Йәшен һәм ялағай
Йәшен һәм ялағай | |
Оҙайлылыҡ | 125 ± 100 микросекунда |
---|---|
Туранан-тура сәбәп булып тора | удар молнии[d] |
Тасуирлау биттәре |
neal.fun/earth-reviews/l… gweiadur.com/welsh-dicti… |
Нимәлә үлсәнә | Грозоотметчик[d] |
Йәшен һәм ялағай Викимилектә |
Йәшен — атмосфералағы электр бушаныуы, ғәҙәттә көслө ямғыр яуғанда була, көслө яҡтылыҡ һыҙаты - ялағай ялтырауҙан, күк күкрәүҙән торған тамамланған цикл. Йәшендәр Венерала, Юпитерҙа, Сатурнда, Уранда һәм башҡа күк есемдәрендә булыуы теркәлгән. Йәшен бушаныуының ток көсө Ерҙә 10—500 мең ампер, көсөргәнеш — тиҫтә миллиондан миллиард вольтҡа тиклем тәшкил итә[1]. Иң оҙон ялағай Оклахомала 2007 йылда теркәлгән. Уның оҙонлоғо 321 км тәшкил иткән. Иң оҙайлы ялағай Альп тауҙарында булған. Ул 7,74 секунд дауам иткән[2].
Ялағай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялағай - атмосферала ҡойма ямғырҙар ваҡытында болоттарҙа электр бушаныуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән йәшендең утлы һыҙаты. Артынса күк күкрәй. Йәшен ваҡытында бик ҡеүәтле электр барлыҡҡа килә.
Көслө яҡтылыҡ атмосфераның ике нөктәһе араһында электр бушаныуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ул ер менән болот йәки ике болот араһында барлыҡҡа килеүсән.
Ялағай ике баҫҡыс үтә - беренсе бушанғанда ергә кире (-) заряд бирелә. Был ваҡытта ялағай ныҡ яҡтырмай. Ерҙән болотҡа ыңғай заряд күтәрелә. 50 м самаһындағы бейеклектә ике заряд осраша һәм барлыҡҡа килгән электр ҡеүәтенән болотта бик яҡты һыҙат барлыҡҡа килә. Уның потенциаль ҡеүәте бер нисә миллион вольтҡа етә ала.
Өйрәнелеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшендең электр тәбиғәтле икәнен американ физик Франклин Бенджамин асҡан, уның идеяһы менән ямғыр болотонан электр алыу тәжрибәһе үткәрелгән.
Франклиндың йәшендең электр сығышлы икәнен өйрәнеү тәжрибәләре киң билдәле. 1750 йылда ул йәшен ваҡытында һауаға осорғос (воздушный змей) ебәреп тәжрибә үткәрә һәм был хаҡта яҙып сыға. Был тәжрибәне тураһында Джозеф Пристли ҙа яҙа.
1989 йылда йәшендең түбәнге атмосферала айырым төрҙәре асыла [3] 1995 йылда юғары атмосферала Джет тип аталған төрө асыҡлана [3].
Йышлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыш ҡына йәшен тропиктарҙа барлыҡҡа килә.
Йәшен Конго Демократик Республикаһының көнсығышында тауҙар араһындағы Кифук ауылында иң йыш осрай[4]. Унда йылына бер квадрат километрға 158 йәшен атыу тура килә[5]. Шулай уҡ йәшен Венесуэлағы Кататумбо тигән урынында, Сингапурҙа ла,[6], Бразилияның төньяғындағы Терезина ҡалаһында[7] һәм Флоридалағы «Йәшендәр аллея»һында йыш ата[8][9].
Боронғо грек мифтарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аполлондың улы Асклепий, Эскулап — табибтар һәм табиблыҡ сәнғәте илаһы дауалау ғына түгел, үлектәрҙе терелткән. Донъялағы боҙолған тәртипте кире урынлаштырыу өсөн Зевс уға йәшен менән атҡан[10].
- Ҡояш илаһы Гелиостың улы Фаэтон бер мәл атаһының ҡояш арбаһына ултырып китергә булған, әммә ауыҙҙарынан ут бөркөп торған аттарға идара итергә хәленән килмәгән һәм Ерҙе саҡ ҡурҡыныс ялҡында һәләк итмәй ҡалған. Асыуы килгән Зевс Фаэтонды йәшен менән атҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кошкин Н. И., Ширкевич М. Г. Справочник по элементарной физике. 5-е изд. М: Наука, 1972 г. С. 138
- ↑ Ученые назвали самую протяженную и самую продолжительную молнии
- ↑ 3,0 3,1 Красные Эльфы и Синие Джеты
- ↑ Kifuka – place where lightning strikes most often . Wondermondo. Дата обращения: 21 ноябрь 2010.
- ↑ Annual Lightning Flash Rate . National Oceanic and Atmospheric Administration. Дата обращения: 8 февраль 2009. Архивировано 30 март 2008 года. 2008 йыл 30 март архивланған.
- ↑ Lightning Activity in Singapore . National Environmental Agency (2002). Дата обращения: 24 сентябрь 2007. Архивировано 27 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Teresina: Vacations and Tourism . Paesi Online. Дата обращения: 24 сентябрь 2007. Архивировано 5 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ Staying Safe in Lightning Alley . NASA (3 ғинуар 2007). Дата обращения: 24 сентябрь 2007.
- ↑ Pierce, Kevin. Summer Lightning Ahead . Florida Environment.com (2000). Дата обращения: 24 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2007 года.
- ↑ Н. А. Кун «Легенды и мифы Древней Греции» ООО «Издательство АСТ» 2005—538,[6]с. ISBN 5-17-005305-3 Стр.35-36.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стекольников И. К. Физика молнии и грозозащита, М. — Л., 1943;
- Разевиг Д. В. Атмосферные перенапряжения на линиях электропередачи, М. — Л., 1959;
- Юман М. А. Молния, пер. с англ., М., 1972;
- Имянитов И. М., Чубарина Е. В., Шварц Я. М. Электричество облаков. М.,1971.
- Базелян, Э. М., Райзер, Ю. П. Физика молнии и молниезащиты. — М., Физматлит, 2001. — 319 c. — ISBN 5-9221-0082-3
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәшен // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- LightningMaps.org — радиоприемная сеть, ведущая онлайн-мониторинг вспышек молний и определение их местоположения в Европе (в том числе, в европейской части России), США и Австралии; см. также карту в квазиреальном масштабе времени.
- Броунов П. И. Молния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Молния: больше вопросов, чем ответов — статья о современной точке зрения на молнии в журнале «Наука и жизнь».
- О молниях, и в частности о разряде из тропосферы в стратосферу
- Красные Эльфы и Синие Джеты.
- Причины возникновения, влияние и способы защиты от молнии[асыҡларға]
- Как образуется молния 2018 йыл 10 апрель архивланған.