Йәнбирҙе (шишмә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнбирҙе
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Учалы районы

Йәнбирҙе (рус. Янбирди) — Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Рысай ауылы эргәһендә урынлашҡан шишмә.

Атама тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнбирҙе — «Урал батыр» эпосында Урал менән Шүлгәндең атаһы. Эпостан мәғлүм булыуынса, Башҡортостандағы бик күп топонимика, бигерәк тә йылғалар, эпос геройҙары хөрмәтенә аталған. Фәтих Фазылов үҙенең «Индоиранцы в составе древних башкир» китабында: «Бик күп Европа халыҡтарында Яна (Йәнбикә) — ҡатын-ҡыҙе, ә Ян (Йәнбирҙе) ир-ат исеме. Ерҙәге тәүге ҡоро урында ошо исемле тәүге кешеләр тураһында „Урал батыр“ халыҡ эпосында ла яҙылған. Йәнбирҙе — ир-ат йәне, изгелек, яҡтылыҡ, әүҙемлек, ыңғайлыҡ билдәһе. Йәнбикә — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, яуызлыҡ, ҡараңғылыҡ, кирелек һәм пассивлыҡ билдәһе. „Ян“ һәм „Инь“ философик мәғәнәләренең Ҡытайҙан түгел, Уралдан сығыуы „Без истории нет будущего…“ китабында раҫлана»[1], — тип яҙа. Учалы халҡы «Урал батыр» эпосының район территорияһында барлыҡҡа килеүе тураһында үҙ версияһын тап бында Йәнбирҙе йылғаһы булыуы, Йәнбирҙенән алынған Йәнбирҙин фамилияһының киң таралыуы, һәм Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Әй, Мейәс йылғаларына ҡылысы менән сабып юл ярыу өсөн Урал батыр тап ошо ерҙә торорға тейеш булыуына бәйләй[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнбирҙе — фарсы теленән ингән «йән» һүҙенә башҡорт телендәге «бирҙе» һүҙе ҡушылып яһалған, яңы тормош бирҙе тигән мәғәнә аңлата[3]. Шулай уҡ башҡорт телендә «йән» тигән һүҙҙәр менән яһалған кеше исемдәренә ғаиләләге бәхетте, уңышты бәйләү күренә: Йәнгилде, Йәнгил, Йәнбирҙе, Йәнсура, Йәнбикә, Йәнһылыу һ. б.[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]