Йәйге амфитеатр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәйге амфитеатр
Рәсем
Дәүләт Flag of Belarus.svg Беларусь[1]
Административ-территориаль берәмек Витебск
Commons-logo.svg Йәйге амфитеатр Викимилектә

Йәйге амфитеатр — «Витебск славян баҙары» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең төп концерт майҙансығы[2]. «„Витебск“ мәҙәни үҙәгенең» дәүләт учреждениеһы филиалы.

Йәйге амфитеатр 1988 йылда файҙаланыуға тапшырыла. 2007 йылда реконструкциялана. Ҡыйығы күтәрелә һәм тирә-яҡ территорияһы төҙөкләндерелә. Реконструкция проектының баш архитекторы — Александр Зафатаев.

Сәхнә майҙаны 430 м тәшкил итә. Амфитеатрҙың һыйҙырышлылығы 6247 урын[3]. Тамашасы урындары 10 секторға бүленә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуат башында Йәйге амфитеатр урынында М. Шагалдың уҡытыусыһы Ю. Пендың картиналарында һүрәтләнгән Лерри циркы урынлашҡан.

Йәйге амфитетар 1988 йылда архитектор В. Бабашкин проекты буйынса төҙөлгән. 1988 йылда I Бөтә союз поляк йыры фестивале алдынан тәүге концерт үтә. Концерт залының ике яруслы сәхнәһе 430 квадрат метр майҙанды биләй. Көмбәҙе, башҡа яҡтыртыу аппаратураларын иҫәпләмәйенсә, 200 прожектор менән йыһазландырылған. Концерт комплексының һыйҙырышлылығы 5 мең тамашасы тәшкил итә.

2006 йылдың авгусында бинаның модернизациялау проекты әҙерләнә, унда тамашасы урынын 6200-гә арттырыу һәм амфитеатр өҫтөндә ҡыйыҡ ҡороу күҙ уңында тотола. Реконструкция проектының баш архитекторы — Александр Зафатаев. Реконструкция һөҙөмтәһендә тамашасылар өсөн яңы уңайлы урындар ҡуйыла, ике ҙур экран, артистар өсөн уңайлы грим һалыу бүлмәләре, техник персонал өсөн кабинеттар булдырыла, Германия, Франция, АҠШ, Италиянан махсус амфитеатр өсөн эшләнгән тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары һатып алына. Реконструкция хаҡы 35 миллиард белорус һумы тәшкил итә[4].

Үтеүсе фестивалдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бөтә союз поляк йыры фестивале, 1988—1991
  • Славян Баҙары, 1992
  • Факел, 2013
  • Шулай уҡ майҙанда даими рәүештә төрлө эстрада йондоҙҙарының соло концерты, шулай уҡ ҡала саралары, шул иҫәптән Белем көнө, һуңғы ҡыңғырау, Еңеү көнө һ. б. үтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GeoNames — 2005.
  2. XIX Международный фестиваль искусств «Славянский базар в Витебске» Площадки/Летний амфитеатр. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 июнь 2009. 19 апрель 2009 тикшерелгән.
  3. Летний амфитеатр — XXIV Международный фестиваль искусств «Славянский базар в Витебске». Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 18 октябрь 2015 тикшерелгән.
  4. Страна готовится к фестивалю // 7 дней. — 2007. — № 23. — С. 18.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]