Йәнекәев Рифхәт Сәлих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәнекәев Рифхәт Сәлих улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 9 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бөрө кантоны, Яңы Мортаза
Вафат булыу көнө 17 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Дүртөйлө районы, Иванай
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Йәнекәев Рифхәт Сәлих улы (9 май 1924 йыл — 17 апрель, 2000 йыл) — 1963—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бөрө районы Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәнекәев Рифхәт Сәлих улы 1924 йылдың 9 майындаБашҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңы Мортаза ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) урта хәлле игенсе ғаиләһендә тыуған. 1937 йылда атаһы ҡулға алына һәм Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Ғаилә 6 бала менән ҡараусыһыҙ ҡала. Әсәһе бер үҙе ярым ас көн итеү йөгөн тарта. 1941 йылда Рифхәт ете класты тамамлағандан һуң БАССР-ҙың Саҡмағош районы «Комбайн» колхозында эшләй башлай.

1942 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына, 1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың август айында һуғышта ауыр яраланып демобилизациялана.

«Комбайн» колхозында баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры булып эшләй, 1945 йылда Ҡалмаш май заводы директоры итеп тәғәйенләнә. 1947 йылдан алып Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш райондарында иген әҙерләү пункттарында эшләй: 1950—1951 йылдарҙа — Саҡмағош иген әҙерләү пункты директоры урынбаҫары, 1951—1953 йылдарҙа — Исмаил пунктының директор урынбаҫары, 1953—1955 йылдарҙа — директоры, 1955—1959 йылдарҙа —Груздевка иген әҙерләү пункты директоры. 1959 йылдың февралдә Илеш районының «Урал» колхозы рәйесе итеп һайлана. 1963 йылдың июнендә — Дүртөйлө районының Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Р. С. Йәнекәев етәкләгән колхоз Дүртөйлө районының күп тармаҡлы юғары рентабелле эре хужалығына әйләнә, республикала алдынғылар иҫәбенә инә. Колхоздың барлыҡ тораҡ пункттары һәм йәмәғәт объекттары электрлаштырыла, сусҡасылыҡ фермаларына газ үткәрелә, һыйырҙарҙы һауыу автоматлаштырыла. Колхоз республикала беренселәрҙең береһе булып юғары культуралы игенселек һәм малсылыҡ хужалығы булып китә. Һигеҙенсе биш йыллыҡ йылдарында (1966—1970) иген етештереү буйынса планды 130 процентҡа, һөт һәм ит буйынса — 101 процентҡа, йомортҡа буйынса — 107,8 процентҡа, йөн буйынса −108 процентҡа үтәй, иген әҙерләү буйынса планды 176,5 процентҡа, ит әҙерләү планын — 105,8 процентҡа, һөт әҙерләү планын — 151 процентҡа, йомортҡа әҙерләү планын — 106 процентҡа, йөн әҙерләү планын — 127 процентҡа үтәй. 1966—1970 йылдарҙа колхоз капиталь төҙөлөшкә 3 535 мең һум һала. Хужалыҡтың аҡса килеме 1965 йылдағы 1 430 мең һумдан 1970 йылда 1 936,5 мең һумға тиклем үҫә. Үҫемлекселек һәм малсылыҡта бөтә күп хеҙмәт талап иткән эштәрҙе комплекслы механизациялау буйынса эштәр үткәрелә. Биш йыллыҡта иген уңышы гектарынан 16,9 центнерҙан 29,37 центнерға тиклем арттырыла.

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм игенселек һәм малсылыҡ продукттарын дәүләткә һатыу биш йыллыҡ планын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, 1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Р. С. Йәнекәевкә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971).

Етенсе саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1967—1971).

2000 йылдың 17 апрелендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. С. Йәнекәев иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 2000 йылда Карл Маркс исемендәге колхоз Р. С. Йәнекәев исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооператив-колхозы (СПКК) тип үҙгәртелә. Дүртөйлө районының Иванай ауылында Геройға һәйкәл ҡуйылған.[1]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Каргапольцев Йәнекәев Рифхәт Сәлих улы. «Герои страны» сайты. 10 июль 2016 тикшерелгән.

http://admdurtuli.ru/?part_id=704,444,1030