Ҡамай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Камаево
башҡ. Ҡамай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Ауыл биләмәһе

Иҫке Ҡорос ауыл Советы

Координаталар

55°11′13″ с. ш. 54°12′34″ в. д.HGЯO

Халҡы

243[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452654

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 849 003

ОКТМО коды

80 607 449 106

ГКГН номеры

0520771

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Камаево (Рәсәй)
Камаево
Камаево
Ҡамай (Башҡортостан Республикаһы)
Камаево

Ҡамай (рус. Камаево) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Ҡорос ауыл Советы ауыл биләмәһе составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 243 кеше[2]. Почта индексы — 452655, ОКАТО коды — 80207849003.


Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡамай ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Маты йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан көнсығышҡа табан 31 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 107 кмилометр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡамай ауылына XVIII быуаттың 1-се яртыһында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡамай ауылына яһаҡ татарҙары индерелгән (1762 йылда 45 йән ир-ат иҫәпкә алынған), һуңғараҡ татарҙар ҙа, 1774 йылда шул уҡ шарттар менән мишәрҙәр ҙә типтәр ҡатламына күскән.

1795 йылда 8 хужалыҡта — 53 кеше, 1865 йылда 72 хужалыҡта 392 кеше йәшәгән.

Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, 2 һыу тирмәне булған.

Ә 1906 йылда 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете булған[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡамай ауылына ҡырғыҙ ырыуы башҡорттар нигеҙ һалған һәм уларҙың тоҡомдары йәшәй[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 925
1920 йыл 26 август 1121
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 936
1959 йыл 15 ғинуар 649
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 371
2002 йыл 9 октябрь 310
2010 йыл 14 октябрь 243 118 125 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡамай ауылында әлеге ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[6].

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

Ҡамай ауылы эргәһендә иҫ киткес таҙа һыулы ике шишмә бар[7].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Йылға урамы — (рус.  Речная (улица)[8]

.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]