Калин Иван Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иван Петрович Калин
молд. Ivan Calin
Флаг
Флаг
Молдавия ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе
1985 йылдың 24 декабре — 1990 йылдың 10 ғинуары
Алдан килеүсе: Устиян Иван Григорьевич
Дауамсы: Паскарь Пётр Андреевич
Флаг
Флаг
Молдавия ССР-ының Юғары Советы Президиумы Рәйесе
1980 йылдың 10 апреле — 1985 йылдың 24 декабре
Алдан килеүсе: Ильяшенко Кирилл Фёдорович
Дауамсы: Мокану Александр Александрович
 
Тыуған: 10 март 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
СССР, Молдавия ССР-ы, Рыбницкий районы, Плоть ауылы
Үлгән: 2 ғинуар 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш)
Кишинёв, Молдавия
Ерләнгән: Үҙәк зыярат
Ҡатыны: Валентина Кузьминична
Партия: КПСС/КПРМ (1955 йылдан)
Белеме:

Кишинев виноградсылыҡ һәм шарап эшләү училищеһы (1955)
М. В. Фрунзе исемендәге Кишинев ауыл хужалығы институты (1960)

КПСС ҮК ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе (1969)
СССР Сит ил эштәре Министрлығы Дипломатик Академияһының етәксе дипломатик кадрҙар әҙерләү буйынса йыллыҡ курстары (1990)
Фәнни дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре докторы[d]
 
Наградалары:
Орден Республики
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Калин Иван Петрович (молд. Ivan Petrovici Călin) (10 март 1935 йыл — 2 ғинуар 2012 йыл) — совет һәм молдаван дәүләт эшмәкәре, Молдавия ССР-ының Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1980 — 1985 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары , 1985 — 1990 йылдарҙа Молдавия ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе[1]. Молдова Республикаһы Парламенты депутаты (1998—2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ива́н Петро́вич Ка́лин 1935 йылдың 10 мартында Молдавия ССР-ының Рыбницкий районы Плоть ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ерле молдаван, туған теле — молдаван теле. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Кишинев виноградарсылыҡ һәм шарап эшләү училищеһына уҡырға инә. Училищены 1955 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1949 йылдан 1955 йылға тиклем ВЛКСМ ағзаһы була.
1955 йылда КПСС ағзаһы була. 1960 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Кишинев ауыл хужалығы институтын тамамлай, унда 1958—1960 йылдарҙа профком рәйесе лә булып эшләй. Артабан ул колхоз рәйесе урынбаҫары һәм колхоз партия ойошмаһының партком сәркәтибе булып эшләй (1960—1963), ә 1963 йылда Кэлэрашь КПСС райкомының беренсе сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул 1970 йылға тиклем эшләй.
1967—1969 йылдарҙа әүҙем партия эшенән ситләшеп тора, КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбендә уҡый, уны 1969 йылда тамамлай.
1970 йылда Молдавия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, 1976 йылда — Молдавия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты сәркәтибе, бер үк ваҡытта Молдавия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты бюроһы ағзаһы була.
1980 йылдың 10 апреленән 1985 йылдың 24 декабренә тиклем — Молдавия ССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, бер үк ваҡытта 1980 йылдың 24 июненән — 1986 йылдың 17 июненә тиклем СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары. 19811990 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидат.
1985 йылдың 24 декабренән — Молдавия ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. СССР Конституцияһына ярашлы, ул автоматик рәүештә СССР Хөкүмәте ағзаһы була. 1990 йылдың 10 ғинуарында Калин бөтә партия һәм дәүләт постарынан сығарыла. Артабан, 1990 йылда СССР Сит ил эштәре министерстлығы Дипломатик академияһының етәксе дипломатик кадрҙар әҙерләү буйынса йыллыҡ курстарын тамамлағас, СССР-ҙың, аҙаҡ Рәсәйҙең Румыниялағы илселегендә илсе-советник булып эшләй (1990-95).
35 йылдан артыҡ Республиканың юғары закон сығарыу органы депутаты була, шуларҙан Молдавия ССР-ы Юғары Советы депутаты (1967-90), Молдова Республикаһы Парламенты депутаты сифатында (1998—2010). Молдавия ССР-ынан СССР Юғары Советы депутаты (1980-92) итеп һайлана.
2008 йылдың февралендә Калиндың Молдованың иң яңы тарихи ваҡиғаларына арналған «Көрәш һәм ижад итеү йылдары» китабы баҫылып сыға[2]. 2009 йылдың 28 авгусында яңы саҡырылыш Парламенттың беренсе ултырышында иң оло депутат булараҡ рәйеслек итә[3]. Был ултырышта Молдова Парламенты Рәйесен һайлау үтергә тейеш ине, әммә 101-ҙән 48 мандатҡа ғына эйә булған, тимәк оппозицияла торған парламенттың коммунистар фракцияһы, бар көсөнә тауыш биреүҙән ҡасырға тырыша. Ултырышта рәйеслек итеүсе һәм коммунистар партияһы вәкиле булған Иван Калин, был ҡарарҙы тауышҡа ҡуймайынса тәнәфес иғлан итә. Шуға күрә парламенттың күпселеге коммунистарҙың был талабын нигеҙһеҙ тип иҫәпләй. Һөҙөмтәлә Калин һәм ҡалған депутат-коммунистар ултырыш залын ташлап сығып китә, ә 101 депутаттан 53 күпселек тәшкил итеүсе дүрт фракция ултырышты үҙ аллы дауам итә[4].
Иҡтисад фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә, 1 класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе дипломатик дәрәжәһенә эйә. Тиҫтәләрсә монографиялар, брошюралар, мәҡәләләр авторы.
Ҡаты ауырыуы сәбәпле 2010 йылда яңы саҡырылыш парламентҡа һайланыуҙан баш тарта. Һөҙөмтәлә, молдаван парламентының аҡһаҡал депутаты ғәмәлдәге Молдова Республикаһының Коммунистар партияһы рәйесе Воронин Владимир Николаевич була[5].

Иван Калин 2012 йылдың 1 ғинуарынан 2 ғинуарына ҡарай төндә Кишинёв дауаханаларының береһендә вафат була[6]. Рәсми некролог Молдова Республикаһы коммунистар Партияһы Үҙәк комитеты тарафынан төҙөлә һәм киң мәғлүмәт сараларына бирелә[7]. Мәрхүм менән хушлашыу 4 ғинуарҙа Армия йортонда үтә. Иван Калин Кишинёвта Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнгән[8].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән. Ике улы һәм өс ейәне бар.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Республика ордены
  • Ленин ордены
  • Октябрь Революцияһы ордены
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • ете СССР миҙалдары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Молдавияның премьер-министрҙары