Йәшел утрау (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Йәшел
47°12′49″ с. ш. 39°46′35″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Акватория Дон
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Ростов өлкәһе
Район Дондағы Ростов
Йәшел утрау (Дондағы Ростов) (Рәсәй)
Brown 804000 pog.svg
Йәшел
Йәшел утрау (Дондағы Ростов) (Ростов өлкәһе)
Brown 804000 pog.svg
Йәшел
Халҡы (2014 йыл) 0 кеше

Йәшел утрау — Ростов өлкәһендәге Дон йылғаһының түбәнге ағымы уртаһындағы бәләкәй утрау. Оҙонлоғо 4 км (көнбайыштан көнсығышҡа), максималь киңлеге — 1,5 км. Административ рәүештә Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетар районына ҡарай. Көньяҡтан Дон менән йыуыла, төньяҡтан ҡала йорттары торған — Нахичеван ҡылымы менән йыуыла. Дон менән иңгә — иң терәшеп торған Йәшел утрау янында күләме буйынса күпкә әҙерәк Быстрый утрауы бар.

Йәшел утрау ағас һәм болон үҫемлектәре менән ҡапланған . Унда тирәк һәм йәсин ағастары үҫә, болонда бөрлөгән осрай. Яры нигеҙҙә ҡомло, улар күрән менән ҡапланған, йәмәғәт пляжы төҙөкләндереү элементтары ҡуйылған, ял итеү базаһы, балалар лагерҙары бар, уларға юлдар һалынған.

Төньяҡтан көньяҡҡа табан утрау бер линиялы электрләштерелгән Батайск — Нахичеван тимер юл линияһы менән киҫешә. Ул Нахичеван ҡылымын һәм Дон йылғаһын ике күпер аша сығып киҫеп үтә.

Нахичеван ҡылымын сыҡҡан ерҙә, 29-сы линия асылған урында, понтонлы күпер бар. Шул понтон күпер аша утрауға сығып йөрөйҙәр. Йәшел утрауына ингән өсөн хаҡ алына[1]. Күпер янында шлагбаум ҡуйылған, ләкин йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн утрауға ҡаршылыҡһыҙ инеү рөхсәт ителә.

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]