б.
- Антимонов Н. А. Исследования малых рек. — Л.: Гидрометеоиздат, 1950. — 128 с.
- Доманицкий А. П. и др. Реки и озера Советского Союза: (Справочные данные) / А. П. Доманицкий, Р. Г. Дубровина, А. И. Исаева; под ред. А. А. Соколова; Главное управление гидрометеорологической службы при Совете Министров СССР, Государственный гидрологический институт. — Л.: Гидрометеоиздат, 1971. — 104 с.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Урыҫ википедияһынан
- ↑ [География. Современная иллюстрированная энциклопедия / Под редакцией проф. А. П. Горкина. — М.: Росмэн, 2006.]
- ↑ Марк Софер Как реки взрослеют, стареют и омолаживаются (рус.) // Наука и жизнь. — 2017. — № 8. — С. 2—10.
- ↑ Пашков Н. Н., Долгачев Ф. М. Гидравлика. Основы гидрологии. — М., Энергия, 1977. — c. 351
- ↑ Поверхностные воды.// Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 20—21. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «География» |
---|---|
![]() |
Йылға Викимилектә |
- Рәсәй дәүләт һыу реестры
- Башҡортостан йылғалары
- Һаҙлыҡ
- һыу