Калинина Людмила Ивановна
Калинина Людмила Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Людмила Ивановна Сухарева |
Тыуған көнө | 26 август (8 сентябрь) 1915 |
Тыуған урыны | Өфө, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 24 июнь 2014 (98 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Николо-Архангельское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | танк ғәскәрҙәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Калинина Людмила Ивановна (Сухарева, Старшинова; 8 сентябрь 1915 йыл — 24 июнь 2014 йыл) — СССР һәм Рәсәй офицеры, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — танк ғәскәрҙәренең ремонт-тергеҙеү полкы командиры; инженер-полковник.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Людмила Ивановына Калинина 1915 йылдың 8 сентябрендә Өфөлә урыҫ интеллигенты ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Сухарев Иван Георгиевич (1884—1962), бухгалтер; әсәһе — Сухарева Капитолина Михайловна (1892—1975). Беренсе ире — Старшинов Иван Федотович; икенсе ире — Калинин Борис Павлович (1910—1991), танкист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк ғәскәрҙәренең отставкалағы полковнигы.
Сухарева Людмила 1927 йылда ата-әсәһе менән Мәскәүгә күсә, унда мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң «АМО» автозаводына слесарь уҡыусыһы булып эшкә килә. Эшсе һөнәрен тиҙ арала үҙләштереп, автомат һәм станоктар ремонтлау буйынса слесарь булып эшләй. Яҡшы эше өсөн 4-се разряд ала. 1932 йылда завод токаре, Ленин ордены кавалеры Старшинов Иван Федотовичҡа кейәүгә сыға[1].
Людмила бер үк ваҡытта киске факультетта ла уҡый, уны 1934 йылда тамамлау менән, Сталин исемендәге механизациялау һәм моторизациялауҙың хәрби академияһына уҡырға инә. Хәрби уҡыу йорттарына ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмаҫҡа тигән күрһәтмәләр булһа ла, уның уҡырға инеүенә завод директоры И. А. Лихачев булышлыҡ итә. Курста 160 студент араһында тик ике ҡыҙ була[2]. Академияла группалашы Борис Калинин менән таныша; улар дуҫлаша һәм бер-береһенә ғашиҡ була. Тәүге ире Иван Старшинов репрессиялана, айырылышыуҙы юлларға тура килә[2].
5 йыл уҡыуҙан һуң 1940 йылдың яҙында Мәскәү хәрби округы штабына тәғәйенләнә, ә Бористы Байкал аръяғына күсерәләр.
1940 йылдың йәйендә округы штабы бүлеге начальнигы 3-сө ранг хәрби инженер Людмила Старшинова еңел йөҙмәле Т-40 танкты һынап ҡарау өсөн белгестәр төркөмөнә индерелә, уның барышында беренсе төҙөлгән ун Т-40 танкы Мәскәү — Брянск — Киев — Минск маршрутында өс йылғаны аша сығыуҙы (шул иҫәптән, Днепр йылғаһы) һәм Кенәз күленә трамплиндан һикереүҙе үтәү менән (танктарҙың береһе ҡатын-ҡыҙҙар экипажынан тора, уның составында механик-водитель Людмила Старшинова, Соня Скрынникова һәм Полина Недялкова)[3] өс меңдән ашыу километр араны үтә. Т-40 ҡатын-ҡыҙҙар экипажы бөтә һынауҙарҙы үтә, ә Людмила беренсе наградаһын — «Танкты яҡшы йөрөтөүө өсөн» билдәһен ала[1].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың июнендә Людмила Борис менән Ҡырымда ял иткәндә һуғыш башлана. Мәскәүгә килгәс, уларҙың юлдары тағы айырыла: Людмила Көньяҡ фронтҡа, ә Борис — танк корпусы менән Көнбайыш фронтҡа йүнәлтелә.
3-сө ранг хәрби инженер Людмила Старшинова Көньяҡ фронт командующийы ярҙамсыһы механизацияланған ғәскәрҙәр буйынса танк ғәскәрҙәренең генерал-майоры А. Д. Штевневтың ҡарамағына ебәрелә, ул уға танктар ремонтлау һәм эвакуациялау бүлеген етәкләүҙе йөкмәтә. Фронтҡа танктар өсөн запас частар һәм яңы хәрби техника менән тәьмин итеү өсөн хәрби инженер фронттан Мәскәүгә командировкаға ебәрелә. Людмила был бурысты уңышлы үтәй: запас частар самолет менән килә, ә һуңыраҡ яңы танктар менән ике эшелон килә[1]. Бынан тыш, ул Калинин Бористы үҙе менән бергә барырға күндерә, ул Смоленск алышынан һуң Мәскәүҙә танк экипаждарын әҙерләү буйынса курстар менән командалыҡ итә. 1941 йылдың көҙөндә Людмила менән Борис өйләнешә.
1941 йылдың көҙөндә Көньяҡ фронт ғәскәрҙәре дошмандың өҫтөнлөк иткән көстәре менән ауыр оборона алышы алып бара. Танк частары тере көстә һәм хәрби техникала юғалтыуҙар кисерә. 3-сө ранг хәрби инженер Людмила Старшинова тынлыҡтың ҡыҫҡа сәғәте эсендә алғы һыҙыҡҡа «летучка», тягач, крандар ҡыуып килтерә, сафтан сыҡҡан танктарҙы эвакуациялауҙы ойоштороп өлгөрә. Ҙур булмаған ватыҡтарҙы урында бөтөрәләр[1].
РККА-ға погон һәм яңы хәрби дәрәжәләр индерелгәндән һуң Людмила Старшинова инженер-майор дәрәжәһен ала. Был ваҡытта ремонт-тергеҙеү полкы менән командалыҡ итә, ул иҫәпкә поход-ремонтлау заводы, өс армия ремонт-тергеҙеү батальоны, эвакуация ротаһы инә. Уның ҡарамағында меңдән ашыу кеше була. Ул полкы Көньяҡ, Төньяҡ-Кавказ, Кавказ аръяғы фронттары һәм Айырым Приморье армияһы составында эш итә. Атап әйткәндә, 1943 йылда биш ай эсендә уның хеҙмәте ялан шарттарында сафтан сыҡҡан 1525 танкты тергеҙә. Старшинованың ремонтлаусылары бөтәһе дүрт меңдән ашыу танкты сафҡа индерә[2], 1943 йылда уның подразделениеһы бөтә фронттар буйынса йүнәтелгән техниканың һаны һәм сифаты яғынан бөтә танк ремонтлау подразделениелары араһында икенсе урынды яулай[4]
Людмила Ивановна фронтта 1944 йылдың көҙөнә тиклем була. Һуғыш йылдарында Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 23, миҙал, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылда, һуғыш тамамланғандан һуң, Людмила һәм Борис Калинидар разведкала хеҙмәт итә, АҠШ һәм Германияға белгестәрҙе вербовкалау буйынса бурыстарҙы үтәй. Инглиз һәм немец телдәрен белә. Төп бронетанк идаралығының фәнни-техник комитетында хеҙмәтен үтә[5]. Людмила һәм Борис йәш ярымлыҡ Люданы тәрбиәгә ала[2].
2000 йылда Еңеү Парадында ҡатнаша[5], отставкалағы инженер-полковник Л. И. Калинина Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары Рәсәй комитетында, танк ғәскәрҙәренең ветеран советында эшләй һәм йәмәғәт эштәре алып бара[1].
2000 йылда «йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн» Рәсәй президенты В. В. Путин уны Почет ордены менән бүләкләй[1].
Һуңғы тапҡыр хәрби машинаны 2003 йылда 87 йәшендә Кубинкала полигонда йөрөтә, Т-70 танкын бынан аҙ ғына алда Великие Луки районындағы һаҙлыҡтан сығарып йүнәтеп бүләккә алып киләләр. Танк рычагтары артында 5 км үтә[6].
Мәскәүҙә йәшәй. 2014 йылдың 24 июнендә вафат була[7][8]. Николо-Архангельск зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет дәүләт наградалары[1]:
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- ике II Ватан һуғышы ордены (27 август 1943 йыл; 6 апрель 1985)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (ноябрь 1941; февраль 1942 , «Николаевка районында тәгәрмәсле машиналар ремонтлау һәм боеприпастар ташыу өсөн»)
- 55 миҙалы[2], шул иҫәптән:
- «РККА алдынғыһы» билдәһе
- «Танк яҡшы йөрөтөүе өсөн» билдәһе
Рәсәй дәүләт наградалары:
- Почет ордены (2000) — йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[9]
Башҡа наградалары:
- I дәрәжә Изге Кенәз Александр Невский ордены (Хәүефһеҙлек, оборона һәм хоҡуҡ тәртибе академияһы проблемалары)
Мәскәүҙең Көнсығыш округының почетлы гражданы, Мәск ҡалаһының почетлы ветераны (2010)[10].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы медиафайлдар |
---|
Уға Кубинкала музейҙа һәм «Т-34 танкы тарихы» музейында[11] күргәҙмәләр һәм экспозициялар арналған[5]. Людмила Ивановна — Рәсәйҙә бүләккә эш торошонда танк алған берҙән-бер кеше[12].
Фекерҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полковник Л. И. Калинина — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Рәсәйҙәге берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-танкист түгел. Мәҫәлән, Һамарҙа фронтовик-танкист Александра Митрофановна Ращупкина, Томскта был Советтар Союзы Геройы Мария Васильевна Октябрьская[13]. Танк ғәскәрҙәрендә бөтәһе 20 -гә яҡын ҡатын-ҡыҙ-танкист ҡатнаша. Танк училищеһын тик өс ҡатын-ҡыҙ тамамлай. Элекке санинструктор И. Н. Левченко — 1943 йылда Сталинград танк училищеһының тиҙләтелгән курсын тамамлай һәм 41-се гвардия танк бригадаһында бәйләнеш офицеры булып хеҙмәт итә, танктарҙың еңел төркөмө Т-60 менән командалыҡ итә. Кесе техник-лейтенант А. Л. Бойко (Моришева) — 1943 йылда Силәбе танк училищеһын тамамлай һәм ауыр ИС-2 танкында һуғыша. С. М. Кировтың ҡыҙы гвардия капитаны Е. С. Кострикова Ҡазан танк училищеһын тамамлағандан һуң танк взводы, ә һуғыш аҙағында танк ротаһы командиры була[14] .
- Шулай уҡ ҡарағыҙ: танкист-ҡатын-ҡыҙҙар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Международный Объединённый Биографический Центр
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Косова Е. Стальная леди танковых войск
- ↑ генерал-майор Полина Недялкова. Мужская профессия // Плечом к плечу, сердцем к сердцу. Воспоминания болгар — бойцов и командиров Красной Армии / сб., сост. М. Костадинова, И. Лалов. пер. с болг. М., Воениздат, 1984. стр.182-196
- ↑ Г. Конюшкова. Двое и танк // Память огненных лет. М., Воениздат, 1975. стр.230-233
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Танковый музей в Кубинке
- ↑ Победа 1945
- ↑ Людмила Ивановна Калинина (1915-2014) . Дата обращения: 15 июль 2014. Архивировано 22 декабрь 2012 года. 2012 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Светлая память . Дата обращения: 15 июль 2014. 2014 йыл 18 июль архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 9 сентября 2000 года № 1616 «О награждении орденом Почёта Калининой Л. И.» // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 17 октябрь 2016.
- ↑ Московских ветеранов поздравили с Днём танкиста
- ↑ Женщины и танки (недоступная ссылка). Музей «История танка Т-34». Дата обращения 10 марта 2012
- ↑ В Москве пройдет встреча с Людмилой Калининой — «леди танковых войск»
- ↑ Вадим Кожуховский.Танкист, да Вы — девица!. Красная Звезда(9се нтября 2006).Дата обращения 13 сентября 2014.
- ↑ Евгений Панов. Танкист-девица из Казани (недоступная ссылка). Республика Татарстан.Дата обращения 13 сентября 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Калинина Людмила Ивановна (неопр.). Победа 1945. Никто не забыт — Ничто не забыто!. Дата обращения 10 марта 2012.
- Калинина Людмила Ивановна (неопр.). Международный Объединённый Биографический Центр. Дата обращения 10 марта 2012.
- Выставка-музей в административном здании Музея (неопр.). Танковый музей в Кубинке. Дата обращения 10 марта 2012.
- Елена Косова. Стальная леди танковых войск, РИА Новости (7 март 2012). 10 март 2012 тикшерелгән.
- С юбилеем, «Леди танковых войск»! // Гольяново, № 09/9. — Управа района Гольяново и муниципалитета Гольяново, 2010. — С. 1.(недоступная ссылка)
- В Москве пройдет встреча с Людмилой Калининой — «леди танковых войск» (неопр.) (недоступная ссылка). «Победа-60». Дата обращения 10 марта 2012. Архивировано 24 сентября 2015 года.
- Комитет общественных связей. Московских ветеранов поздравили с Днём танкиста (неопр.). Портал Комитета общественных связей города Москвы (20 сентября 2010). Дата обращения 10 марта 2012.
- Сидибе, Пьер. Людмила Иванович // Российская газета, неделя № 5210 (131). — 2010.
- Живёт на Чусовской танкист // Гольяново, № 9. — сентябрь 2005. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.
- 8 сентябрҙә тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 24 июндә вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Шәхестәр:Мәскәү
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары
- Полковниктар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр