Эстәлеккә күсергә

Йәнәсәй аша тимер юл күпере (Красноярск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Красноярск тимер юл күпере
Красноярск тимер юл күпере
Күпер XIX быуат аҙағында−XX быуат башында

Географик координаталар: 55°59′19″ т. к. 92°48′44″ кс. о.HGЯO

Файҙаланыу өлкәһе

тимер юл

Киҫешә

Йәнәсәй йылғаһын

Урынлашыу урыны

Красноярск, Рәсәй

Конструкция
Конструкция төрө

бер юллы фермалы конструкция

Төп ара

140 метр

Дөйөм оҙонлоғо

1 км

Эксплуатация
Асылыу ваҡыты

28 март 1899 йыл

Ябылыу

30 ғинуар 1999 йыл

Йәнәсәй йылғаһы аша тәүге тимер юл күпере (рус. Железнодорожный мост через Енисей (Красноярск)) Красноярскиҙа 1895—1899 йылдарҙа һалына һәм 2007 йылға тиклем, һүтелгәнгә тиклем була.

Бер юллы ферма конструкцияһынан торған. Оҙонлоғо — 1 км, арауыҡтарының киңлеге 140 метрға тиклем, металл фермаларҙың бейеклеге — 20 метр.

Күпер

Күперҙе инженер Евгений Карлович Кнорре етәкселегендә Император Мәскәү техник училищеһы профессоры Лавр Проскуряков проекты буйынса Рәсәй эшселәре һәм техникаһы һала. Төҙөлөш 1895 йылда башлана[1]. 1896 йылдың 30 авгусында яңы күпер һалына. Күпергә нигеҙ һалғанда ғибәҙәт ҡылыуҙа Йәнәсәй губернаторы П. М. Прейн, Е. К. Кнорре, тимер юл етәкселеге һәм ҡала халҡы ҡатнаша. Доғаны Йәнәсәй һәм Красноярск епискобы Акакий ҡыла. Яр буйындағы терәктең аҫҡы өлөшөнә тәре менән таш һалына, был ташҡа нигеҙ һалыу ваҡыты, төҙөүселәрҙең һәм почетлы ҡунаҡтарҙың фамилиялары яҙылған манускрипт һалына. Дини йола ваҡытында ташҡа алтын һәм көмөш тәңкәләр 8алына, һәм һуңынан беренсе таш икенсе таш менән цементлап ҡаплана.

Йәнәсәй күперенең үҙенсәлеге — оҙонлоғо (907 метр) һәм ул ваҡытҡа Рәсәйҙә төҙөлгән ошондай ҡоролмалар араһында фермалар (144,5 метр) араһы[2]. Фермалары еңел, кессон өсөн ағас ҡулланыла. Төҙөлөш өсөн 3 миллион доллар аҡса тотонола[2].

Төҙөлөш 1899 йылдың 28 мартында тамамлана.

Хәҙерге тимер юл күпере, һул яҡ ярҙан күренеш

1900 йылда Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә Красноярск күперенең моделе күрһәтелә. Ул Гран-приға һәм «Архитектура камиллығы һәм техник яҡтан һәйбәт башҡарылғаны өсөн» алтын миҙалына лайыҡ була[3]. Красноярск күпере Гран-приҙы Эйфель башняһы менән бүлешкән тигән киң таралған фекер яңылыш фекер булып тора. Эйфель башняһы 1889 йылда төҙөлә һәм ошо йылда алтын миҙал ала, ә Красноярск күпере — 11 йылдан һуң.

1930-сы йылдарҙа, Транссебер магистраленең үткәреү һәләтен арттырыу өсөн икенсе юл һалынғанда, был күпер янында конструктив яҡтан оҡшаш тағы бер күпер төҙөлә. 1990 йылдарҙа өсөнсө күпер төҙөлә башлай. Уны файҙаланыуға тапшырғандан һуң, революцияға тиклемгеһе һүтеп алыныуы ихтимал тип фаразлана. Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын яҡлаусыларҙың ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан[4], 2002 йылда күпер һүтелә башлай.

2007 йылдың 7 авгусында металл һыныҡтарына тапшырыла[5].

Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 241410116100005 (ЕГРОКН)
объект № 2410094000 (БД Викигида)

«Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» конкурсында ҡатнаша.

  1. Йыш ҡына сығанаҡтарҙа Шухов Владимир Григорьевич|В. Г. Шухов]]ты күпере проектының авторы итеп хаталы күрһәтелә
  2. 1 2 Переправы через Енисей | Эра красноярских мостов — строительный портал Sibdom.ru. Дата обращения: 4 октябрь 2019. Архивировано 21 ғинуар 2019 года.
  3. Строительство железнодорожных мостов на рубеже XIX и XX веков // История железнодорожного транспорта России и Советского Союза. 1836—1917 гг.. — СПб: «Иван Фёдоров», 1994. — Т. 1. — С. 232. ISBN 5-85952-005-0.
  4. YouTube сайтында Киножурнал «Енисейский меридиан». Выпуск 5. «Мост».
  5. В Красноярске уникальный старинный Царский мост пошёл на металлолом — Тайга.инфо 2007 йыл 28 ноябрь архивланған.

Архив сығанаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РГИА, ф. 446, оп. 30, д. 11. Доклад № 111 от 2 апреля 1899 г. «Об открытии сквозного движения по Енисейскому мосту».