Карбышева Елена Дмитриевна
Карбышева Елена Дмитриевна | |
рус. Елена Дмитриевна Карбышева | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 6 июнь 1919 |
Тыуған урыны | РСФСР, Ульяновск ҡалаһы |
Вафат булған көнө | 7 февраль 2006 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй |
Атаһы | Карбышев Дмитрий Михайлович |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, йәмғиәт эшмәкәре |
Уҡыу йорто |
Военный институт (инженерных войск) Общевойсковой академии Вооружённых Сил Российской Федерации[d] Военный инженерно-технический университет[d] |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
![]() |
---|
Карбышева Елена Дмитриевна (1919 йыл—2006 йыл) — хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре, инженер-подполковник. Советтар Союзы Геройы Д. М. Карбышевтың ҡыҙы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карбышева Елена Дмитриевна1919 йылдың 6 июнендә Симбирскиҙа (хәҙерге Ульяновск) тыуа.
1938 йылдың июнендә Мәскәүҙең 29-сы урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Ошо уҡ йылдың 1 октябрендә В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженерлыҡ академияһына алына. 1940 йылдың 17 авгусынан — Хәрби-диңгеҙ флотының Ҡыҙыл Байраҡлы Юғары инженер-техник училищеһы курсанты (академия факультеты бында күсерелә). Училищеның беренсе ҡатын-ҡыҙ курсанты була[1].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Елена Ленинградта була. Ҡаланы обороналау осоронда оборона рубеждарын төҙөүҙә ҡатнаша. Һуңынан блокадалы Ленинградтан хәрби училищеның личный составы менән бергә эвакуациялана. 1945 йылдың апрелендә училищены «Яр буйын төҙөү» һөнәре буйынса тамамлай, хәрби хеҙмәтен Поти ҡалаһында Ҡара диңгеҙ флотының хәрби-диңгеҙ базаһында дауам итә. 1963 йылда инженер-майор дәрәжәһен ала, тормош иптәше Семенов Владимир Александрович менән бергә Хәрби-диңгеҙ флотының Генераль штабында инженер булып хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәттән киткәс, СССР Ҡораллы Көстәре Генштабы ГРУ-һының аналитик бүлегендә эшләй. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһының төрлө ҡалаларында Йәш карбышевсылар слеттарын ойоштороусы һәм ҡатнашыусы була, патриотик һәм тәрбиә эшендә ҡатнаша.
Ике ул тәрбиәләй: өлкәне — Владимир, ғалим, профессор, техник фәндәр кандидаты; кесеһе — Олег, геолог, Чукоткала, һуңынан Мәскәүҙә ғилми-тикшеренеү институттарының береһендә эшләй.
2006 йылдың 7 февралендә вафат була. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Советы һорауы буйынса, 2006 йылдың 7 майында — совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 61 йыллығы алдынан кремациялана һәм ерләнә.[2].
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- Миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 6 июндә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Ульяновскиҙа тыуғандар
- 7 февралдә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- СССР подполковниктары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр