Карамышев Александр Матвеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карамышев Александр Матвеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1744[1]
Тыуған урыны Себер губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 ноябрь (3 декабрь) 1791
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[2]
Хәләл ефете Лабзина, Анна Евдокимовна[d][3]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө металлург, химик, тәбиғәт фәндәре белгесе, минералог
Эшмәкәрлек төрө естествознание[d], тау эше һәм химия
Эш урыны Берг-коллегия[d]
Горное училище[d]
Уҡыу йорто Университетская гимназия[d]
Кёнигсбергский университет[d]
Уппсала университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]
Ғилми етәксе Карл Линней
Кемдә уҡыған Карл Линней һәм Юхан Готтшальк Валлериус[d]
Ойошма ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] һәм Швеция король фәндәр академияһы[d]
 Карамышев Александр Матвеевич Викимилектә

Ҡарамышев Александр Матвеевич (1744-1791) — Рәсәй тәбиғи фәндәр белгесе (химик, металлург, ботаник). Медицина докторы, Петербург ФА-ның ағза-корреспонденты (1779), Швед короле фәндәр академияһы корреспонденты; Карл Линнейҙың уҡыусыһы. Рәсәйҙә беренсе булып кобальт мәғдәнен асыусы.

Ботаник Бобров Евгений фекеренсә, Аалександр Ҡарамышев ботаника тарихы ғалимы. Тап ул Рәсәй империяһы территорияһында осрай торған үҫемлектәрҙең күҙәтеү исемлеген баҫтырып сығарған (флора Рәсәй)[⇨].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим «себер дворяндары» Ҡарамышевтар ырыуынан сыҡҡан. Атаһы иртә вафат була, балаһына бер ниндәй ҙә мөлкәт ҡалдырмаған тиерлек; малай мәрхәмәтле бай алпауыт Евдоким Яковлевтың йортона тәрбиәләүгә алына (1692-1764), ошонда уҡ уның әсәһе лә йәшәй. Үҙенең үлеме алдынан (Ҡарамышев Швецияла сағында) Яковлев үҙенең бәләкәй ҡыҙы Аннаны үҙенең тәрбиәләнеүсеһенә ҡатынлыҡҡа «васыят» итә[4][⇨].

Ҡарамышев Екатеринбург тау училищеһында,Мәскәү университеты янындағы гимназияла, иң һуңынан Император Мәскәү университетында уҡый[5], һуңынан тағы бер Рәсәй студенты, Матвей Афонин, менән бергә сит илдә уҡыу өсөн ебәрелә [6].

К. Линней

1761 йылда Швецияның Уппсала университетында уҡый. Уның уҡытыусылары араһында Карл Линней үҙе була, ул тәбиғи тарихтан, химия һәм металлургиянан, Юхан Валериус[7], шулай уҡ химик Бергман Торберн уҡыта[8]. Линней Ҡарамышев докторлыҡ диссертацияһының етәксеһе булған; тап ул, моғайын, уҡыусыһына Себер темаһы өҫтөндә эшләү идеяһын тәҡдим иткәндер. Диссертация латин телендә academica Historiae Dissertatio Necessitatem demonstrans Naturalis in promovendae Rossia ( латин теленән  — «Академическая диссертация, показывающая необходимость развития естественной истории в России») тип аталған, Ҡарамышев уны 1766 йылдың майында медицина факультетында яҡлай[5][⇨].

М. Ф. Соймонов

Швециянан ҡайтҡандан һуң тиҙҙән, 1772 йылдың ҡышында, Берг-коллегия президенты М. Ф. Соймонов ҡушыуы буйынса Ҡарамышев Воицкий алтын руднигының (хәҙер — Карелияның Сегежский районы)торошон билдәләү маҡсатында Карелияға бара. Ҡарамышев рудникты тикшергәндән һуң, был рудникта алтын «яңылыш юл менән сифатһыҙ» итеп сығарылған тип яуап бирә[9]. Быға сәфәр һөҙөмтәһе арҡаһында Ҡарамышев вазифаһында күтәрелә[4].

1773-1778 йылдарҙа ул Берг-коллегия янында маркшейдер вазифаһын башҡара[5]. 1774 йылдан алып Ҡарамышев Тау училищеһы — Рәсәй империяһында беренсе тау профиле буйынса юғары уҡыу йорто (хәҙер — Санкт-Петербург дәүләт тау институты) асылыу менән унда 1779 йылға тиклем химия һәм металлургия фәндәренән уҡыта[6].

1779 йылда эле генә асылған Иркутск банк ассигнация конторының директор итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1789 йылға тиклем , 1780-1781 йылдан өҙөклөктәр менән, башҡара. Был осорҙа ул Нерчинск тау заводтарының ваҡытлыса начальнигы булып тәғәйенләнә. Нерчинскиҙа ул бөлгөнлөккә төшкән көмөш рудниктарын тәртипкә килтереү менән шөғөлләнә; шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙың етештереүсәнлеген күтәреүгә өлгәшә, бынан тыш, ул яңы биш рудник астыра[5].

1790 йылда Иркутск ассигнация контораһы ябылғандан һуң, Ҡарамышев Император ғәли йәнәптәре кабинеты составында Колывано-Воскресенский заводтары буйынса Тау экспедицияһына коллежский советник чинында тәғәйенләнә[5].

Яһалма ҡиммәтле таштар эшләү, көмөш аффинажы менән шөғөлләнә. Алмастарҙың составын раҫлай.

1779 йылдың 12 октябренән алып — Петербург фәндәр академияһы ағза-корреспонденты[10]. Швед короле фәндәр академияһы ағзаһы. Ирекле иҡтисади йәмғиәт ағзаһы, уның эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыусы була[6]. Берлин тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте ағзаһы[5].

Көнбайыш Байкал артындағы Шерловогорский берилл һәм топаз ятҡылығының бер тармағына Александр Матвеевич Ҡарамышевтың исеме бирелгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анна Лабзинаның (Ҡарамышева, тыумыштан Яковлева) тәрбиәләнеүсеһе менән 1803 йылдағы портреты. Рәссам В. Л. Боровиковский

Ҡатыны — Яковлева Анна Евдокимова, Яковлева-ҡыҙ фамилияһы (28 ноябрь 1758 йыл— 3 октябрь 1828 йыл). Уларҙың үҙ балалары булмай.

1772 йылдың 21 майында Ҡарамышев 13 йәшлек Аннаға өйләнә. Ул ирен күп сәйәхәттәрҙә оҙатып йөрөй, Иркутск һәм Нерчинскиҙа йәшәй. 1794 йылда, иренең вафатынан һуң өс йыл үткәс, яҙыусы һәм философ, рус масондарының күренекле эшмәкәре Александр Федорович Лабзинға (1766-1825) иргә сыға. Анна Лабзина үлгәндән һуң уның беренсе ире тураһындағы хәтирәләре (1903 йылда өлөшләтә, 1914 йыл — тулыһынса) баҫылып сыға[11], уларҙа ҡатын тәүге иренең әхлаҡи сифаттарына кире характеристика бирә. Әҙәбиәт белгесе Юрий Лотман фекеренсә, был хәтирәләрҙәге ҡылыҡһырлама Александр Ҡарамышевтың дингә кире ҡарашлы булыуы һәм Аннаның, киреһенсә, донъяға тәрән дини-мистик ҡараштары араһындағы конфликт сағылдырылған. Лотман ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе «дөйөм телгә килә алмаған ике мәҙәниәттен драматик бәрелеше» тип атай[4].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • In publica solemnia coronationis augustae Catharinæ Alexiewnæ… Upsalae, 1762[5]
  • Докторская диссертация Карамышева в 7-м томе «Академических досугов»:

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Faceted Application of Subject Terminology
  2. Российская академия наук — 1724.
  3. Русский биографический словарь (урыҫ) / под ред. А. А. Половцов, Н. П. Чулков, Н. Д. Чечулин, В. В. Мусселиус, М. Г. Курдюмов, Ф. А. Витберг, И. А. Кубасов, С. А. Адрианов, Б. Л. Модзалевский, Е. С. ШумигорскийСПб., М..
  4. 4,0 4,1 4,2 Лотман, 1994
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Кулибин, 1897
  6. 6,0 6,1 6,2 Бобров, 1970
  7. Бобров, 1970, с. 237
  8. Чиркст, 2006, с. 7
  9. Поморцева Л. Воицкий рудник // Доверие. — 2000. — № 84, 86, 88 (7595, 7597, 7599) (октябрь—ноябрь).
  10. Карамышев Александр Матвеевич. Российская академия наук. Дата обращения: 17 август 2017.
  11. Лабзина А. Е. Воспоминания Анны Евдокимовны Лабзиной. — Огни. Типография Б. М. Вольфа., 1914. — 195 с.