Эстәлеккә күсергә

Канторович Соломон Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Канторович Соломон Ильич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1892
Тыуған урыны Днепр, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Ростов дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Трудового Красного Знамени УССР

Соломон Ильич Канторович (1892, Речица — 16 август 1937, Киев) — совет һәм украин сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, УССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. 1930 йылдың июненән — 1932 йылдың ғинуарына тиклем КП(б)У Үҙәк комитеты ағзаһына кандидат, 1932 — 1937 йылдың майына тиклем Украина Коммунистар партияһы үҙәк комитеты ағзаһы(б). Ике саҡырылыш Бөтә Украина Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы[1].

1910 йылда Харьков университетының медицина факультетына уҡырға инә, әмма студенттар демонстрацияларындә ҡатнашҡан өсөн 3 курстан ҡыуып сығарыла һәм шулай уҡ Харьковтан ҡыуыла[2].

1917 йылда Ростов университетының (Дон университеты) медицина факультетын тамамлай, атабан хәрби табип булып эшләй. 1918 йылдан РКП (б) ағзаһы.

Социаль тәьминәт Халыҡ комиссариатында эшләй, губисполком составында ла эшләй. 1919-1920 йылдарҙа Киев хәрби округының 12-се армияһының санитар хеҙмәтен етәкләй. 1920 йылдан Харьков губерна һаулыҡ һаклау бүлеген етәкләй. УССР Наркомздрав коллегияһы составында була.

1926-1929 йылдарҙа — УССР-ҙың халыҡ һаулыҡ һаҡлау комиссары урынбаҫары; Харьков округ советы башкарма комитеты рәйесе урынбаҫары — Харьков округ план комиссияһы рәйесе (1929 йылдың ғиуарына тиклем).

1929 йылда УССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары.

1937 йылдан — СССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары урынбаҫары.

Эшмәкәрлеген сәнәғәт предприятиеларында, санитар-эпидемиологик станцияларҙа, колхоз бала табыу йорттарында беренсе медицина-санитария часттарын ойоштороуға йүнәлтә, йоғошло ауырыуҙарҙы кәметеү, санитария культураһы тураһында белемде таратыуҙы көсәйтеүгә тырышлығын һалды.

Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороуҙың актуаль мәсьәләләре буйынса 2 монография авторы. ВУЦИК ҡарары менән эпидемияларғә ҡаршы көрәш сараларын уңышлы үткәргән өсөн УСС Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены белән бүләкләнде[2].

1937 йылдың 23 июлендә Мәскәүҙә "СССР Наркомздравы етәкселәре эше" буйынса НКВД тарафынан ҡулға алына. Тикшереү ваҡытында Киев төрмәһенә ебәрелә. 1937 йылдың 16 августында вафат була..

1956 йылда үлгәндән һуң аҡлана.