Кадомцев Эразм Самуилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кадомцев Эразм Самуилович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 8 март 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө революционер, организатор кинопроизводства
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]

Кадомцев Эразм Самуилович (8 март 1881 йыл, Бөрө, Өфө губернаһы — 6 март 1965 йыл, Мәскәү) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эразм Самуилович Кадомцев Бөрө ҡалаһында (Өфө губернаһы) тыуған, дворян, чиновник улы, Ырымбурҙа кадет корпусын һәм Петербургта Павловск хәрби училищеһын тамамлай. Офицер, 1904—1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында ҡатнаша. Уның атаһы Самуил Евменьевич Кадомцев — алдынғы ҡарашлы ҡаҙна чиновнигы. Йортта сәйәси һөргөнсөләр, шул иҫәптән Өфөлә һөргәндә булған Н. Крупская килә, 1900 йылда В. И. Ленин да инә. Әсәһе, Буталова Анна Фёдоровна (1860—1942) — старообрядсылар ғаиләһенән

1901 йылдан РСДРП ағзаһы, большевик. Өфөлә хәрби эшселәр дружинаһын ойоштороусы. 1905 йылдарҙа хәрби дружиналар штабы начальнигы, Урта һәм Көньяҡ Уралда эшләй. 1906 йылдың мартынан Петербургтағы Большевиктар Үҙәк Комитеты янында хәрби үҙәк ағзаһы, хәрби дружиналарҙың үҙәк инструкторлыҡ мәктәбен ойоштороусы. РСДРП хәрби һәм һуғышсан ойошмаһының 1-се конференцияһы делегаты (1906), унда хәрби һәм һуғышсан ойошмаларҙың Ваҡытлыса бюроһының ағзаһы булып һайлана. 1908 йылда ҡулға алына, һөргөнгә ебәрелә, 1909 йыл аҙағына һөргөндән сит илгә ҡаса.

1910—1915 йылдарҙа «Владимир» ҡушаматы аҫтында Парижда эмиграцияла йәшәй. Рәсәйгә ҡайтып, Уралда, Санкт-Петербургта революцион эш алып бара. Уралда 1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революцияларында ҡатнаша. Революциянан һуң большевиктар партияһының Өфө өлкә комитеты ағзаһы, губерна өлкә комитеты, Төркөстан армияһы айырым бүлегенең ағзаһы була. 1919 йылда — РККА-ның Көнсығыш фронтында разведка штабы начальнигы, һуңынан Урал алды округында Вохр ғәскәрҙәре командующийы (ГПУ ғәскәрҙәре). 1921—1922 йылдарҙа — Төркөстан республикаһында һыу хужалығының баш идаралығы начальнигы. 1922 йылда Мәскәүҙә ГПУ ғәскәрҙәре командующийы була.

1923—1925 йылдарҙа — Кинематография буйынса дәүләт комитеты идараһы рәйесе[1][2][3].

1923 йылдан 1926 йылға тиклем совет автотранспорты үҫешендә ҙур роль уйнаған «Автопромторг» йәмғиәте идаралығы рәйесе. Һуңынан Союзтранспортта эшләй, шул иҫәптән СССР юлдары халыҡ комиссариатының автомобиль транспорты үҙәк идараһы башлығы урынбаҫары булып эшләй. Ленин ордены менән бүләкләнә. 1940 йылдан — Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Уның исемен Мәскәүҙең төньяғында, шулай уҡ Мытищила 17-се биҫтәлә урам йөрөтә. Өфө ҡалаһы урамдарының береһе ағалы-ҡустылы Кадомцевтар исеме менән атала.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кадомцев Э. С. Воспоминания о молодости. — М., 1937.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ирск
  2. энц
  3. лопе

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Большая советская энциклопедия : [в 51 т.] / гл. ред. С. И. Вавилов. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1949—1958.
  • Бандурин С. Г. Э. С. Кадомцев — революционер, террорист, государственный деятель // Вестник Российского университета дружбы народов. Серия: История России. — 2009. — № 5. — С. 27—31.
  • Кашиц В. А. Смело, товарищи…: Документальная повесть [о семье Кадомцевых]. — М.: Политиздат, 1976. — 1976 с.
  • Хвостов Л. А. Братья Кадомцевы [Михаил, Иван и Эразм]. — Уфа: Башкнигоиздат, 1970. — 150 с.
  • Первая конференция военных и боевых организаций РСДРП. Под ред. Е. М. Ярославского. М., 1932.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]