Йәнгел тораһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнгел тораһы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Әбйәлил районы

Йәнгел тораһы (рус. Янгельская стоянка) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Селивановка ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан таш быуат археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнгел тораһы Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Селивановка ауылынан көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йәнгел йылғаһының уң төп ярында бейеклеге 20 м тәшкил иткән ҡаяла урынлашҡан.

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торама майҙаны — 500—600 м², шуның 284 м² ере ҡаҙып тикшерелгән.

Башлыса кремнийҙан һәм йәшмәнән эшләнгән 16740 әйбер, керамика табылған.

Мезолит осорона ҡараған 2 ишекле оҙонса итеп һалынған торлаҡ асыҡланған, уның майҙаны 120—130 м² тәшкил иткән. Ике усаҡ, көлдөксә ҡалдыҡтары булған.

Мезолит дәүере ҡатламында үткер йөҙлө бысаҡ рәүешендәге пластиналар, ҡырҡҡыстар, тишкестәр, ҡырғыстар, микролиттар табылған. Геометрик формалылары ла булған.

Неолит — энеолит ҡатламында керамика фрагменттары һәм таш әйберҙәр килеп сыҡҡан. Табылған әйберҙәр бында йәшәгән халыҡтың һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгәненә шаһитлыҡ итә. Ҡомартҡы Йәнгел мәҙәниәтен айырып күрһәтеү өсөн эталон булып тора.

Йәнгел тораһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4]..

Асыш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнгел тораһы 1963 йылда СССР һәм Рәсәй ғалим-археологы, СССР Фәндәр академияһы Археология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы Г. Н. Матюшин тарафынан асыла һәм 1966—69, 1976 йылдарҙа өйрәнелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Йәнгел тораһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Матюшин Г. Н. Мезолит Южного Урала. М. 1976.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.