Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә

Йөҙ йыллыҡ һуғыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йөҙ йыллыҡ һуғыш
Lenepveu, Jeanne d'Arc au siège d'Orléans.jpg
Жанна д'Арк Орлеанды ҡамауға алғанда
Дата

1337—1453 (116 йыл)

Урыны

нигеҙҙә Францияла

Һөҙөмтә

Францияның еңеүе

Үҙгәрештәр

Англия Францияла булған күпселек биләмәлерен юғалта (Кале портынан башҡа)

Ҡаршы тороусылар
Royal Arms of England (1340-1367).svg Англия короллеге
Armoires portugal 1385.svg Португалия короллеге
Royal Arms of Navarre (1328-1425).svg Наварра короллеге
Arms of Aquitaine and Guyenne.svg Аквитания герцоглығы
Blason fr Bourgogne.svg Бургундия герцоглығы
Armoiries Bretagne - Arms of Brittany.svg Бретань герцоглығы (Монфор-л’Амори йорто)
Arms of the Grand Duchy of Luxembourg.svg Люксембург герцоглығы
Blason Comte-de-Flandre.svg Фландрия графлығы
Hainaut Modern Arms.svg Геннегау графлығы
Arms of the Kingdom of France (Moderne).svg Франция короллеге
Aragon arms.svg Арагон короллеге
Royal Coat of Arms of the Crown of Castile (1284-1390).svg Кастилия һәм Леон короллеге
Armoiries Majorque.svg Майорка короллеге
Royal Arms of the Kingdom of Scotland.svg Шотландия короллеге
Bohemia Arms.svg Богемия короллеге
Trier Arms.svg Генуя республикаһы
Armoiries Bretagne - Arms of Brittany.svg Бретань герцоглығы (де Шатильон йорто)
Командующийҙар
билдәһеҙ билдәһеҙ
Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ неизвестно

Йөҙ йыллыҡ һуғыш (франц. Guerre de Cent Ans, ингл. Hundred Years' War) — бер яҡтан Франция һәм уның союздаштары һәм икенсе яҡтан Англия һәм уның союздаштары араһындағы яҡынса 1337 йылдан алып 1453 йылға тиклем дауам иткән һуғыштар серияһы.

Был низағтарҙың төп сәбәбе — инглиз короле Плантагенеттар нәҫеленең француз тәхетенә дәғүә итеүе. Плантагенеттарҙы һәм француз короле Капетингтар нәҫелен туғанлыҡ ептәре бәйләгән була.

Француздар үҙҙәренең яғынан инглиздәрҙе Гиеньдан сығарырға ынтыла, был ерҙәр 1259 йылғы Париж килешеүе менән Францияға ҡушылырға тейеш була. Баштағы уңыштарына ҡарамаҫтан, Англия үҙенең маҡсаттарына ирешә алмай, һуғыш һөҙөмтәһендә континенттағы бөтә биләмәләрен дә юғалта, тик Кале порты ғына 1558 йылға тиклем инглиздар ҡулында була.

Һуғыш тәнәфестәр менән бергә барлығы 116 йыл дауам итә. Тураһын әйткәндә, быны низағтар серияһы тип атарға мөмкин:

  • беренсе (Эдвардиан һуғышы) — 1337—1360,
  • икенсе (Каролинг һуғышы) — 1369—1396,
  • өсөнсө (Ланкастер һуғышы) — 1415—1428,
  • дүртенсе — 1428—1453 йылдарҙа дауам итәләр.

Ошо низағтар серияһын дөйөмләштереп торған «Йөҙ йыллыҡ һуғыш» исемле термины һуңыраҡ килеп сыҡҡан. Нәҫел низағтары менән башланып аҙаҡтан инглиз һәм француз милләттәре формалашҡас һуғыш милли төҫмөр ала. Бихисап хәрби ҡаршылыҡтар, эпидемиялар, аслыҡ һәм үлтерештәр арҡаһында Францияның халҡы һуғыш һөҙөмтәһендә икенән өс өлөшкә ҡыҫҡара[1].

Йөҙ йыллыҡ һуғыш хәрби эш үҫешенә көслө йоғонто яһай: ҙур ғәскәрҙәр төҙөр өсөн бәләкәй генә сығымдар талап иткән пехотаның алыш яландарында роле көсәйә, тәүге даими ғәскәрҙәр килеп сыға. Яңы төр ҡоралдар уйлап табыла, атыусы ҡорал үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуа.

Сәбәбтәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Креси янындағы алышта король Эдуард III

Һуғышты Англия короле Эдуард III башлап ебәрә, ул әсәһе яғынан Капетингтар нәҫеленең француз короле Филипп IV Сибәрҙең ейәнсәре булған. 1328 йылда Капетингтар нәҫеленең туранан-тура һуңғы вәкиле Франция короле Карл IV үлгәндән һуң һәм Сали ҡанунына ярашлы Валуа нәҫеленең вәкилен Филипп VI тәхеткә ултырғандан һуң, Англия короле Эдуард III был тәхеткә дәғүә белдерә. Бынан башҡа монархтар иҡтисади мөнәсәбәтенән бик мөһим булған Гасконь өлкәһе өсөн бәхәсләшкәндәр. Был өлкә инглиз короленең биләмәһе булып торһа ла, ғәмәлдә уны Франция контролдә тотҡан. Тағы ла Эдуард III атаһы Эдуард II юғалтҡан территорияларҙы ла ҡайтарырға теләгән. Филипп IV инглиз короленән үҙен дәүләт башлығы булыуын таныуҙы талап иткән. 1329 йылғы компромисслы килешеүҙә ике яҡтарҙыла ҡәнәғәтләндермәгән. Әммә эске сәбәптәр арҡаһында Эдуард III француз тәхетенә дәғүә итмәүен белдерә һәм Филипп VI француз короле булыуын таный, һәм алмашҡа Гасконь өлкәһенә хоҡуҡтарын һаҡлап ҡала.

1333 йылда Эдуард III Францияның союздашы булған Шотландия короле Давид II ҡаршы һуғыш аса. Филипп VI быны менән файҙаланып Гасконьды ҡушырға уйлай. Әммә һуғыш инглиздәр өсөн уңышлы булған, Халидон-Хилл янындағы алышта еңелгәндән һуң Давид II Францияға ҡасырға мәжбүр була. 1336 йылда Давид II Шотландия тәхетенә ултыртыр өсөн Филипп VI Британ утрауҙарына баҫып инергә һәм параллель рәүештә Гасконь өлкәһен ҡайтарырға уйлай. Ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәтәрендә дошманлыҡ юғары кимәлгә етә.

1337 йылда инглиздәр Пикардия өлкәһенә һөжүм итеп ҡарайҙар, уларға Фландрияның ҡалалары һәм аҡһөйәктәре һәм Франңүцияның көньяҡ-көнбайыш ҡалалары ярҙам итәләр.

Һуғыш алдынан Франция ҡораллы көстәренең хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш алдынан Францияның ҡораллы көстәре феодаль рыцарҙар төркөмдәренән, контракт нигеҙендә саҡырылған һалдаттарҙан һәм сит ил ялланыусыларынан (улар исемлегенңүә Генуяның арбалетсылары ла ингән)[2]. Низағ башланыр алдынан ҡорал күтәрә алған рыцарҙарҙың һаны 2350—4000 яугир тәшкил иткән[2].

Беренсе этап[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштың беренсе осоро Эдуард III өсөн уңышлы була, ул Түбәнге илдәр етәкселәре һәм Фландрия бюргерҙары менән килешеү төҙөргә ирешә, әммә 1340 йылда бер нисә һөҙөмтәһеҙ кампанияларҙан һуң был союз тарҡалыуға дусар була. Тәүге осорҙа Франция флоты диңгеҙҙә өҫтөнлөк тотҡан. Ләкин 1340 йылда Слейс янындағы диңгеҙ алышында француз флоты тулыһынса тиерлек ҡыйратыла һәм Йөҙ йыллыҡ һуғыш тамамланғанына тиклем диңгеҙҙә өҫтөнлөк Англия флотына күсә.

1346 йылда инглиздәрҙең Калены яулауы

1341 йылда Бретань герцоглығы мираҫы өсөн һуғыш башлана. Бында Жан де Монфорҙы инглиз короле яҡлап сыҡһа, Карл де Блуаға француз монархы ярҙам итә. Артабанғы йылдар дауамында Бретаньдә дауам итә, Ванн ҡалаһы бер нисә тапҡыр бер ҡулдан икенсе ҡулға күсә. 1346 йылда Эдуард III, Ла-Манш аша үтеп, Францияға баҫып инә һәм Нормандия өлкәһенең Кан ҡалаһын ҡулға ала. 1346 йылдың 26 авгусында Креси янындағы алышта француз ғәскәрҙәре тар-мар ителә, һәм бытл бында Францияның союздашы булған Богемия короле Иоганн Люксембургский һәләк була. 1347 йылда инглиздәр төньяҡ Францияла урынлашҡан Кале портын оҙайлы ҡамалыштан һуң яулап алалар. Шул уҡ йылда Невиллс-Кросс янындағы алышта Шотландия короллеге ғәскәрҙәрен еңеп, уның короле Давид II ҡулға алығандан һуң, Англияның хәле тағы ла яҡшыра.

1346—1351 йылдарҙа бөтә Европа буйлап чума пандемияһы («Ҡара үлем») тарала, ул бик күп кешеләрҙең үлеүенә килтерә һәм һуғыштың әүҙемлеген төшөрә. 1351 йылдың 26 мартында булған утыҙ инглиз рыцаре һәм сквайрҙары бер яҡтан, һәм утыҙ француз рыцарҙары һәм уларҙың ярҙамсылары икенсе яҡтан ҡатнашҡан алыш тарихта «Утыҙ алышы» исеме аҫтында билдәле ҡалған.

1356 йылда Эдуард III улы Эдуард—Ҡара принц етәкселегендәге 30-меңлек инглиз ғәскәре Пуатье янындағы алышта француздарҙы ҡыйраталар һәм король Иоанн II Мәрхәмәтлене тотҡонға алалар. Иоанн II инглиз короле менән килешеү төҙөргә мәжбүр була. Франция короле тотҡонда булған осорҙа уның хөкүмәте тарҡала башлаған. 1359 йылда Лондон тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылған, уға ярашлы Англияға Аквитания герцоглығы күскән, һәм Иоанн II иреккә ебәрелгән. Хәрби уңышһыҙлыҡтар һәм иҡтисади ҡыйынлыҡтар Францияла халыҡтың баш күтәреүҙәренә килтерә — 1357—1358 йылдарҙа Париж ихтилалы һәм 1358 йылда Жакерия була. Быны менән файҙаланып Англия ғәскәрҙәре өсөнсө тапҡыр Францияға барып инә, Реймс ҡалаһын ҡамауға алалар, һуңынан ҡамауҙы сисеп Парижға юлланалар. Әммә Эдуард Парижды ла, Реймсты ла баҫып алырға теләмәй, уның маҡсаты булып Франция хөкүмәтенең көсһөҙлөгөн күрһәтеү булған. 1360 йылда Франция дофины буласаҡ король Карл V инглиздәр менән Бретиньи тыныслыҡ килешеүен төҙөргә мәжбүр була. Беренсе этаптан һуң Англия үҙенә Бретаньдың яртыһын, Аквитанияны, Кале һәм Пуатье ҡалаларын, һәм Францияның вассал биләмәләренең яртыһын ҡуша. Һөҙөмтәлә Франция үҙенең территорияһының өстән бер өлөшөн юғалта.

Тыныслыҡ осоро (1360—1369)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иоанн II Мәрхәмәтленең улы Людовик I Анжуйлы 1362 йылда Англиялағы тотҡондан ҡаса, ә 1364 йылда Иоанн II тотҡонда мәрхүм була һәм Франция короле булып Карл V була.

Бретиньи тыныслыҡ килешеүе буйынса Эдуард башҡаса Франция тәхетенә дәғүә итмәгән, әммә шул уҡ ваҡытта Аквитаниялағы инглиз биләмәләрен һәмр Кале портын нығыта. 1369 йылда Карл V инглиздәр килешеүҙәрҙең шарттарын ғәмәлдә үтәмәй тигән сәбәп менән, Англияға ҡаршы һуғыш иғлан итә.

Францияның көсәйеүе. Ваҡытлыса килешеү. Икенсе этап[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Реконкиста (1369—1380 йй.)

Тыныслыҡ осоро менән файҙаланып француз короле Карл V ғәскәрҙе яңынан ҡора һәм иҡтисади реформалар үткәрә. Былар бөтәһе лә Францияға икенсе этапта 1370-се йылдарҙа байтаҡ хәрби уңыштар яуларға ярҙам итә. Инглиздәр илдән ҡыҫырыҡланғандар. Бретань нәҫеле өсөн барған Ор янындағы алышта инглиздәр еңеүенә ҡарамаҫтан, бретон герцогтары француз хөкүмәтенә яҡын мөнәсәбәттә булған, ә бретон рыцаре Бертран Дюгеклен хатта Францияның коннетабле булып киткән. Был осорҙа Ҡара Принц 1366 йылдан алып Иберия ярымутрауындағы һуғыш менән мәшғүл булға, ә Эдуард III инлиз ғәскәрҙәрен етәкләр өсөн бик ҡарт булған. Былар бөтәһе лә Францияға уңайлы булып торған. Кастилия короле Педро I ҡыҙҙары Констанция һәм Изабелла Ҡара Принцтың ҡустыларында Джон Гонт һәм Эдмунд Лэнгли менән никахлашҡан булалар. 1370 йылда Педро I тәхеттән Энрике II менән төшөрә, уға Дюгеклен етәкселегендә француздар ярҙам итә. Франция һәм Кастилия менән бер яҡтан һәм Англия һәм Португалия менән икенсе яҡтан һуғыш башлана.

Дюгеклен етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре күп кенә ҡалаларҙы, шул иҫәптән 1372 йылда Пуатьены һәм 1377 йылда Бержеракты, азат итәләр. Союздаш француз-кастиль флоты Ла-Рошель янындағы алышта инглиз эскадраһын ҡыйрата.

1376 йылда Ҡара Принц һәм 1377 йылда Эдуард III мәрхүм булғандарҙан һуң, Англия тәхетенә принцтың бәлиғ булмаған Ричард II ултырған. 1380 йылда Бертран Дюгеклен үлгән, әммә Англияға икенсе яҡтан хәүеф янай. 1388 йылда Шотландия ғәскәрҙәре инглиздарҙы Оттерберн янындағы алышта ҡыйрата. 1396 йылда ике яҡта һуғыштан арығас, 1396 йылда улар ваҡытлыса килешеү төҙөйҙәр.

Ваҡытлыса килешеү (1396—1415)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ваҡытта француз короле Карл VI аҡылдан яҙа, тиҙҙән уның менән туғаны Бургундия герцогы Жан Тәүәкәлле һәм ҡустыһы Людовик Орлеанлы менән хәрби низағ тыуа. Жан Тәүәкәллегә ҡаршы булған арманьяктар фирҡәһе Людовикты үлтереп, Францила властҡа киләләр. 1410 йылға ҡарай ике яҡтарҙа ярҙамға инглиз ғәскәрҙәрен саҡырырға уйлай, әммә был ваҡытта Англияның Ирландияһында һәм Уэльста ихтилалдар тоҡана, һәм Шотландия менән яңы һуғыш башлана. Быларҙан башҡа илдә ике граждандар һуғышы була. Ричард II идара итеүенең күп өлөшөн Ирландия менән һуғышып үткәргән. Ричардты тәхеттән ҡолатып Генрих IV король булғанға тиклемдә Ирландияла һуғыш туҡтамаған. Уэльста Оуайн Глиндур етәкселегендә ихтилал ҡабына, ул саҡ 1415 йылға ҡарай ғына тулыһынса баҫтырыла. Бер нисә йылдар буйы Уэльс ғәмәлдә бойондороғһоҙ айырым дәүләт булып торған. Англияла королдәрҙең алышыныуы менән файҙаланып, шотландтар илгә бер нисә һөжүм ойошторалар. Әммә инглиз ғәскәрҙәрҙе был һөжүмдәрҙе кире ҡаға һәм Шотландия армияһын 1402 йылда булған Хомильдон-Хилл янындағы алышта ҡыйраталар. Артабан инглиз короленә ҡаршы раф Генри Перси етәкселегендә ихтилал ҡабына, ул бик оҙаҡҡа һуҙыла һәм тик 1408 йылға ҡарай баҫтырыла. Англияның был ауыр осоронда, инглиздәр флотына һәм сауҙаһына француз һәм скандинав пираттары һөжүмдәр яһай. Шулай итеп Англияның Францияның эске эштәренә ҡыҫылыуы 1415 йылға тиклем кисетерелә.

Өсөнсө этап (1415—1428). Азенкур янындағы алыш һәм Францияны оккупациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөҙ йыллыҡ һуғыштың барышы

Инглиз короле Генрих IV тәхеттән ултырғандан алып Францияға баҫып инер өсөн пландар ҡора, әммә улар тик уның улы Генрих V генә атҡара ала. 1414 йылда ул Арманьяктар менән союзға инеүҙән баш тарта һәм Генрих II Плантагенет заманындағы инглиз биләмәләрен ҡайтарырға планлаштыра. 1415 йылдың авгусында Англия ғәскәре Онфлер ҡалаһын баҫып алалар, әммә Парижға юлланыр өсөн хәүефһеҙерәк булған Кале портынан юл һайлай. Шул уҡ ваҡытта инглиз ғәскәренең аҙыҡ-түлеге етешмәүе асыҡлана, һәм Генрих V оборонаға күсергә мәжбүр була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, инглиздәр 1415 йылдың 25 октяберендә булған Азенкур янындағы алышта француздарҙың өҫтөнлөклө көстәрен баҙнат менән еңәләр.

Англия короле Нормандия өлкәһенең күп өлөшөн, шул иҫәптән 1417 йылда Кан һәм 1419 йылда Руан ҡалаларын баҫып алырға ирешә. 1419 йылда Жан Тәүәкәллене үлтергәндән һуң Парижды Бургундия герцогы Парижды ала һәм инглиздәр менән союзға инә. Был Англия ғәскәрҙәренә биш йыл эсендә Франция территорияһының яртыһын баҫып алырға ярҙам итә. 1420 йылда инглиз короле Генрих V аҡылдан яҙған Карл VI менән осраша һәм уның менән Труа килешеүен төҙөй. Килешеү буйынса Францияның тәхет вариҫы итеп Карл VI улы дофин Карл VII түгел, ә Англия короле Генрих V иғлан ителгән. Труа килешеүенән алып 1801 йылға тиклем инглиз королдәре Франция короле титулында йөрөткәндәр. 1421 йылда Генрих V Парижға барып инә һәм был килешеү рәсми рәүештә Генераль штаттар менән раҫлана.

Англия короленең уңыштары Францияға алты меңлек Шотландия ғәскәре килеүе менән тамамлана. 1421 йылда граф Джон Стюарт етәкселегендәге шотланд ғәскәре Боже янындағы алышта һан яғынан күп булған инглиз армияһын ҡыйрата. Был һуғышта Англия армияһының командующийы һәм кенә юғары дәрәжәле инглиз ғәскәре башлыҡтары һәләк була. 1422 йылда Мо ҡалаһында король Генрих V мәрхүм була. Уның берҙән бер 1 йәшлек малайы шунда уҡ Англия һәм Франция короле тип иғлан ителгән, әммә Арманьяктар дофин Карл яғында ҡалғандар һәм һуғыш дауам иткән.

Орлеанды ҡамау

1423 йылдағы Краван янындағы алышта француз-шотланд ғәскәрҙәре бик ҙур юғалтыуҙар кисерәләр. Франция армияһы еңелгәндән һуң уның территорияһы һаманда урталай бүленгән килеш ҡала: Пикардия һәм Көньяҡ Франция менән бәйләнеш өҙөлә. Ике өлөштәрҙә инглиздәр менән айырым-айырым көрөшергә мәжбүр була. Краван янындағы алышта еңелгәндән һуң Карл VII ғәскәрҙәре тағы ла бер нисә уңышһыҙлыҡтарға тарый.

1428 йылда инглиз ғәскәрҙәре Орлеанды ҡамауға алалар. Француздар аҙыҡ-түлек менән барған ылауға һөжүм яһағандар, был ҙур ғына алышҡа әйләнгән һәм тарихҡа «Селёдкалар алышы» исеме аҫтында ҡалған. Был алышта рыцарь Джона Фастольф етәкселегендәге инглиздәр еңеү яулағандар. 1428 йыл сәйәси аренала Жанна д’Арктың килеп сығыуы менән билдәләнә.

Һуңғы һынылыш. Инглиздәрҙе Франциянан ҡыҫырыҡлау (1428—1453)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1424 йылда Генрих VI олаталары регентлыҡ өсөн көрәш башлайҙар. Уларҙың берәүһе Глостер герцогы Хамфри Ланкастерлы, Геннегау графиняһы Якобаға өйләнеп һәм уның биләмәләрен ҡайтарырға теләп, Голландияны баҫып ала. Был Бургундия герцогы Филипп III менән низағ тыуыуына килтерә.

1428 йылға ҡарай Орлеанды ҡамап, инглиздәр һуғышты дауам итәләр. Уларҙың ҡаланы алырға хәленән килмәй, әммә француз ғәскәрҙәре лә ҡалаға ярҙам итергә ашыҡмайҙар. 1429 йылда Жанна д'Арк дофинды (буласаҡ король Карл VII) уға Орлеанды ҡамауҙан сисер өсөн ғәскәр бирергә өгөтләй. Тиҙҙән Жанна д’Арк етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре Орлеандан ҡамауҙы ысҡындырыуға ирешәләр. Жаннан илһамланып, француздар Луара йылғаһы буйындағы бер нисә мөһим ҡәләғәләрҙе алалар. Пат янындағы алышта Жанна д’Арк етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре инглиздәрҙе еңәләр һәм Реймс ҡалаһына юл асалар, тиҙҙән бында дофин Карл VII исеме аҫтында Франция короле тип иғлан ителә.

1435 йыл

1430 йылда Жанна д’Аркты бургундтар тотҡонға алалар һәм инглиздәргә тапшыралар. 1431 йылда уны язалап үлтерәләр. Әммә был ваҡиға һуғыштың артабанғы барышына тәьҫир итмәй. 1435 йылда бургундтар Франция короле яғына күсәләр һәм уларҙың герцогы Филипп III француз короле Карл VII килешеү төҙөп Парижды ҡайтара. Карл VII хөкүмәтте һәм армияны яңынан ҡора. Француз ғәскәрҙәре яйлап күп кенә ҡалаларҙы азат итәләр. 1449 йылда Руан ҡалаһын азат итеүгә ирешәләр, Форминья янындағы алышта граф де Клермон етәкелегендәге француз ғәскәрҙәре тулыһынса тиерлек инглиздәрҙе ҡыйрата. Шул уҡ йылдың 6 июлендә француздар Нормандияның Кан ҡалаһын азат итәләр.

Шрюсбери графы Джона Талбот етәкселегендәге инглиз ғәскәренең Гасконь өлкәһен ҡайтарыуға ынтылышы уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1453 йылда Кастильон янындағы алышта инглиздәр емергес еңелеүгә тарыйҙар. Был Йөҙ йыллыҡ һуғыштың аҙаҡҡы алышы булып тора һәм 1453 йылдағы Бордо ҡалаһындағы инглиз гарнизонының капитуляциялауы уның тамаланыуына килтерә.

Франция территорияһындағы инглиздәрҙең һуңғы биләмәләһе Кале округы уларҙың ҡулында 1558 йылға тиклем һаҡланған.

Һуғыш тамамланыуы тураһындағы Англия һәм Франция араһындағы тыныслыҡ килешеүе 1453 йылда ла, унан һуңғы йылдарҙа ла төҙөлмәй. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған Англия эсендә барған Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы инглиз королдәрен Францияға һөжүмдәр ойошторға мөмкинлек бирмәйҙәр. 1475 йылда инглиз короле Эдуард IV Францияға баҫып инә, һөҙөмтәлә француз короле Людовик XI менән Пикиньи килешеүен төҙөй. Был килешеүһе йыш ҡына Йөҙ йыллыҡ һуғыштың тамалауын һыҙыҡ аҫтына алыусы килешеү тип иҫәпләйҙәр.

Англия королдәре тағы ла оҙаҡ йылдар буйы француз тәхете өсөн дәғүә иткәндәр[3], ә «Франция короле» титулы һаманда Англия королдәре титулатураһында һаҡланып килгән. Франция Республикаһы менән һуғыштарҙан һуң, Англия килешеүгә ҡул ҡуя. Уға ярашлы инглиз королдәре үҙенең француз тажына булған дәғүәләренән һәм 1801 йылдың 1 ғинуарында сыҡҡан прокламацияға ярашлы «Франция короле» титулынан баш тартҡандар[4].

Һуғыштың эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш һөҙөмтәһендә, 1558 йылға тиклем Англия составында булған Кале портынан башҡа, Англия континенттағы бөтә биләмәләренң юғалта. Шулар араһында XII быуаттан алып уҡ инглиз тәхетенең көньяҡ-көнбайыш Францияла урынлашҡан киң биләмәләре лә була. Англия короленең аҡылдан яҙыуы илде анархия һәм үҙ-ара һуғыштарға — Ал һәм Аҡ раузалар һуғышына килтерә. Эске һуғыштар арҡаһында, континентта юғалтҡан территорияларҙы ҡайтарыр өсөн Англияның бер ниндәй көстәре һәм саралары ҡалмай. Быға өҫтәп дәүләт ҡаҙнаһы ҙур хәрби сығымдар арҡаһында буш булған.

Йөҙ йыллыҡ һуғыш хәрби эш үҫешенә көслө йоғонто яһай: ҙур ғәскәрҙәр төҙөр өсөн бәләкәй генә сығымдар талап иткән пехотаның алыш яландарында роле көсәйә, тәүге даими ғәскәрҙәр килеп сыға. Яңы төр ҡоралдар уйлап табыла, атыусы ҡорал үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Don O’Reilly. Hundred Years' War: Joan of Arc and the Siege of Orléans. // TheHistoryNet.com
  2. 2,0 2,1 Д. Николле, А. МакБрайд. Французская армия в Столетней войне. — М.: АСТ; Астрель, 2004. — (Военно-историческая серия «Солдатъ») — ISBN 5-17-022699-3
  3. Калмыкова Е. Незаконченная война: притязания английских королей на французскую корону после 1453 г. // Диалог со временем. — 2009. — № 29. — С. 132—146.
  4. «Proclamation as to the Royal Style and Titles and as to the Ensigns Armorial, Standard, and Union Jack»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Йөҙ йыллыҡ һуғыш

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Басовская Н. И. Столетняя война 1337—1453 гг.: Учебное пособие — М.: Высшая школа, 1985. — 185 б. — (Библиотека историка). — 20 000 экз.
  • Басовская Н. И. Столетняя война: леопард против лилии — М.: Астрель, АСТ, 2007. — 446 б. — ISBN 978-5-17-040780-4.
  • Бёрн А. Битва при Креси. История Столетней войны с 1337 по 1360 год — М.: Центрполиграф, 2004. — 336 б. — ISBN 5-9524-1116-9.
  • Бёрн А. Битва при Азенкуре. История Столетней войны c 1369 по 1453 год — М.: Центрполиграф, 2004. — 352 б. — ISBN 5-9524-1263-7.
  • Перруа Э. Столетняя война / Пер. с франц. М. Ю. Некрасова. — СПб.: Евразия, 2002. — 480 б. — (Clio militaris). — 1500 экз. экз. — ISBN 5-8071-0109-X.
  • Фавье Ж. Столетняя война / Пер. с франц. М. Ю. Некрасова. — СПб.: Евразия, 2009. — 656 б. — (Clio). — 1000 экз. экз. — ISBN 978-5-91852-004-8.
  • Фаулер К. Эпоха Плантагенетов и Валуа / Пер. с англ. С. А. Кириленко. — СПб.: Евразия, 2002. — 352 б. — (Clio). — 1500 экз. экз. — ISBN 5-8071-0103-0.