Эстәлеккә күсергә

Каракис Иосиф Юльевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каракис Иосиф Юльевич
укр. Йосип Юлійович Каракіс
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Украинская Народная Республика[d]
 Украинская держава[d]
 СССР
Тыуған көнө 16 (29) май 1902
Тыуған урыны Балта[d], Балтский уезд[d], Подольск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Балалары Каракис, Ирма Иосифовна[d]
Һөнәр төрө архитектор, градостроитель, университет уҡытыусыһы, генеральный подрядчик, preservationist, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө архитектура[1], Архитектура теорияһы[1], nорлаҡ‐гражданлыҡ төҙөлөшө[1] һәм охрана памятников истории и культуры[d][1]
Уҡыу йорто Национальная академия изобразительного искусства и архитектуры[d]
Кемдә уҡыған Алёшин, Павел Федотович[d]
Әүҙемлек урыны Киев, Бекабад[d], Кривой Рог[d], Винница, Харьков, Озёрное[d], Луганск, Ташкәнт, Кишинёв, Краматорск[d], Запорожье, Житомир, Махачҡала, Баҡы, Каменское[d], Бердянск[d], Санкт-Петербург һәм Горишни Плавни
Сәнғәт йүнәлеше неоклассицизм[d], конструктивизм[d], Барокко һәм модернизм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Каракис Иосиф Юльевич Викимилектә

Каракис Иосиф Юльевич (29 май 1902 йыл, Балта — 23 февраль 1988 йыл, Киев) — совет архитекторы, төҙөүсе, рәссам һәм педагог, украин совет төҙөүселәренең иң һөҙөмтәлеһе[2][3]. Донъя кимәлендәге архитектор[4][5][6][7].

Каракистар ғаиләһе 1911 йылда, Балта ҡалаһы. беренсе рәттә уртала Иосиф Каракис ултыра, уның уң яғынан — кесе ҡустыһы Давид, һулдан — ағаһы Иосиф (һуңынан ҡыйралыш ваҡытында һәләк була). Икенсе рәттә уртала өләсәһе менән олатаһы. Өсөнсө рәттә уртала атаһы Юлий Борисович менән әсәһе Фрида Яковлевна. Шул уҡ рәттә уңда апаһының ире — Дунаевский (композитор И. Дунаевскийҙың ағаһы)[8]
Иосиф Каракис (уңда) Давид ағаһы менән.
1908 йыл, Балта ҡала

Иосиф Каракис 1902 йылдың 29 майында Балта ҡалаһында Турбовтағы шәкәр заводының хужалашы һәм эшсеһе Каракис Юлий Борисович (18791943) һәм Фрида Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы Гейбтман) (18821968) ғаиләһендә тыуа. Иосиф ғаиләлә өлкән бала була. Ҡустыһы Давид Юльевич Каракис (19041970) хәрби табип карьераһын һайлай, полковник дәрәжәһенә тиклем үҫә, Бөйөк Ватан һуғышында армия эпидемиологы[9] (санэпидемотряд начальнигы[10]) була.

1909 — 1917 йылдарҙа Иосиф Каракис Винница реаль училищеһында[~ 1] уҡый, шул уҡ ваҡытта рәссам А. М. Черкасскийҙың киске рәсем дрестәренә йөрөй. 1918 йылдан Винница театрында Матвей Дракала Юра Гнат, Амвросий Бучма һәм Марьяна Крушельницкая труппаһы өсөн рәссам-декоратор булып эшләй[11][12]. 1919 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына инә. Бер йыл Польша фронтында булғандан һуң 14-се армия штабында хәрби агитатор итеп ҡалдырыла, унда агитпоезд рәссамы булып хеҙмәт итә[13]. 1921 йылдан — Винница губерна сәйәси мәғрифәтселегенең сәнғәт һәм боронғо һәйкәлдәрҙе һаҡлау буйынса комиссия рәссамы — ҡала музейы өсөн галерея һәм Немировта княгиня Браницкая йортонда уның тупланмаларынан китапхана булдыра[14].

1922 йылда Халыҡ хужалығы институтының юридик факультетына уҡырға инә. Бер йылдан Киев художество институтының һынлы сәнғәт факультетына инә[15]. Уҡыу ваҡытында театр рәссамы булып эшләй (1925]]—1926 йылдарҙа Николай Бурачек етәкселегендә)[14][12]. Шул уҡ ваҡытта, 1925 йылда, Яков Штейнберг йоғонтоһонда художество факультетының 3-сө курсынан архитектура факультетының беренсе курсына күсә[14][12].

1926 йылда, уҡыған ваҡытында Иосиф Юльевич Киев вокзалын төҙөгәндә үҙенең уҡытыусыһы Вербицкийҙа өлкән техник булып эшләй[12][16], һуңынан — проектлау ярҙамсыһы, шулай уҡ Фәндәр Академияһы һәм Оло Житомир урамы, 17 адресы буйынса беренсе табип йортон төҙөүҙә ҡатнаша[12][16]. 1927 йылда, ата-әсәһенән йәшереп, консерваторияның фортепиано бүлеге студенты, Киев һылыуҡайҙарының береһе тип иҫәпләнгән Анна Ефимовна Копманға өйләнә (19041993)[17].

1929 йылда Каракис архитектура факультетын тамамлай[14].

Шул уҡ йылда Я. А. Штейнберг етәкләгән Украина архитекторҙар берлегенә инә[12]. И. Г. Волошинов менән берлектә Ф. П Алешин етәкселегендә үҙенең тәүге бинаһын проектлай, һуңынан ул архитектура ҡомартҡыһына әүерелә[18][19][20]. 1930 йылда И. Каракис Е. В. Холостенко һәм Н. В. Холостенко, М. Г. Гречина, П. Г. Юрченко һәм В. Г. Заболотный менән берлектә «Октябрь» йәмғиәтен ойоштора[12]. Бер йылдан һуң (19311932) Л. Н. Кисилевич менән бергә Голосеевола урман-техник институты уҡытыусылары өсөн торлаҡ йорт проектын эшләй[21], ул 1932—1933 йылда төҙөлә. 1931 йылдың ғинуарында И. Каракис армияға саҡырыла, тәүҙә — УНР-13-төң техник часында, һуңынан Украина хәрби округында инженер-архитектор була[13].

Хәрби хеҙмәт менән бер үк ваҡытта, 1931 йылда И. Каракисты бер йыл элек асылған Киев инженер-төҙөлөш институтына (КИСИ), гражданлыҡ ҡоролмаларын проектлау кафедраһына А. М. Вербицкийҙың ассистенты итеп саҡыралар[16]. Шул уҡ 1931 йылда ул үҙенең беренсе бинаһын үҙ аллы проектлай. Ҡыҙыл Армияһы һәм Флот йорто хәҙер архитектура ҡомартҡыһы булып тора. 1931 йылда бинаны проектлаған өсөн архитектор Иосиф Каракис күн пальто менән бүләкләнә[22]. 1932 йылдың мартында И. Ю. Каракис (П. Г. Юрченко һәм С. Татаренко менән авторҙашлыҡта) Мәскәүҙә Курск вокзалын реконструкциялау проекты өсөн Бөтә союз конкурсының өсөнсө премияһына лайыҡ була. Беренсе премия бер кемгә лә бирелмәй[16], икенсе урынды СССР территорияһында 100-ҙән ашыу вокзал авторы И. Явейн ала[16][23]. Әммә вокзал бинаһын 1938 йылда Г. Волошинов реконструкциялай.

Һуғыш осоро (1933—1941)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылдарҙа Каракис ҡала Советы һәм Хәрби проект оҫтаханаларында эшләй, Киевтың иң яҡшы архитекторҙарының береһе була[24]. И. Каракис КИСИ-ҙың штаттан тыш хеҙмәткәренән штатҡа күсерелә һәи тиҙҙән иң яҡшы уҡытыусыларҙың береһе тип таныла. Уның лекцияларына эләгеү ҙур уңыш тип һанала. Шул уҡ йылда Каракис доцент дәрәжәһе ала[13].

Элекке Советтар Союзы территорияһында һәм сит илдәрҙә украин конструктивизмының ҡыҫҡа дәүере[24][25][26] һәм тарихи һәйкәлдәрҙе һаҡлау өсөн актив көрәшеүсе. Белгестәр фекеренсә, авторҙың 1930 йылдарҙағы торлаҡ һәм йәмәғәт биналарының күп новаторлыҡ идеялары әлегә тиклем яңы һәм мөһим[27], ә архитекторҙың уй-фекерҙәре заманынан күпкә алда йөрөй[28]. Иосиф Каракис — һуңынан архитектура ҡомартҡыһына әүерелгән тиҫтәләгән бина авторы, СССР ваҡытында бик күп ҡалаларҙа уның типовой проекттары тормошҡа ашырыла. Дөйөм алғанда, уның проекты буйынса 4500-ҙән ашыу мәктәп бинаһы төҙөлә (төҙөлөш әле лә дауам итә[29])[2][3].

  1. Ныне в здании Винницкого реального училища находится Винницкий торгово-экономический институт.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Karakìs, Josyp Julìjovyč // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Ярослав Тинченко. Замах на Каракiса (украинский) // Полiтика i Культура. — 2002. — № 20(151) 11–17 июня. — С. 36—37. (укр.)
  3. 3,0 3,1 Символы Сталинской эпохи. Дата обращения: 13 ғинуар 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2014 йыл 19 июль архивланған.
  4. Владимир Платонов. Юрий Химич: Портрет на фоне куполов // Зеркало недели. — 2000. — № 15 (288) 15 апреля. — С. 11.
  5. Юрий Химич: Портрет на фоне куполов. Дата обращения: 24 ғинуар 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 20 май архивланған.
  6. Сергей Бабушкин. Сегодня в Киеве мы можем реализовать самые смелые архитектурные решения // Архитектура. Строительство. Дизайн. — 2003. — № 1 (29).

    Архитектора Иосифа Каракиса обвиняли в своё время, в украинском национализме. Сейчас его здания, выполненные в стиле классицизма, являются учебными пособиями для архитекторов всего мира.

  7. Сергей Бабушкин. Сегодня в Киеве мы можем реализовать самые смелые архитектурные решения // Архитектура. Строительство. Дизайн. — 2003. — № 1 (29).
  8. С сайта мәғлүмәт сығарыу өсөн 100-йыллығына Каракис архитектор.
  9. Каракис Давид Ильич 1904 г.р.
  10. Иосиф Каракис: Ирония судьбы // Архитектор Иосиф Каракис: Судьба и творчество (Альбом-каталог к столетию со дня рождения) / Под ред. Бабушкин Сергей Вячеславович, Бражник Д., Каракис Ирма Иосифовна, Пучков Андрей Александрович; Сост. Д. Бражник, И. Каракис, И. Несмиянова. — Киев: Информационно-издательский центр «Символ-Т», 2002. — С. 9. — 102 с. — ISBN 966-95095-8-0.
  11. Иосиф Каракис: Ирония судьбы // Архитектор Иосиф Каракис: Судьба и творчество (Альбом-каталог к столетию со дня рождения) / Под ред. Бабушкин С. В., Бражник Д., Каракис И. И., А. Пучков; Сост. Д. Бражник, И. Каракис, И. Несмиянова. — Киев: Информационно-издательский центр «Символ-Т», 2002. — С. 9. — 102 с. — ISBN 966-95095-8-0.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 Архiтектор Йосип Юлiйович Каракiс // Йосип Юлiйович Каракiс: Бiблiографiчний покажчик / Ред. Войцеховская Галина Анатольевна, С.С. Артамонова, О.М. Пихур, А.О. Луковська; Отв. за вып. В.М. Чеснок. — Киев: Укрархбудинформ, 2002. — С. 9. — 52 с. — (Видатнi зодчi України). (укр.)
  13. 13,0 13,1 13,2 Дмитрий Червинский. Жизнь замечательных людей: Вековой юбилей зодчего // Киев Еврейский. — 2002. — № 8 (25) август. — С. 6.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Иосиф Каракис: Ирония судьбы // Архитектор Иосиф Каракис: Судьба и творчество (Альбом-каталог к столетию со дня рождения) / Под ред. Бабушкин С. В., Бражник Д., Каракис И. И., А. Пучков; Сост. Д. Бражник, И. Каракис, И. Несмиянова. — Киев: Информационно-издательский центр «Символ-Т», 2002. — С. 9. — 102 с. — ISBN 966-95095-8-0.
  15. Иосиф Каракис: Ирония судьбы // Архитектор Иосиф Каракис: Судьба и творчество (Альбом-каталог к столетию со дня рождения) / Под ред. Бабушкин С. В., Бражник Д., Каракис И. И., А. Пучков; Сост. Д. Бражник, И. Каракис, И. Несмиянова. — Киев: Информационно-издательский центр «Символ-Т», 2002. — С. 9. — 102 с. — ISBN 966-95095-8-0.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Юрий Бородкин, Татьяна Власова, Сергей Нивин. Киевский архитектор Иосиф Каракис. Мастера Архитектуры. // Архитектура СССР. ISSN: 0004-1939. — 1991. — № АРХ3. — С. 67.
  17. Иосиф Каракис: Ирония судьбы // Архитектор Иосиф Каракис: Судьба и творчество (Альбом-каталог к столетию со дня рождения) / Под ред. Бабушкин С. В., Бражник Д., Каракис И. И., А. Пучков; Сост. Д. Бражник, И. Каракис, И. Несмиянова. — Киев, 2002. — С. 11. — 102 с. — ISBN 966-95095-8-0.
  18. Алёшин Павел Федотович. Дата обращения: 13 ғинуар 2011. 2013 йыл 2 август архивланған.
  19. Прогулка одной улицей: Академика Янгеля. Дата обращения: 13 ғинуар 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года.
  20. Здание образцовой школы № 71 по Полевому пер., 10 в г. Киеве. Дата обращения: 13 ғинуар 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года.
  21. Постройки 1930-1940. Дата обращения: 27 ноябрь 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года.
  22. Татьяна Чербова. Архитектор Иосиф Каракис хотел, чтобы старые украинцы жили, как новые (русский) // «Бульвар» : газета. — 2003. — № 44 (418), октябрь. — С. 14.
  23. ВПЕРЕДСМОТРЯЩИЙ ТРАНСПОРТНОЙ АРХИТЕКТУРЫ. Дата обращения: 13 ғинуар 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года.
  24. 24,0 24,1 Елена Олейник. Архитектор, который решил формулу Киева (русский) // Архитектура и Престиж : журнал. — 2002. — № 2 (22). — С. 114.
  25. Иосиф Каракис: Ирония судьбы // Архитектор Иосиф Каракис: Судьба и творчество (Альбом-каталог к столетию со дня рождения) / Под ред. Бабушкин С. В., Бражник Д., Каракис И. И., А. Пучков; Сост. Д. Бражник, И. Каракис, И. Несмиянова. — Киев, 2002. — С. 19. — 102 с. — ISBN 966-95095-8-0.
  26. // «Соціалістичний Київ» : журнал. — 1934. — № 5—6. — С. 18. (укр.)
  27. § 12 Дата выхода: 05.02.2009. Дата обращения: 13 ғинуар 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  28. Марiя Таран. У Києвi вiдсвяткували сторiчний ювiлей архiтектора-новатора Йосипа Каракiса (украинский) // Квартирне Бюро : газета. — 2002. — № 7 (17) Июнь. — С. 2.
  29. Пятипанелька: Архитектура йоҡлап районы 2016 йыл 14 август архивланған.