Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы
Тыуған көнө 31 июль 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (31 июль 1983 йыл) — спортсы, хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диана Рафиҡ ҡыҙы Йыһангирова 1983 йылдың 31 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

2004 йылда Өфө юридик институтын тамамлай.

22‑се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М. А. Арсентьева). Рәсәй чемпионы (2002), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1999). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2 тапҡыр, 2000), Рәсәй (1998—2003) беренселектәрендә еңеүсе, донъя беренселектәренең (1999, 2002) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (19982002).

2006 йылдан Өфө юридик институты, 2008 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]