Канторович Леонид Витальевич
Леонид Витальевич Канторович (6 (19) ғинуар 1912 йыл — 7 апрель, 1986 йыл, Мәскәү) — совет математигы һәм иҡтисадсыһы, Һыҙыҡлы программалауға нигеҙ һалыусыларҙың береһе[18]. 1975 йылда «ресурстарҙы оптималь бүлеү теорияһына индергән өлөшө өсөн» иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты була. Физика-математика фәндәре докторы (1935), СССР Фәндәр академияһы академигы (1964), профессор.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса эзотерик мальцевизмға йәшерен нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонид Канторович 1912 йылда Петербургта табип-венеролог Хаим (Виталий) МоисеевичКанторович (1855—1922) һәм теш табибы Песя Гиршевна (Паулина Григорьевна) Закс (1874—1942) ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа. Ғаилә Петербургҡа Вильнонан[19][20][21] күскән була. Уның табип-психиатр, медицина фәндәре докторы Николайағаһы (1901-1969) һәм шәфҡәт туташы, һуңынан билдәле инженер-төҙөүсе Лидия апаһы була[22].
Ғаилә 1913 йылда архитектор Я. З. Блувштейн (1878—1935) докторы Х. М. Канторович өсөн Барокко урамында төҙөгән 6-сы йортта йәшәй[23][24][25][26]. Граждандар һуғышы осоронда бер йылды Белоруссияла үткәрәләр. 1922 йылда Хаим Моисеевич вафат була, Леонид әсәһе ҡарамағында ҡала.
1926 йылда ун дүрт йәшендә Ленинград университетына уҡырға инә[27].
Математика факультетын тамамлай (1930)[28], аспирантурала уҡый. 1930—1939 йылдарҙа — уҡытыусы, һуңынан Ленинград сәнәғәт төҙөлөшө инженерҙары институты профессоры була.
1934 йылда Ленинград дәүләт университеты профессоры була (22 йәшендә)[28], 1935 йылда, академик дәрәжәләр системаһы тергеҙелгәс, уға диссертация яҡламаһа ла физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә[28].
1938 йылда Канторович табип Наталья Ильинаға, өйләнә (уларҙың өс балаһы тыуа — ҡыҙҙары Ирина, улдары Виталий менән Всеволод. 9 айлыҡ Виталий 1942 йылда Ленинградтан эвакуацияланған ваҡытта һәләк була).
30-сы йылдарҙа, СССР-ҙың интенсив иҡтисади һәм индустриаль үҫеше осоронда Канторович математик тикшеренеүҙәр авангардында була һәм үҙенең теоретик эшләнмәләрен үҫеешә барған совет иҡтисадында ҡулланырға тырыша. 1938 йылда фанера тресына консультациялар биргән ваҡытта, Канторович бик күп үҙгәреүсәндәрҙең һыҙыҡлы тигеҙлектәр һәм тигеҙһеҙлектәр формаһында сикләүҙәр һаны ҙур булғанда һыҙыҡлы формаларын максималләштереү кәрәклеген аңлай. Ул уны хәл итеү өсөн Лагранж ҡабатлаусыларына рөхсәт биргән ысулды модификациялай һәм иҡтисадтың күп проблемалары шундай мәсьәләгә бәйле икәнен асыҡлай. 1939 йылда «Производствоны ойоштороу һәм планлаштырыуҙың математик ысулдары» хеҙмәтен баҫтыра[28], унда иҡтисадтың үҙе асҡан математик ысулға буйһоноуын һүрәтләй һәм һыҙыҡлы программалауға нигеҙ һала.
1939 йылда Канторович Хәрби инженер-техник университетының математика кафедраһы мөдире урынына саҡырыуын ҡабул итә[28]. Канторович — Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. Һуғыш йылдарында Ленинградтан Ярославлгә эвакуацияланған Хәрби-Диңгеҙ флотының Хәрби инженер-техник университетында уҡыта, ғаиләһе лә эргәһендә була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118981870 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Leonid Vitaliyevich Kantorovich Facts (ингл.) — Nobel Foundation.
- ↑ http://www.mi.ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=21951&l=1
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ Канторович Леонид Витальевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ http://www-history.mcs.st-and.ac.uk/BirthplaceMaps/St_Petersburg.html
- ↑ http://www.britannica.com/EBchecked/topic/311550/Leonid-Vitalyevich-Kantorovich
- ↑ Pereverzev S. V., Askarov M. On the rate of convergence of projection-iterative methods for classes of weakly singular integral equations (ингл.) // Ukrainian Mathematical Journal — Springer Science+Business Media, 1995. — Vol. 47, Iss. 4. — P. 578—587. — ISSN 0041-5995; 1573-9376 — doi:10.1007/BF01056043
- ↑ https://link.springer.com/chapter/10.1007%2F978-3-0348-8789-2_12
- ↑ Gorbis A., Tempelman A. Averaging almost-periodic functions and finite-dimensional unitary representations on free groups (ингл.) // Lithuanian Mathematical Journal — Springer Science+Business Media, 1989. — Vol. 28, Iss. 4. — P. 332—335. — ISSN 0363-1672; 1573-8825 — doi:10.1007/BF00972215
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 13,0 13,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 14,0 14,1 http://mi.mathnet.ru/smj1283 — Б. 7.
- ↑ 15,00 15,01 15,02 15,03 15,04 15,05 15,06 15,07 15,08 15,09 15,10 15,11 15,12 15,13 15,14 15,15 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ https://link.springer.com/article/10.1007/s43069-020-0007-8
- ↑ https://www.econometricsociety.org/society/organization-and-governance/fellows/memoriam
- ↑ Вечканов Г. С. Экономическая теория: Учебник для вузов. — 3-е изд.. — СПб.: Питер, 2011. — 512 с. — (Учебник для вузов). — ISBN 9785459003024.
- ↑ Паулина Григорьевна Закс 2021 йыл 25 ғинуар архивланған.
- ↑ jewishgen.org: На сайте еврейской генеалогии (база данных по Литве, требуется бесплатная регистрация) приводится свидетельство о браке Хаима Мовшевича Канторовича, уроженца города Узда, и Песи (Паулины) Гиршевны Закс, уроженки Вильны; выдано канцелярией виленского городского раввина 20 июля 1899 года. В записях о рождении матери, её братьев и сестёр, указывается, что её отец — Гирш-Хаим Нотелевич Закс — был купеческим сыном из Россиен; мать — Ривка Янкелевна Закс.
- ↑ Леонид Витальевич Канторович 2013 йыл 14 май архивланған.
- ↑ Николай Витальевич Канторович 2013 йыл 2 декабрь архивланған. родился ещё в Вильне.
- ↑ Мир Петербурга 2016 йыл 13 март архивланған.: Дом № 6 принадлежал доктору Хаиму Моисеевичу Канторовичу.
- ↑ Весь Петроград на 1917 году: В 1917 году дом № 6 принадлежал Хаиму Моисеевичу Канторовичу. Хаим Моисеевич Канторович вёл приём больных на Большом проспекте, дом № 31.
- ↑ Валентин Привалов «Улицы Петроградской стороны» . Дата обращения: 1 октябрь 2018. Архивировано 16 февраль 2018 года. 2018 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Дом врача Х. М. Канторовича (архитектор Я. З. Блувштейн, 1913)
- ↑ Биобиблиографический указатель, 2012
- ↑ 28,0 28,1 28,2 28,3 28,4 Биобиблиографический указатель, 2012, с. 3
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Леонид Витальевич Канторович: человек и учёный. В 2 т. Редакторы-составители В. Л. Канторович, С. С. Кутателадзе, Я. И. Фет. — Новосибирск: Изд-во СО РАН, Филиал «Гео», 2002. — Т. 1. — 544 с., ISBN 5-7692-0502-4 (т. 1), ISBN 5-7692-0501-6
- Мой путь в науке (предполагавшийся доклад в Московском математическом обществе) — Л. В. Канторович, Москва, январь—март 1986 года // Успехи математических наук, 1987, том 42, выпуск 2 (254)
- Даугавет О. К., Романовский И. В. О деятельности и работах Л. В. Канторовича в области программирования // Журнал Новой экономической ассоциации : журнал. — М., 2012. — № 1 (13). — С. 185—190. — ISSN 2221-2264.
- Полтерович В. М. Теория оптимального распределения ресурсов Л. В. Канторовича в истории экономической мысли // Журнал Новой экономической ассоциации : журнал. — М., 2012. — № 1 (13). — С. 176—180. — ISSN 2221-2264.
- Самокиш Б. А. Л. В. Канторович и вычислительная математика // Журнал Новой экономической ассоциации : журнал. — М., 2012. — № 1 (13). — С. 181—185. — ISSN 2221-2264.
- Электронная версия книги «Леонид Витальевич Канторович. К 100-летию со дня рождения» (фотографии, документы, цитаты) — Издательство РМП, 2012
- Леонид Витальевич Канторович: Биобиблиографический указатель / Ред. Кутателадзе С.C.. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Новосибирск: Издательство Института математики, 2012. — 204 с. — ISBN 978-5-86134-184-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Канторович Леонид Витальевич Викиөҙөмтәлә | |
Канторович Леонид Витальевич Викимилектә |
- Автобиография на Нобелевском сайте (инг.)
- Биография на сайте Института математики им. С. Л. Соболева 2006 йыл 26 июль архивланған.
- Профиль Леонида Витальевича Канторовича РФА рәсми сайтында
- Виртуальный музей академика Л. В. Канторовича 2022 йыл 1 апрель архивланған.
- Страница в разделе «Пантеон петербургских математиков» Санкт-Петербургского математического общества
- «Талант — это слишком мало» // Сбербанк России: Журнал «Прямые инвестиции». — 2004. — Т. 11. — № 31. — С. 106—111. (интервью с сыном Л. В. Канторовича, В. Л. Канторовичем)
- Л. В. Канторович: «Не всё должно быть в каждом блюде…» (воспоминания родственников)
- А. Г. Аганбегян. Учитель, учёный, человек
- А. М. Вершик. O Леониде Канторовиче и линейном программировании
- И. М. Гельфанд. Леонид Канторович и синтез двух культур
- В. А. Залгаллер. О замечательном человеке — Леониде Витальевиче Канторовиче 2006 йыл 13 май архивланған.
- В. М. Тихомиров. «Л. В. Канторович (1912—1986)»
- С. С. Кутателадзе. Математика и экономика Канторовича (2011)
- 19 ғинуарҙа тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 7 апрелдә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Санкт-Петербург дәүләт университеты уҡытыусылары
- XX быуат иҡтисадсылары
- СССР иҡтисадсылары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса математиктар