Каплина Полина Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каплина Полина Андреевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 16 август 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (24 йәш)
Тыуған урыны Иркутск, Рәсәй
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы вратарь[d]
Спорт командаһы ағзаһы Кубань (гандбольный клуб)[d], ЦСКА (женский гандбольный клуб)[d] һәм Звезда[d]
Масса 75 килограмм
Спорт төрө Гандбол
Бейеклеге/буйы 181 сантиметр
 Каплина Полина Андреевна Викимилектә

Каплина Полина Андреевна (16 август 1999 йыл) — Рәсәй гандболсыһы, Мәскәү «ЦСКА» ҡапҡасыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полина Андреевна Каплина 1999 йылдың 16 авгусында Иркутскиҙа тыуған[1]. Бала сағы Ырымбурҙа үткән. Гандбол менән 13 йәштән шөғөлләнә башлай. Буйының оҙон булыуы арҡаһында ҡапҡасы булып китә[2].

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессиональ гандбол менән «Кубань» клубы өсөн Краснодарҙа уйындарҙа шөғөлләнә башлай. Полина 2016 йылдың йәйендә төп командаға эләгә алмай, әммә бер йылдан һуң Краснодар командаһының төп ҡапҡасыһы Бахшиева Виктория декрет ялына киткәс, төп команда өсөн уйнай башлай[2][1].

2017/2018 йылдар миҙгелендәге уйындарҙа үҙе өсөн 50 проценттан ашыу кире ҡаҡҡан туптар һөҙөмтәлелеген күрһәтә. 2018/2019 һәм 2019/2020 йылдар миҙгелендә ул ЕГФ кубогында сығыш яһай, шулай уҡ Рәсәй Кубогы финалына барып етә һәм Рәсәй чемпионатының бронза призеры була[1].

2018 йылда Дебреценда 20 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнаша, унда Рәсәй йыйылма командаһы дүртенсе урынды яулай. Полина Каплина был турнирҙың иң яҡшы ҡапҡасыһы була, ул 42 процент тупты кире һуға[3][4]

2019 йылдың йәйендә яңы ойошторолған Мәскәү «ЦСКА» клубына күсә[1]. 2019/2020 йыл миҙгелендә 217 ташлауҙан 94 сейв башҡара[5].

2020 йылда Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла[6]. 2020/2021 йыл миҙгеле башында Каплина Звенигородтың «Йондоҙ» ҡуртымына китә, унда 8 уйын үткәрә, 120 туптан 43 тупты кире һуға. Октябрь айында Шана Массон һәм Анна Седойкина йәрәхәтләнгәндән һуң «армеецтар» составына килә[7]. Ҡайтҡандан һуң чемпиондар Лигаһының төркөм уйынында Венгрияның «Дьор» командаһына ҡаршы ҡатнаша, матч аҙағында ете метрлы һөжүмде кире ҡаға һәм команда өсөн мөһим бер нисә сейв башҡара[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Полина Каплина.
  2. 2,0 2,1 Полина Каплина. Игра во весь голос.
  3. Hungary 2018 All-star Team and MVP.ihf.info(14 July 2018).Дата обращения: 2 апреля 2021. Архивировано 29 сентября 2020 года
  4. Полина Каплина. Игра во весь голос. Федерация гандбола России. Дата обращения: 2 апреля 2021. Архивировано 24 октября 2020 года.
  5. Каплина Полина Андреевна. Дата обращения: 2 апрель 2021. Архивировано 15 декабрь 2018 года.
  6. Гандбол. В сборную России вызваны 22 гандболистки (10 сентябрь 2020). Дата обращения: 2 апрель 2021.
  7. Полина Каплина досрочно возвращается в ЦСКА из аренды (23 октябрь 2020). Дата обращения: 2 апрель 2021. Архивировано 19 ғинуар 2021 года.
  8. Лига чемпионов. Полина Каплина: "Возвращение из аренды в Звенигороде стало полной неожиданностью". Дата обращения: 2 апрель 2021. Архивировано 5 март 2021 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]