Эстәлеккә күсергә

Кавал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кавал
изображение
Классификация

буйға һәм арҡылыға киҫемле [1] (диагоналле) флейта

Туғандаш инструменттар

Шупелка (цафара) — төрҙәрҙең береһе

Кавал – Кесе Азия, Көньяҡ Һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа халыҡтарында йыш осрай торған буйға һәм арҡылыға киҫемле флейта. Болгария, Төньяҡ Македония, Төркиә, Венгрия, Албания, көньяҡ Сербия, көнбайыш Украина (флояр исеме аҫтында), Молдова, төньяҡ Юнанстан, Румыния, Әрмәнстанда таралған. Диапазоны 2,5-3 октава.

Ҡоралдың исеме төрөк телендәге «оҙон ағас көтөүсе һыҙғыртҡысы» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Башта көтөүселәр көтөү менән идара итеү өсөн тауыш сығарған ҡыуыш торбалар ҡулланған, тип иҫәпләнә. Кавалдың килеп сығышын аныҡ билдәләү бик ауыр, әммә уның элгәрҙәре тип ҡайһы бер мысыр, сүриә, һуңыраҡ юнан тынлы музыка ҡоралдарын иҫәпләргә мөмкин. Кавалдың прототибы яңы эраға тиклем үк булған. Хатта кавал донъялағы иң боронғо тынлы инструмент булыуы ла ихтимал. Ошондай уҡ ҡоралдар иң боронғо цивилизациялар урынлашҡан Тигр һәм Евфрат буйҙарында, шулай уҡ кавал традицион инструмент булып торға Мысырҙа ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған.

Боронғо легендаға ярашлы, кавалда Орфей үҙе уйнаған. Һәм ул уйнағанда, уның алдында тауҙар айырылған.

  • Кавал // Большая российская энциклопедия. Том 12. — М., 2008. — С. 344.
  • Кавал // Музыкальные инструменты. Энциклопедия. — М.: Дека-ВС, 2008. — С. 234—235. — 786 с.
  • Кавал // Музыкальная энциклопедия. Том 2. — М.: Советская энциклопедия, 1974. — Стб. Ҡалып:-..
  • Кавал // Музыкальный энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 223. — 672 с.