Йәнгиров Азат Вәзир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Янгиров Азат Вазирович
Йәнгиров Азат Вәзир улы
Йәнгиров Азат Вәзир улы
250x350px
Тыуған көнө:

8 октябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (42 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Екатеринбург

Гражданлығы:

Россия

Ғилми өлкәһе:

иҡтисад, финанс һәм бизнес

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

иҡтисад фәндәре докторы (2007)

Ғилми исеме:

доцент[d]

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Йәнгиров Азат Вәзир улы (8 октябрь 1977 йыл)[1] — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Фәндәр Академияһының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры (2007 йылдан)[2]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азат Вәзир улы Йәнгиров 1977 йылдың 8 октябрендә Свердловск ҡалаһында (хәҙер Екатеринбург ҡалаһы) тыуа. 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факултетын отличие менән тамамлай. 2002 йылда аспирантураның көндөҙгө бүлеген тамамлаған саҡта Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәгендә иҡтисади фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын да яҡлай. Уҡыу барышында ике тапҡыр Президент стипендиаты булыуға өлгөшә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 — 2003йй. — Башҡорт дәүләт университеты, өлкән уҡытыусы;

2003 — 2005йй. — Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы

2005 йылдан — иҡтисад-математика факультеты деканы;

2011 йылдан — Нефтекама филиалының финанстарға дәүләт идараһы кафедраһы мөдире;

2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары;

2017 йылдан — Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры;

бер үк ваҡытта 2014 йылдан — макроиҡтисад үҫеше һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире.

2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры

Ғилми эшмәкәрлеге[3][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәнгиров Азат Вәзир улының ғилми эшмәкәрлеге төбәк продуктын анализлау методикаһын камиллаштырыуға, төбәк иҡтисады системаһында яңыртып етештереү потенциалын тикшереү концепцияһын эшләүгә арналған. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Методология анализа воспроизводственного потенциала региона. Уфа, 2008.

2. Экономический потенциал Республики Башкортостан. Уфа, 2008 (авторҙаш);

3. Воспроизводственный потенциал Приволжского и Уральского федеральных округов. Уфа, 2008 (авторҙаш).

4. Воспроизводственный потенциал Приволжского и Уральского федеральных округов: монография / под общей редакцией К.Н. Юсупова, А.В. Янгирова. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. – 272 с.

5. Янгиров А.В., Юсупов К.Н. Обзор достигнутого уровня социально-экономического развития Республики Башкортостан за 2010-2015 годы // Евразийский юридический журнал. – 2017. – №10 (113). – С. 328-330.

6. Янгиров А.В., Юсупов К.Н., Ахунов А.А., Таймасов А.Р., Токтамышева Ю.С. Национальная экономика: учебное пособие / Под редакцией К.Н.Юсупова. Москва, 2017. Сер. Бакалавриат (3-е издание, переработанное и дополненное).

7. Yangirov A.V, Beglova E.I., Nasyrova S.I. Factors of economic behavior of population in regional labor market // European Research Studies Journal Volume XX, Issue 4B, 2017 pp. 167-182.

8. Yangirov A.V., Nasyrova S.I., Yangirova E.I. Assessment of migration attractiveness of Russian Federation federal districts // International Journal of Engineering and Technology (IJCIET), Volume 9, Issue 12, December 2018, pp. 323-338.

9. Янгиров А.В., Ахунов Р.Р., Рабцевич А.А. Методические основы оценки социально-экономического положения муниципальных образований Республики Башкортостан. // Экономика и управление: научно-практический журнал. – 2018. – № 2(140). – С. 4-13.

10. Янгиров А.В., Ахунов Р.Р., Мухаметова А.Д., Прудников В.Б. Исследование демографического развития Южно-Башкортостанской агломерации. // Экономика и управление: научно-практический журнал. – 2017. – № 3(137). – С. 4-10.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почет грамотаһы (2009).

2. Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы (2010).

3. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы (2013).

4. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дүрт Рәхмәт хаты (2014-2016).

Рәсәй гуманитар ғилми фонды [4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Урал: тарих, иҡтисад, мәҙәниәт» темалары буйынса тикшеренеүҙәр. Проект: «Башҡортостан Республикаһының билдәһеҙлек шарттарында (милеккә мөнәсәбәт, диспропорциялар, капитал туплау) социаль-иҡтисади хәле (2016-2017 йй., етәксе).
  • «Урал: тарих, иҡтисад, мәҙәниәт» темалары буйынса тикшеренеүҙәр. Проект: «Башҡортостанда ҡабатлап етештереүҙе формалаштырыу проблмалары» (2014г., башҡарыусы).

Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды [4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һанлы иҡтисад ҡоралдары нигеҙендә төбәктең агросәнәғәт комплексына стратегик идара итеү. (2019, башҡарыусы).
  • Рәсәй төбәктәре инвестиция-сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү (Башҡортостан Республикаһы миҫалында). (2018, башҡарыусы).
  • Халыҡ-ара ғилми-практик конференцияны ойойштору проекты «Рәсәйә иҡтисадының көнүҙәк проблмаларын тикшереүҙәрҙә математик ысулдар һәм моделдәр» (2014, башҡарыусы)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Йәнгиров Азат Вәзир улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Йәнгиров Азат Вәзир улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. https://famous-scientists.ru/list/1258
  4. 4,0 4,1 Азат Вәзир улы Йәнгиров