Камалова Алиса Атлас ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камалова Алиса Атлас ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 август 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, ғалим, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d] (2006)
Әүҙемлек урыны БДМУ

Камалова Алиса Атлас ҡыҙы (30 август 1979 йыл) — ғалим-терапевт. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2006), доценты (). Башҡортостан Республикаһының Терапевтар ассоциацияһы ағзаһы ().

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алиса Атлас ҡыҙы Камалова 1979 йылдың 30 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. 1996 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен, 2002 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.

2002 йылда интернатура, 20032006 йылдарҙа клиник ординатура үтә.

2006 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының поликлиника терапияһы кафедраһында уҡыта.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гастроэнтерология, терапия, һаҡланыу саралары өлкәһендә ғилми эҙләнеүҙәр алып бара.

2006 йылда рус. Клинико-функциональная характеристика билиарной патологии у лиц призывного возраста темаһына диссертация яҡлай һәм медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала.

4 монография, 122-нән ашыу ғилми баҫма авторы. Башҡа авторҙар менән берлектә 4 уҡыу ҡулланмаһы, 2 уҡытыу методикаһы ҡулланмаһы, 22 методик тәҡдимдәр нәшер иткән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]