Йәздәнилек

Йәздәнилек (курд. Yezdanîtî; рус. Язданизм) — курдтар араһында йыш осрай торған һәм уларҙың исламға тиклем ышаныуҙарына барып тоташҡан дини ағымдарҙың шартлы һүҙе[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәздәнилек курдтарҙың XVI быуаттарҙа Ислам күскәнгә тиклем төп дине булған тип фараз ителә. Был процеста ул исламдың ҙур йоғонтоһон кисерә, һәм хәҙер уның күпселек тарафдарҙары формаль рәүештә мосолман тип иҫәпләнә, ә ағымдар үҙҙәре шиғыйлыҡҡа индерелә.
Үҙ эсенә әләвилек (рус. Алевиты), әһле әл-хаҡҡ (әли-илаһи) һәм йәзидилекте ала.
Йәздәнилектә конкрет дини әҙәбиәт юҡ. Бының төп сәбәбе — кешеләр, дин тотоусылар, ритуалдарҙы һәм легендаларҙы быуындан-быуынға телдән тапшыра.
Йәзиди хаж ҡылыусылар өсөн төп изге урын, шулай уҡ хаж ҡылыу үҙәге булып Лалиш ғибәҙәтханаһы тора . Был ғибәҙәтханала Йәздәни диндең төп аҡыл эйәләренең береһе тип һаналған Шәйех Ғади бин Мусафир ҡәбере урынлашҡан.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә бөтә донъяла 800 000-гә яҡын йәзид йәшәй тип иҫәпләнә. 650 000 йәзид Ираҡта, 50.000[2] кеше Сүриәлә үҙ биләмәһендә йәшәй. 35 000 — Әрмәнстан территорияһында, ә Грузияла 20 000-гә яҡын курд-езидтар йәшәүе билдәле. Кавказда йәшәгән курдтарҙың күпселеге йәздәнилеккә ышана. Ә Рәсәйҙә 40 000-дән ашыу йәзид йәшәгәнлеге билдәле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Mukri, Muhammad. L'Esotrérism kurde. — 1966. — С. 92.
- ↑ Andrea Glioti. Yazidis Benefit From Kurdish Gains in Northeast Syria (18 October 2013). 1 апрель 2014 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Izady, Mehrdad R. (1992), The Kurds: A Concise Handbook, Taylor & Francis, ISBN 0-8448-1727-9
- Kjeilen, Tore (2007), «Yazdanism», Encyclopaedia of the Orient, lexicorient.com
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.