Эстәлеккә күсергә

Канцеров Алексей Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Канцеров Алексей Яковлевич
Рәсем
Зат ир-ат
Вафат булған көнө 25 июнь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Уҡыу йорто Өфө диниә семинарияһы
Статус канонизации священномученик[d]

Канцеров Алексей Яковлевич (? — 25 июнь, 1918) — иерей, Рус православие сиркәүе священномученигы.

1902 йылда Канцер Алексей Яковлевич[1] Өфө дини семинарияһын тамамлай. Алексий (Канцеров Алексей Яковлевич) Самара-Златоуст тимер юлының Вязовая станцияһы сиркәү-мәхәллә мәктәбендә уҡытыусы, артабан станцияның Преображенск сиркәүендә псаломсы булып эшләй.

1907 йылдан Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Воздвиженка ауылында Крестовоздвиженский сиркәүе руханиһы. 1915 йылдан алып Өфө өйәҙе Топорнин ауылында (Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы үҙәге) Покровская сиркәүендә священник була.

1917 йылда Алексий, Улус идараһы янында, халыҡ араһында эске хәрби дәүләт заемдары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе таратыу буйынса комитет рәйесе итеп һайлана.

1918 йылдың 25 июнендә Алексий Топорнино ауылында ҡулға алына һәм пароходта Сарапулға алып китәләр.

Күп һанлы язалауҙар һәм мыҫҡыл итеүҙәрҙән һуң большевиктар, Сарапулдан Өфөгә ҡайтып килгәндә, төндә уны атып үлтерәләр, кәүҙәһен һыуға ташлайҙар.

Изгеләр рәтенә индереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда Өфө һәм Стәрлетамаҡ епископы Никон тарафынан изге ыҙа сигеүсе Алексей Канцеров Өфө епархияһының хөрмәтле изгеһе булараҡ изгеләр рәтенә индерелә.

Изге ыҙа сигеүсе Алексей Канцеров Урыҫ Православие Сиркәүе Архиерей соборы тарафынан 2000 йылдың 13-16 авгусында изгеләр рәтенә индерелә.

Хәтер көнө: Рәсәй яңы ыҙа сигеүселәр һәм тәүбә итеүселәр Соборы, 25.01/07.02 -дән башлап беренсе йәкшәмбе.

  1. Православные духовные воины. Проверено 4 февраля 2013. 14 февраля 2013 года.
  • Мохов В., прот., Зимина Н. П. и др. Жития священномучеников Уфимской епархии// Ежегодная Богословская конференция Православного Свято-Тихоновского Института: Материалы 1998. М., 1998.
  • Деяние о канонизации// Уфимские епархиальные ведомости. 1999, N 10-11. С.1.
  • Деяние Юбилейного Освященного Аpхиерейского Собора Русской Православной Церкви о соборном прославлении новомучеников и исповедников Российских XX века. Москва, 12-16 августа 2000 г.