Йәләлетдинов Рәйес Минһаж улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәләлетдинов Рәйес Минһаж улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 28 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет районы
Вафат булған көнө март 2014 (79 йәш)
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Йәләлетдинов Рәйес Минһаж улы (28 апрель 1934 йыл — март 2014 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының Почетлы гражданы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәйес Минһаж улы Йәләләлетдинов 1934 йылдың 28 апрелендә Белорет районында ишле татыу ғаиләлә тыуған[1]. <ала саҡтан ул еңел булмаған крәҫтиән эшен һәм икмәк баһаһын белеп үҫә. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Башта — әсәһе, һуңынан — атаһы вафат булып, аслыҡты ла, ялағаслыҡты ла, ҡаты эште лә татый ул. Уҡырға ынтылышы көслө булған егет Верхнеурал ауыл хужалығын мехнизациялау һәм электрификациялау техникумына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда тамамлай[1]. Артабан ошо уҡ профилле Силәбе институтын тамамлағандан һуң (1961) Әбйәлил районы «Урал» сиҙәм совхозында хеҙмәт биографияһын башлай.

Артабан Рәйес Минһаж улы Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозына баш инженер итеп тәғәйенләнә. Ошо уҡ йылдарҙа ситтән тороп Волгоград ауыл хужалығы институтын иҡтисадсы-ойоштороусы һөнәре буйынса тамамлай. Тәжрибә туплаған белгескә Баймаҡ районы «Ирәндек» совхозына директор вазифаһын йөкмәтелә[1].

1972 - 1984 йылдарҙа Йәләлетдинов Р. М. республикала иң эреләрҙән һаналған Ленин орденлы Йылайыр совхозын етәкләй. Нәҡ ошонда Рәйес Минһаж улы үҙенең иң яҡшы эшлекле һәм кешелек сифаттарын, ойоштороусы һәләттәрен күрһәтеүгә өлгәшә. Йылайыр совхозының даны бөтә илгә тарала, ул бер нисә тапҡыр Бөтә Союз һәм республика Ҡыҙыл Байраҡтарына лайыҡ була. Йәләлетдинов Р. М. иген урыу осоронда транспорттар отрядтарын һәм звеноларын ойошороу инициаторы була. 1976 йылда совхоз яландарында 35 отряд эшләй, унда 114 комбайн, йөҙләгән автомобиль, тиҫтәлләгән трактор һәм башҡа техника инә[1].

Уның етәкселеге аҫтында совхоз территорияһында производство объекттары, торлаҡ һәм социаль-көнкүреш, мәҙәниәт тәғәйенлешле объекттар төҙөлә.

Йылайыр совхозының хеҙмәт уңыштары һәм кешеләре тураһында Йәләлетдинов Р. М. «Иген фабрикаһы. Йылдар һәм кешеләр» исемле китап яҙа. Бер нисә тапҡыр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, Баймаҡ район Советы депутаты итеп һайлана.

Артабан, 1980-се йылдарҙа, Йәләлетдинов Р. М. Башҡорт АССР-ы урман төҙөлөшө министрлығының Баймаҡ етештереү-ауыл хужалығы берекмәһе һәм Башҡорт еҙ-көкөрт комбинатында эшләй һәм шулай уҡ ҙур уңыштарға өлгәшә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[1][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[2]

ике «Почёт Билдәһе» ордены

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы

«Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы Почетлы гражданы»

БАССР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исполнилось 75 лет известному аграрию Раису Ялалетдинову

Он умел видеть перспективу и всегда добиваться блестящих результатов в работе (К 80-летию известного агрария Раиса Ялалетдинова)

Детский сад в Октябрьском отделении Зилаирского совхоза