Капутикян Сильва Барунаковна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Капутикян Сильва Барунаковна
әрм. Սիլվա Կապուտիկյան
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Armenia.svg Беренсе Әрмәнстан Республикаһы[d]
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Armenia.svg Әрмәнстан
Тыуған көнө 20 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3]
Тыуған урыны Әрмәнстан, Ереван[4]
Вафат булыу көнө 26 август 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Әрмәнстан, Ереван
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Причина смерти Инсульт
Ерләнгән урыны Пантеон имени Комитаса[d]
Хәләл ефете Шираз, Ованес Тадевосович[d]
Балалары Ара Шираз[d]
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы һәм Союз писателей Армении[d]
Жанр стихотворение[d] һәм публицистика[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Ереванский государственный университет[d]
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 194: Функция для отображения свойства не найдена.
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Изображение памятной доски
Commons-logo.svg Капутикян Сильва Барунаковна Викимилектә

Капутикян Сильва Барунаковна (әрм. Սիլվա (Սիրվարդ) Բարունակի Կապուտիկյան, 19192006) — XX быуаттың күренекле әрмән шағиры, яҙыусы һәм публицист, Әрмәнстан Республмкаһының Милли Фәндәр академияһы академигы. Әрмән ССР-ының (1970) һәм Грузин ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952). 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

С. Б. Капутикян 1919 йылдың 5 ғинуарында Ереванда, уҡытыусы һәм революцион гәзиттең элекке мөхәррире, Ван ҡалаһы ҡасағы ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәп тамамлай. 1936—1941 йылдарҙа — Ереван университетының филология факультетында, һуңынан Әҙәбиәт институтының Юғары әҙәби курстарында уҡый. 1933 йылдан матбуғатта баҫыла башлай.

1941 йылдан Әрмәнстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының (1994), «Донъя халыҡтарының рухи берҙәмлеге» һәм «Тәбиғәт һәм йәмғиәт мәсьәләләре буйынса» академияларының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Ереван хеҙмәтсәндәренең ҡала советы депутаты була. «ПЕН-клуб» Халыҡ-ара интеллектуаль клубы ағзаһы.

Ҡарабах мәсьәләһе буйынса актив позицияла тора. Ҡарабах хәрәкәте лидерҙарының береһе. Зорий Балаян менән бергә 1988 йылдың 26 февралендә Ҡарабах мәсьәләһен республика файҙаһына хәл итергә инандырыу маҡсатынан Горбачев менән осраша. Бик күп патриотик әҫәрҙәр авторы.

1990 йылдар башында шағирә әрмән властарын һәм уларҙың сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләп сығыш яһай. 2004 йылда оппозиция митингыһын баҫтырғандан һуң, 80 йәшенә бирелгән Изге Месроп Маштоц орденын Әрмәнстан президенты Р. Кочарянға кире ҡайтара.

Халыҡ яратҡан шағирә 2006 йылдың 26 авгусында Ереванда вафат була. Еревандың Комитас исемендәге пантеонында ерләнә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әрмән шағиры Ованес Ширазда тормошта була, улы — скульптор Ара Шираз.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

С. Б. Капутикян — әрмән һәм рус телдәрендәге, шулай уҡ башҡа бик күп телдәргә тәржемә ителгән 60-тан ашыу китап авторы. Үҙенең шиғырҙарына С. Б. Капутикян мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ яңғыҙлығы, илһөйәрлек, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү темаларына йыш мөрәжәғәт итә.

Йыш ҡына төрлө илдәрҙә булып, әрмән диаспораһы вәкилдәре менән тығыҙ аралаша (Әрмәнстанда ла, диаспорала Капутикяндың «Тыңла, улым» шиғыры популяр була), публицистик әҫәрҙәр яҙа («Каруандар бара әле», «Каруандар юғала» һ. б.), уларҙа әрмән ҡасаҡтары вариҫтарының төп проблемаларын — һағыш, ваз кисеү, көнбайыш әрмән теленең юғалыуы, үҙеңде һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш, оҡшашлыҡты эшләү, әрмәндәрҙең геноцидын таныу буйынса тырышлыҡтар — күтәрә.

Рус телендәге библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Избранные произведения в 2-х томах. М., 1989
  • Избранные произведения в 2-х томах. М., 1978
  • «В эти дни» (1945),
  • «Стихи» (М.,1947),
  • «На берегу Занги» (1947),
  • «Мои родные» М., Правда, 1952
  • Мои родные. М., Советский писатель, 1951, 1952
  • Здравствуйте, друзья. Ереван, 1952
  • «В добрый путь». М., 1954,
  • Лирические стихи. М., 1955
  • «Откровенная беседа» (1955),
  • Розовые камни . М., 1959
  • Стихотворения. М., 1959
  • Огонек в окне. М., 1961
  • Раздумья на полпути. М.,1962
  • Живу я сердцем. Ереван, 1963
  • Лирика. М., 1964
  • Караваны еще в пути. М., 1969
  • Караваны еще в пути. Ереван, 1970
  • Моя страница М., 1972
  • «Вглубь горы» (1972),
  • Весна на вершинах. М., 1972
  • Верность., М., 1975
  • Меридианы карты и души. М., 1978, 1982
  • Посвящение. М., 1979
  • Проза. Ереван, 1979
  • «Часы ожидания» (М., Правда, 1983),
  • «В Москву», поэма для детей,
  • «Моя страна»,
  • Кровля Армении. М., 1981
  • Тревожный день. М., 1985
  • Встречи без расставаний. Ереван, 1987
  • Памятки. Ереван, 1988
  • «Часы ожидания» (М., Детская литература, 1988),
  • Моя тропка на дорогах мира. М., 1989
  • Идет зима. М., 1994

Капутикян шағирҙарын рус теленә Б. Ш. Окуджава, Е. А. Евтушенко, Ю. П. Мориц, М. С. Петров, Б. Ә. Әхмәҙуллина, М. И. Алигер тәржемә итә.

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) — «Мои родные» шиғырҙар йыйынтығы өсөн (1951).
  • Әрмән ССР-ының дәүләт премияһы (1988).
  • Октябрь Революцияһы ордены (16.11.1984).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7.03.1969).
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (19.01.1979).
  • Ике «Почет билдәһе» ордены (27.06.1956, …).
  • Изге Месроп Маштоц ордены (1999).
  • Әрмән апостол сиркәүенең «Изге Саак һәм Изге Маштоц» ордены.
  • III дәрәжә Княгиня Ольга ордены (Украина, 1.10.1999).
  • Әрмән CCP-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970).
  • Грузин ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).
  • Аветик Исаакян исемендәге премия.
  • Ачарян Рачий исемендәге премия.
  • «Носида» премияһы (Италия).
  • «Йыл ҡатын-ҡыҙы» (1998).

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Наири Зарьян:
«

Капутикян — самая любимая поэтесса армянской диаспоры.

»
  • Давтян Ваагна:
«

Капутикян пишет нежно, но и жестко, женскую, но и сильную поэзию. Меня всегда восхищала удивительная гармония сердца и мысли поэтессы….

»
  • Аветис Мовсесян[5]:
«

Капутикян пела о больших страданиях и больших радостях своего народа.

»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. Find a Grave — 1995.
  4. Капутикян Сильва Барунаковна // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. // «Джаакир» : газета. — Каир, 31.08.2006.  (әрм.)