Эстәлеккә күсергә

Йәнырыҫ (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Янурусово
башҡ. Йәнырыҫ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай районы

Ауыл биләмәһе

Йәнырыҫ ауыл советы (Ишембай районы)

Координаталар

53°41′08″ с. ш. 56°21′18″ в. д.HGЯO

Халҡы

748[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

йәнырыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453237

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 231 880 001

Код ОКТМО

80 631 480 101

Номер в ГКГН

0523774

Рәсми сайт

ishimbaimr.ru

Янурусово (Рәсәй)
Янурусово
Янурусово
Йәнырыҫ (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Янурусово
Йәнырыҫ (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Янурусово

Йәнырыҫ (рус. Янурусово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 748 кеше була[2]. Йәнырыҫ ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453237, ОКАТО коды — 80231880001.

Ауылға 1749 йылдан алып яһаҡлы татарҙарҙы ҡабул итеү тураһында Ҡармыш түбәһе аҫаба башҡорттары менән кеҙәшлек килешеүе буйынса, ерһеҙ башҡорттар һәм типтәрҙәр тарафынан нигеҙ һалынған, һуңынан улар типтәрҙәр булып киткән. Пугачев етәкселегендә крәҫтиәндәр һуғышында ул ваҡытта яһаҡлы татарҙар тип аталған 96 йәнырыҫлы ҡатнаша. Һуңыраҡ улар типтәрҙәр ҡатламына күсәләр[3]. 1784 йылдағы IV ревизия 210, V ревизия — 226 типтәр күрһәтә.

1834 йылда 77 ихатала 441 типтәр, 4 йортта 35 мишәр, 13 ихатала 84 башҡорт йәшәй. X ревизияла 160 ихатала 922 керҙәш күрһәтелгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 410 йортта 2107 типтәр һәм башҡорт йәшәгән.

1839 йылда 84 башҡорт 370 атҡа, 80 һыйырға, 20 һарыҡҡа, 158 кәзәгә эйә була. 220 умарта, 42 солоҡ тотҡандар. Шулай уҡ 104 бот ужым һәм 832 бот яҙғы иген сәсәләр.

Ауыл атамаһының килеп сығышына килгәндә — ул Йәнырыҫ тигән кеше исеменән алынған[4].


2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 896 кеше йәшәй, унда 418 ир-ат һәм 478 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2107
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2014
1959 йыл 15 ғинуар 1403
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 927
2002 йыл 9 октябрь 896
2010 йыл 14 октябрь 748 355 393 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауыл Ҡыяуыҡ йылғаһының яр буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[6]

Урам исеме[7]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноябрл)
  • Башҡорт урамы (рус. улица Башкирская)
  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)
  • Пролетар урамы (рус. улица Пролетарская)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыяуыҡ йылғаһының ярында мамонт һөлдәһе ҡалдыҡтары — тештәр, оҙонлоғо бер ярым метрға тиклем булған һуҡҡы тештәр һәм башҡа өлөштәре табылған. Табылдыҡтар Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡиммәтле экспонаттар сифатында тәҡдим ителгән[9].


  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр. 123 2020 йыл 3 март архивланған.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Йәнырыҫ (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Йәнырыҫ (Ишембай районы) ауылы
  8. Яппаров Марс Шәрип улы. Салауат башҡорт дәүләт драма театры. Рәсми сайт (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2021)
  9. Достопримечательности — Ишимбайский район — 450 лет в составе России 2011 йыл 5 сентябрь архивланған.