Казанова Сати Сетғәли ҡыҙы
Казанова Сати Сетғәли ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 октябрь 1982[1] (42 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Куркужин[d], Баксанский район[d], Ҡабарҙы-Балҡар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Хәләл ефете | Stefano Tiozzo[d][2] |
Һөнәр төрө | йырсы, модель, актёр, алып барыусы |
Уҡыу йорто |
Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия академияһы[d] Рәсәй театр сәнғәте университеты Королевская академия музыки[d] |
Масса | 50 килограмм |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Сатана[d] |
Ойошма ағзаһы | Фабрика[d] |
Жанр | поп-музыка[d] һәм Этник музыка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 165 сантиметр һәм 166 сантиметр |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 664 220 һәм 270 000 ± 999[3] |
Казанова Сати Сетғәли ҡыҙы Викимилектә |
Сатане́й (Сати) Сетғәли ҡыҙы Казанова (ҡаб.-черк. Къэзан Сэтджэлий ипхъу Сэтэней; 2 октябрь 1982, Үрге Куркужин, Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы һәм артисы, модель, телевидение алып барыусыһы. «Фабрика» Рәсәй ҡатын ҡыҙҙар төркөмө йырсыһы (2002—2010). FHM һәм Maxim журналдарының рус телендәге версиялары тарафынан бер нисә тапҡыр иң сексуаль ҡатын-ҡыҙҙар рейтингына индерелә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫ юлға йөрөүсе Казанов Сетғәли Талостан улы һәм табип Фатима Исмәғил ҡыҙы Казанова ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса — ҡабарҙы[4]. Өс апаһы бар: Светлана, Марьяна һәм Мәҙинә[5].
Нальчик ҡалаһында Ҡабарҙы-Балҡар мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһын «академик йырлау» һөнәре буйынса тамамлай[6]. «Нальчик таңдары» төбәк конкурсы лауреаты[6]. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында «эстрада йыры» һөнәре буйынса тулы булмаған юғары белем ала[7]. Бер осор казинола йырсы булып эшләй[8]. 2014 йылда Рәсәй театр сәнғәте университетын (ГИТИС) актер һөнәре буйынса ситтән тороп тамамлай (А. А. Огарев курсы)[9].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 14 октябренән итальян фотографы Стефано Тиоццо менән никахта тора. Сати һәм уның ире —Маврикий утрауындағы һинд гуруһы Свами Вишвананда эйәрсендәре.
Вегетариан, йога менән шөғөлләнә һәм йогаға уҡыта[10][11][12].
2011 йылдан Мәскәүҙә «Мосфильм» менән йәнәш элиталы йортта 3 бүлмәле фатир хужаһы. Өй туйлау тантанаһын мосолман йолаһы буйынса билдәләй<[13][14][15].
Йәмәғәт позицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың ғинуарында Сати Казанова үҙенең Инстаграмдағы микроблогында яҙма баҫтыра, унда 2016 йылдың октябрендә Петербург кришнаиты Дмитрий Угайға ҡарата йога тураһында лекция уҡыған өсөн административ эш ҡуҙғатылыуға бәйле үҙенең ризаһыҙлығын белдерә[10]. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан лекция миссионерлыҡ эшмәкәрлеге тип иҫәпләнә. Казанова үҙе йогаға өйрәтеүен һәм хәҙер ҡулға алыныуҙан ҡурҡыуын таный[10]. Ул эш алып барылған законды тәнҡитләй, һәм йога дин түгел, ә фәлсәфәүи тәғлимәт һәм унда бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ, тип билдәләй[10]. Казанова сталинизм дәүере күптән үтте һәм кешенең «белем алыуға, үҙен һәм тормошто аңлауға» хоҡуғын тартып алырға ярамай, тип билдәләй[10]. Әммә һуңыраҡ Казанова яңы пост яҙа, унда үҙенең позицияһын йомшарта: «Власты, сығышымды, илемде әрләүҙән дә аҡылһыҙыраҡ бер нәмә лә юҡтыр тип ныҡ ышанам».
Сати Notivory ҡырағай тәбиғәтте һаҡлауға булышлыҡ итеү фонды илсеһе булып тора[16].
Нальчиктағы инцидент (2016)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың сентябрендә Нальчиктәге матбуғат конференцияһында Сати Казанова, уның «Мәҙәниәт һәм тормош» фонды «кәкре һәм ҡылый» балаларға ярҙам итеү менән түгел, ә ижад менән шөғөлләнә, тип белдерә. Был фекер йәмәғәтселекте асыуландыра. Атап әйткәндә, инвалид бала тәрбиәләүсе Лолита Милявская һәм йырсы Данко Сатиға ҡарата тәнҡит менән сығыш яһайҙар. Һуңыраҡ йырсы халыҡ алдында ғәфү үтенә[17][18][19][20][21][22].
ТВ-проекттарҙа ҡатнашыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2002 — «Йондоҙҙар фабрикаһы» (Беренсе канал)
- 2010 — «Боҙ һәм ялҡын (телешоу)» (Беренсе канал)
- 2013 — «Один в один» (Беренсе канал)
- 2014 «Тере тауыш» (Рәсәй-1)
- 2015 «Сафроновтарҙың иллюзиялары империяһы» (СТС)
- 2016 — «Импровизация» (ТНТ)
- 2018 — «Миллионға сер» (НТВ)
- 2018 — «Орел и решка. Рәсәй» Рәсәйҙең Алтын Ҡулсаһы (Владимир һәм Суздаль) (Йома!)
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Исеме | Роль | ||
---|---|---|---|---|
2006 | с | Здрасьте, я ваше папо! | Персонаждың исеме күрһәтелмәгән | |
2008 | ф | Снежный ангел | Жаннаның фатирын ҡуртымға алған ҡыҙ | |
2012 | ф | Zолушка | камео | |
2015 | ф | По небу босиком | Бита әсәй |
Премиялары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2003 — «Алтын граммофон»(составында"Фабрикалар")
- 2004 — «Йөҙ йыллыҡ хит»(составында"Фабрикалар")
- 2004 — «Алтын граммофон» («Фабрика» составында)
- 2005 — "Алтын граммофон ("Фабрика « составында)
- 2005 — Glamour („Фабрика“ составындағы йыл поп-төркөмө)
- 2006 — „Астра“ (иң стилле йырсы)
- 2009 — Адыгея Республикаһының атҡаҙанған артисы
- 2010 — Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының атҡаҙанған артисы
- 2010 — „Йыл йырсыһы“ (Glamour» журналы версияһы буйынса))"
- 2012 — " Иң стилле йырсы "("Woman " МУЗ ТВ премияһы)[5]
- 2012 — Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған артисы[23]
- 2014 — «Fashion tv» (Иң яҡшы дуэт)
- 2015 — " Тауыш юлы "(тамашасылар һөйөүе призы)
- 2015 Moda topical (Иң яҡшы йыр «Бәхет бар»)
- 2015 — «Алтын Граммофон» (Санкт-Петербургта «Таң атҡанға тиклем» йыры өсөн)
- 2015 — « Алтын Граммофон» (Минскиҙа "Таң атҡанға тиклем " йыры өсөн)
- 2016 — « Алтын Граммофон» («Шатлыҡ, сәләм» («Радость, привет») йыры өсөн)
- 2017 Ингушетия Республикаһының атҡаҙанған артисы[24][25]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- satikazanova.ru — Сати Казановой рәсми сайты
- Сообщество Сати Казановой на liveinternet
- YouTube сайтында Как Сати Казанова пришла к духовности и вегетарианству
- Свадьба Сати Казановой и Стефано Тиоццо 2017 йыл 28 октябрь архивланған. Архивная копия от 28 октября 2017 на Wayback Machine
- Сати Казанова В плену у зазеркалья // Караван историй. Коллекция : журнал. — 2011. — № 10 (40). — С. 10—31.
- Сати Казанова Любовь — Божественная сила! Красота & Здоровье (ғинуар 2014). Архивировано из оригинала 22 март 2014 года.
- Беляков М. «Сати Казанова: Мне тесно в рамках популярной музыки» // ИА «ЯРКУБ» — июнь 2016.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ https://www.ilriformista.it/intervista-al-travel-photographer-stefano-tiozzo-momento-perfetto-per-viaggiare-nelle-nostre-citta-112385/
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Группа Фабрика // Сати Казанова Ира Тонева Саша Савельева (рус.), fabricgirls.narod.ru. 15 ғинуар 2011 тикшерелгән.
- ↑ 5,0 5,1 Биография на satikazanova.ru . Дата обращения: 27 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 3 октябрь 2015 года. 2015 йыл 3 октябрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Силу дали горы // Горец : Журнал. — 2013. Архивировано из первоисточника 12 август 2020.
- ↑ Казанова Сати (рус.), Фабрика звёзд. 15 ғинуар 2011 тикшерелгән.
- ↑ YouTube сайтында Как певица из «Фабрики» променяла софиты на салафиты
- ↑ Сати Казанова призналась, как получила диплом ГИТИСа . 7days.ru (31 март 2014). Архивировано из оригинала 10 февраль 2017 года.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Сати Казанова испугалась ареста из-за увлечения йогой . РЕН-ТВ (9 ғинуар 2017). Дата обращения: 10 ғинуар 2017. Архивировано 10 ғинуар 2017 года.
- ↑ YouTube сайтында Как Сати Казанова пришла к духовности и вегетарианству
- ↑ YouTube сайтында Духовный поиск Сати Казановой
- ↑ Яна Невская. Сати Казановой подарили квартиру на 35-м этаже . BezFormata.Ru. Дата обращения: 8 июнь 2014. Архивировано 14 июль 2014 года. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Сати Казанова: «Я — ГОРЯНКА» // Территория Гор : журнал. — 2008. — № 3.
- ↑ Сати Казановой подарили квартиру на 35-м этаже . Дата обращения: 8 май 2012. Архивировано 4 июнь 2012 года.
- ↑ Настасья Гарина. Notivory Art нашел альтернативу украшениям из слоновой кости . 7sisters.ru - все, что хочет знать современная женщина! (3 октябрь 2019). Дата обращения: 19 ноябрь 2019. Архивировано 2 февраль 2020 года.
- ↑ Порываева Л. Сати Казанова вывела Данко из себя словами о больных детях, Дни.Ру (15 сентябрь 2016). 18 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Антонова О. Сати Казанова назвала «кривыми и косыми» детей-инвалидов, Комсомольская правда (16 сентябрь 2016). 18 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Иванова Е. Сати Казанова извинилась за оскорбление детей-инвалидов, life.ru (15 сентябрь 2016). 18 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Мустафаева В. Певец Данко о Сати Казановой, высказавшейся о детях-инвалидах: "Гори в аду, ТП!", life.ru (15 сентябрь 2016). 18 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Степанова Н. Лолита о высказывании Казановой в адрес детей-инвалидов: Сати нужно извиниться, life.ru (15 сентябрь 2016). 18 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ .Сати Казанова извинилась за оскорбление больных детей 2022 йыл 1 февраль архивланған. (видео на YouTube)
- ↑ Сати Казанова — трижды заслуженная! Дата обращения: 29 июль 2012. Архивировано 6 октябрь 2012 года.
- ↑ правды», Татьяна ГУЩИНА | Сайт «Комсомольской. Сати Казанова стала заслуженной артисткой Ингушетии (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (11 июль 2017). 13 июль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Асланбека Хуштова и Сати Казанову наградили в Ингушетии . РИА Кабардино-Балкария. Дата обращения: 13 июль 2017. Архивировано 13 июль 2017 года.