Йәнғужин Айбулат Рим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәнғужин Айбулат Рим улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 29 декабрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө фәлсәфәсе
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]

Йәнғужин Айбулат Рим улы (29 декабрь 1971) — философия тарихы өлкәһендә белгес. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), философия фәндәре докторы (2007), профессор (2013)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәнғужин Айбулат Рим улы 1971 йылдың 29 декабрендә Өфө ҡалаһында тарих фәндәре докторы Йәнғужин Рим Зәйниғәбит ғаиләһендә тыуған. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының философия кафедраһында аспирантураны тамамлай. 1999–2001 йылдарҙан алып ассистент, философия кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй. 2003—2010 йылдарҙа философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара[1]. 2000 йылда философия фәндәре кандидатына дәғүә итеп, «Проблема человека в суфизме (социально-философский анализ)» темаһына диссертация яҡлай. 2006 йылда философия фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Духовный мир суфиев: социально-философский анализ» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2007 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының философия кафедраһы профессоры[2].

Йәнғужин Айбулат Рим улының фәнни тикшеренеүҙәре ғәрәп‑мосолман философияһы, социаль философия проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. «Фән һәм Рәсәй Тәбиғәт академияһы белеменең атҡаҙанған эшмәкәре» маҡтаулы исеме.

2. В.Лейбниц исемендәге миҙал

3. «Фәнни еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар өсөн» Бөйөк Александр ордены

Һайланма фәнни баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социальные аспекты философии суфизма. - Уфа: РИО БашГУ, 2004.- 140 с.;
  • Социально-философские аспекты генезиса суфизма. - Уфа: РИО БашГУ, 2005. – 210 с.;
  • Духовный мир суфиев. - Уфа: Гилем, 2007. – 240 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]