Эстәлеккә күсергә

Казанка (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Казанка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Моҡас ауыл Советы
Халыҡ һаны 400 кеше (2002)[1],
441 кеше (2009)[1],
417 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453642
Карта

Казанка (рус. Казанка) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны кеше[3]. Почта индексы — 453642, ОКАТО коды — 80 206 834 005.

1911 йылда урта Рәсәйҙән, һуңғараҡ — Яйыҡ казактары Рябовтар, Пикаловтар, Рожновтар, Янюшкиндар, Туголуковтар, Сенюшкиндар, Овчинниковтар һәм башҡалар Моҡас башҡорттарынан ерҙе ҡуртымға алып, Төйәләҫ, Ҡамышлы Үҙәк, Асамай йылғалары араһында, Моҡас һаҙлыҡтарынан көньяҡҡараҡ иген сәсә башлайҙар[4]. 1912 йылда беренсе бай уңыш йыялар. Утар халҡы православие динендәгеләре Ҡаҙан Богоматерь көнөндә байрамға йыйылалар. Ошонда уҡ утарға Казанка исемен бирәләр. 1920 йылда 36 йортта бында 326 кеше йәшәй, 1939 йылда — 271, 1998 — 356, 1999 йылда 388 кеше йәшәгән.

Беренсе күскенселәр урыҫ милләтенән була, әммә башҡорттар һаны арта бара, хәҙерге көндә ауылдың 70 % -башҡорттар ң[5].

1931 йылда крәҫтиәндәр Каганович исемендәге колхоз булдыралар. 1949 йылда Шверник исемендәге колхоз тип үҙгәртелә.

Колхоз составына Казанка менән Яңы Казанка ауылдары инә. Колхоз рәйесәре булып Овчинников, Синицын, Котов һәм башҡалар эшләй. 1957 йылдан алып Казанка «Сибай» совхозы бүлексәһе, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозы составында[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 417 196 221 47,0 53,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ауылда билдәле механизаторҙар, ордендар кавалерҙары Николай һәм Ефим Кобозевтар, аталы-уллы Рожновтар, Йомағәли һәм Мусағәли Казбековтар, Василий Истягин, Данил Маганеев, Яков Синицын, Александр Туголуков йәшәгән[7].
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.