Каменский кратеры

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

{{Геокар|Параметр|0|d=p2234|[[Күләме]||км³|Стиль=4}}

Каменский кратеры
Каменский кратеры үҙәге ҡыҙыл нөктә менән күрһәтелгән, масштаб линейкаһы оҙонлоғо — 20 км. Күренештә структураһы күренмәй
Каменский кратеры үҙәге ҡыҙыл нөктә менән күрһәтелгән, масштаб линейкаһы оҙонлоғо — 20 км. Күренештә структураһы күренмәй
Координаты: пропущена долгота
Ил
Рәсәй
Красная точка
Каменский кратеры

Кратеры

Каменский кратеры — Ерҙән бәреп сыҡҡан кратер (астроблема). Донецк һыртында, Северский Донец йылғаһы бассейнында, Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинский ҡалаһынан 10—15 км көнсығышта урынлашҡан.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кратерҙың диаметры — 25 километр, тәрәнлеге 750 метр. Ер рельефында ул күҙәтелмәй. Уның эргәһендә сателлитлы Гусевский кратеры бар, уның диаметры 3 километрға тиң. Бер үк ваҡытта кратер Ергә астероид һәм уның бәләкәй юлдашы төшөүҙән барлыҡҡа килгән. Кратерҙың йәше импактный быяланы аргон-аргонлы даталау нигеҙендә — 49 млн йыл (эоцен), әммә стратиграфик мәғлүмәттәр базаһы нигеҙендә кратерҙар мезозой һәм кайнозой осоронда барлыҡҡа килгән тип фараз ителә, был мезозой осоронда юҡҡа сығыуға тура килә. Кратерҙар глубокинская свита һәм дүртенсел ултырма ҡатламдары менән ҡапланған. Каменское ваҡиғаһы һай диңгеҙ бассейнында булған тип фараз ителә[1].

Кратерҙар ваҡланған урта-юғары таш күмер эзбизташтары ҡатламында, ҡомташтарҙа һәм һәүерташтар араһында таш күмерҙең 3-4 км ҡалынлығында һәм түбәнге пермдең 600 м ҡалынлығындағы карбонат-терриген тоҡомдарында карбонат терригенлы япмалар менән ҡыҫылған урында триас (150 м) һәм өҫкө аҡбур (300 м) ваҡытында барлыҡҡа килгән.

Үҙенең структураһы буйынса Каменский кратеры комплекслы, ул карбон тоҡомдарында ята һәм юғарыға табан күтәрелгән үҙәгенең диаметры яҡынса 5-7 км , ә бейеклеге 350—400 км тиклем тәшкил итә. Тоҡомдарҙың стратиграфик күтәрелеше 2-4 км тирәһе. Үҙәктәге күтәрелеш эргәһендә — 700—800 м тәрәнлектәге түңәрәк улаҡ.

Кратерҙең ятҡан урынында аутигенлы брекчия, ул талғын ғына аллогенлы полимиктлы брекчияға күсә. Был брекчияны импактлы быяла ҡатыш онталған цементҡа әйләнгән мишендең өлөштәре тәшкил итә. Аллогенлы брекчияның ҡалынлығы түңәрәкләнгән улаҡ янында 700 метр, ә үҙәктең күтәрелгән өлөшөндә — 100—200 м. Брекчияла зювитҡа оҡшаш линзалар тоҡомдары бар. Линзалар бик күп тарҡалған импактлы быялаларҙан ғибәрәт[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Описание кратера 2017 йыл 13 апрель архивланған. на сайте Лаборатории математических задач геофизики ИВМиМГ Сибирского отделения РАН (архивная копия от 21 февраля 2008 на бывшем сайте Сибирского центра глобальных катастроф при Отделении математических задач геофизики СО РАН)
  2. Бадюков Д. Д. (2005) Метеоритные кратеры на территории России.