Йәшерен сер (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәшерен сер
Нигеҙләү датаһы 1887
Атамаһы Тайна
Сәнғәт формаһы хикәйә
Жанр хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q96749714?
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 11 (23) апрель 1887
Баҫылған Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Йәшерен сер — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, «Осколки» журналының 1887 йылдың 11 апрелендәге 15-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән тәүге тапҡыр баҫыла.

Баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Йәшерен сер» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, 1887 йылдың 11 апрелендә тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 15-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла, шулай уҡ А. Ф. Маркстың баҫмаһына ла инә.

Чехов үҙе тере саҡта хикәйәһе поляк, серб-хорват һәм словак телдәренә тәржемә ителә.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йәшерен сер» хикәйәһе тураһында А. С. Лазарев хатында былай тип яҙа: «Чеховтың хикәйәһе һоҡландырғыс (Чеховтың „насар“ яҙыуы мөмкин түгел)».

«Книжный вестник» журналының рецензенты «Йәшерен сер» хикәйәһен Чехов әҫәрҙәренең беренсе томында иң яҡшыһы тип билдәләгән[1].

Персонаждары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Навагин, статский советник.
  • Федюк, урындағы мәхәлләнең дьячогы.
  • Навагиндың ҡатыны, спиритистка.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пасха көн кис статский советник Навагин, сәфәрҙән ҡайтыу менән, килеүселәр исемлеген уҡый һәм унда Федюков фамилияһын таба. Уның кем булыуын бер ҙә иҫенә төшөрә алмай. Шулай уҡ Швейцар ҙа Федюковты күрмәгән һәм уның кем икәнен белмәй. Навагиндың ҡатыны спиритка булғанлыҡтан, бында ирен яҡын күргән яуыз йән ҡул тейҙергән, ти һәм, бәлки, уға нимә кәрәген һорарғалыр, тип кәңәш бирә. Навагин ҡатынына ышанмай. Ике аҙна уйлап йөрөгәндән һуң, ир ҡатынынан Федюков рухын саҡырыуын үтенергә ҡарар итә.

Спиритик сеанста ҡатыны Федюковтың рухын саҡыра, уның менән һөйләшә. Спиритизм сеанстары бер-бер артлы алып барыла һәм Навагин менән Федюков араһында диалог урынлаштырыла. Навагин шулай уҡ Наполеонды, Ганнибалды, Аскоченскийҙы, үҙенең әбеһе Клавдия Захаровнаны саҡырып килтерә, һәм уларҙың барыһы ла уға ҡыҫҡа, әммә дөрөҫ һәм тәрән мәғәнәгә эйә тулы яуап бирәләр. Навагинды гипнотизм, медиумизм, бишопизм, спиритизм, дүртенсе үлсәм һәм "томан"дар биләп ала. Бынан тыш, Навагин үҙе лә бер әйбер яҙырға теләй. Ул биш ай буйы «Минең дә фекерем» тигән баш аҫтында реферат яҙа. Рефератты ул заказлы хат менән һалырға һәм журналда баҫтырырға ҡарар итә. Шул саҡ уның янына, Навагин үҙе кинйә улына иртәгә үк метрик таныҡлыҡ булдырыуын үтенгән, урындағы мәхәлләнең саҡыртылып алынған дьячогы килә. Дьячок уға былай тип яуап бирә: «Иртәгә үк әҙер буласаҡ! Иртәгә киске доға алдынан вечерняя сиркәүгә берәрһен ебәрегеҙ. Мин унда булам. Федюковты һорарға бойороғоҙ, мин һәр ваҡыт унда…»

Был Навагиндың алғы бүлмәһендә ҡул яҙыуы тороп ҡалған әлеге Федюков булып сыға. Дьячок үҙенең ҡылығын былай тип аңлата: «Мин, ғали йәнәптәре, беҙ тәре менән йөрөгәндә, һәр саҡ ҙур түрәләрҙә вельможные особы ҡул ҡуям… Бына шулай яратам… Ишек алдында, ғәфү итегеҙ, ҡағыҙ бите күрәм икән, үҙенән-үҙе исемемде яҙғы килә…». Был һүҙҙәрҙән һуң Навагин «өнһөҙ миңрәүләнгәндәй» була һәм үҙен борсомауҙы, тыныс ҡалдырыуҙы үтенә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Тайна// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 259, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Le Mystère traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1970, ISBN 2-07-010550-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Книжный вестник», 1900, № 3, отдел «Библиографический обзор», стр. 52