Йүкәле тауҙары (һырт)
Уҡыу көйләүҙәре
Йүкәле тауҙары | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 20 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 673 м |
Урынлашыуы | |
53°36′41″ с. ш. 57°04′42″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Йүкәле тауҙары — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Ишембай районы буйлап Әселе йылғаһы (Еҙем йылғаһы бассейны) алып Нөгөш йылғаһының киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо яҡынса 20 км, киңлеге 1,5—3 км, абс. бейеклеге 673 м. Һыртта 450—673 м бейеклектәге 20‑гә яҡын түбә (Ҡоҙаш, Ҡалынтау, Ҡылысҡыр тауҙары һ.б.) айырыла. Битләүҙәре һөҙәк. Вендтың әшә свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, һәүерташтарынан тора. Һыртта Алағузлы, Әселе, Бәләкәй һәм Оло Ҡоҙаш йылғалары (Ағиҙел йылғаһы бассейны) һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана. Өҫтө (ландшафт) һоро урман һәм кәҫле көлһыу тау тупраҡтарындағы ҡатнаш урмандар менән ҡапланған.