Калашникова Татьяна Михайловна
Калашникова Татьяна Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 август 1919 |
Тыуған урыны | Алматы, Туркестанская Автономная Социалистическая Советская Республика[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 1 май 2002 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эшмәкәрлек төрө | иҡтисади география[d] |
Эш урыны | МДУ-ның география факультеты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Колосовский, Николай Николаевич[d] |
Аспиранттар | Замятин, Дмитрий Николаевич[d] |
Уҡыусылар | Лавров, Алексей Михайлович[d] һәм Замятин, Дмитрий Николаевич[d] |
Кемдә уҡыған | Колосовский, Николай Николаевич[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Калашников Татьяна Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Матвеева; 23 август 1919 йыл — 1 май 2002 йыл) — СССР һәм Рәсәй географы, иҡтисади-географ, педагог. СССР-ҙы иҡтисади районлаштырыу буйынса белгес. География фәндәре докторы, профессор,В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль географияһы кафедраһы профессоры. Н. Н. Колосовскийҙың уҡыусыһы. Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Матвеева 1919 йылдың 28 авгусында Алма-Атала тыуа.
1933 йылда В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының география факультетының СССР-ҙың иҡтисади география кафедраһын тамамлай.
Совет район мәктәбе уҡытыусыһы Николай Колосовский идеяларын дауам итеүсе була, иҡтисади районлаштырыу һәм хужалыҡты комплекслы ойоштороу теорияһын үҫтерә.
1941 йылдың август-октябрендә, ВЛКСМ-дың Краснопресненский район комитеты инструкторы булараҡ, Мәскәү өлкәһенең Рущский һәм Верейский райондарына оборона рубеждарын төҙөүселәр бригадиры сифатында бара. 1941 йылдың октябрендә — 1942 йылдың апрелендә ВКП(б) Үҙәк Комитетының махсус заданиеһын башҡара[1]. 1942 йылдың апрелендә үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына инә.
Икенсе донъя һуғышында ҡатнаша: 1942 йылдың апрель-декабрендә — Волхов фронты Ҡыҙыл Армия Йорто китапханаһы начальнигы, 1942 йылдың декабре — 1944 йылдың феврале— Волхов фронты сәйәси идаралығы агитаторы[2]. 1944 йылдың февраль-авгусы — Карел фронты Петрозаводск гарнизонының агитация буйынса инструкторы.
Һуғыш йылдарында Волхов фронтының политуправление начальнигы генерал-лейтенант Константин Федорович Калашниковҡа кейәүгә сыға.
Политуправление составына 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтында совет-япон һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан өлкән лейтенант дәрәжәһендә запасҡа сыға.
Ғүмеренең күп өлөшөн МДУ-ның СССР-ҙың иҡтисади географияһы кафедраһында (һуңыраҡ СССР-ҙың иҡтисади һәм социаль географияһы, Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль географияһы) уҡыта, иҡтисади-географик районлаштырыу курсы буйынса лекциялар уҡый. География фәндәре докторы, профессор. Ғүмеренең һуңғы йылдарында — профессор-консультант.
180-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм бер нисә уҡыу әсбабы баҫтырып сығара.
М. Т. Калашникова етәкселегендә 20 аспирант кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. Уның иң билдәле уҡыусыһы — Дмитрий Замятин тулыһынса иҡтисади географиянан һәм иҡтисади районлаштырыу теорияһынан ситләшеп, үҙ ғилми — гуманитар география йүнәлешен булдыра. Калашникованың икенсе билдәле уҡыусыһы Алексей Лавров бюджет һәм һалым өлкәһе идаралығына күсә; 2011 йылдан — Рәсәй Федерацияһының финанс министры урынбаҫары.
Т. М. Калашникова КПСС ағзаһы була, ғүмеренең аҙағынаса инанған коммунист булып ҡала.
Мәскәүҙә Ваганьково зыяратында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (22.02.1943)
- миҙалдар
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Наградной лист на сайте «Подвиг народа». 2021 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Наградной лист на сайте «Подвиг народа». 2020 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ Некролог на сайте кафедры экономической и социальной географии России
- 23 августа тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Алматыла тыуғандар
- 1 майҙа вафат булғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- КПСС ағзалары
- Рәсәй иҡтисадсылары
- СССР иҡтисадсылары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Рәсәй географтары
- Алфавит буйынса географтар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- География фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр