Карденаль Эрнесто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карденаль Эрнесто
исп. Ernesto Cardenal
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Никарагуа
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Ernesto Cardenal Martínez
Вторая фамилия в испанском имени Мартинес[d]
Тыуған көнө 20 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Гранада[d], Никарагуа[6]
Вафат булған көнө 1 март 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[7][8][9][…] (95 йәш)
Вафат булған урыны Манагуа, Никарагуа[8][10]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][8]
Үлем сәбәбе Хроническая болезнь почек[d][11] һәм остановка сердца[d][8]
Бер туғандары Фернандо Карденаль[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Испан теле
Һөнәр төрө шағир, католический священник, скульптор, рәссам, дин белгесе, тәржемәсе, сәйәсмән, католический священник, яҙыусы, деятель изобразительного искусства, министр культуры
Эшмәкәрлек төрө теология освобождения[d], литература Никарагуа[d][12], теология[12], Марксизм[12], Живопись[12] һәм Скульптура[12]
Биләгән вазифаһы министр культуры[d]
Уҡыу йорто Колумбийский университет[d]
факультет философии и литературы Национального автономного университета Мексики[d]
Colegio Centro América[d]
Кемдә уҡыған Armando Rojas Guardia[d][13]
Принадлежит к Движение сандинистского обновления[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Сандинистский фронт национального освобождения[d] һәм Движение сандинистского обновления[d]
Монашеский орден Цистерцианцы[d]
Ойошма ағзаһы Мексиканская академия языка[d], Берлин сәнғәттәр академияһы[d] һәм Casa de los tres mundos[d]
Жанр лирика[d]
Йоғонто яһаусы Томас Мертон[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Аугусто Сезара Сандино

премия Мира немецких книготорговцев[d] (12 октябрь 1980)

Ибероамериканская поэтическая премия Пабло Неруды[d] (2009)

Австрийский почётный знак «За науку и искусство»

премия королевы Софии по ибероамериканской поэзии[d] (2012)

премия Теодора Ваннера[d] (2014)

почётный доктор Университета Вупперталя[d] (4 март 2017)

орден Хосе Марти орден Рубена Дарио

почётный доктор Университета Валенсии[d] (1987)

почётный доктор Гранадского университета[d] (1987)

почётный доктор университета Веракрус[d]

почётный доктор Университета Уэльвы[d] (2012)

Premio Internacional Mario Benedetti[d] (2018)

Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Карденаль Эрнесто Викимилектә

Эрнесто Карденаль Мартинес (исп. Ernesto Cardenal Martínez. 20 ғинуар 1925 йыл, Гранада) — Никарагуа революционеры, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, шағир, яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе; христиан социалисаы, иезуит, һуңынан траппист дин әһеле булып китә, һәм СФНО ағзаһы. Азатлыҡ теологияһының ҙур теоретигы[14][15] 2012 йылда королева София исемендәге ибер-америка шиғриәте премияһы лауреаты. Туғаны Антонио Карденаль.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрнесто Карденаль бай аристократик сауҙагәр ғаиләһенән сыҡҡан. Бала сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Мехикола һәм АҠШ-та филология белемен ала, унда Колумбия университетының аспирантураһында Америка әҙәбиәтен өйрәнә; Латин Америкаһы һәм Европа илдәре буйлап күп сәйәхәт ҡыла.

1949 йылда тыуған иленә әйләнеп ҡайтып, сәйәси эшмәкәрлеккә йәлеп ителә, Сомоса диктатураһына ҡаршы йәшерен көрәштә ҡатнаша. Бер ҡасан да ҡорал ҡулланырға тура килмәһә лә, ул быға әҙер икәнен раҫлай, сөнки көс ҡулланмау көс ҡулланыуға ҡарағанда, ә көс ҡулланыу ҡурҡаҡлыҡҡа һәм хыянатҡа ҡарағанда яҡшыраҡ тигән Махатма Ганди идеяһына таяна.

1954 йылда Сомоса диктатураһын хәрби ҡолатырға тырышыуҙа ҡатнаша. Ихтилал уңышһыҙ тамамлана, һәм Карденаль АҠШ-ҡа эмиграцияға китергә мәжбүр була, унда католик монах була. Ул Кентукки штатындағы монастырға китә, унда Мертон Томасты — шулай уҡ монах -шағирҙы осрата, уның шиғырҙарын Карденаль элек испан теленә тәржемә иткән була. Мертон коллегаһын үҙ халҡының сәйәси һәм социаль проблемаларынан баш тартмаҫҡа һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итергә саҡыра.

Карденаль Эрнесто Сан-Диего университетында, 2001 йыл.

1965 йылда иезуиттар ордены руханийы дәрәжәһен ала һәм 1965 йылдан алып 1977 йылға тиклем Никарагуа күле уртаһындағы утрауҙа үҙе ойошторған ҡасаба-коммуна менән етәкселек итә, унда ярлы крәҫтиәндәр (башлыса һинд сығышлы) уҡый-яҙа белеүгә өйрәнә, примитивизм стилендәге картиналар төшөрә, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнә һәм марксизмды өйрәнә.

Сомоса властары Карденалдең сандинист партизандары менән бәйләнеше хаҡында белеп ҡала, хөкүмәт ғәскәрҙәре (Милли гвардия) коммунаны емерә, китапхананы яндыра һәм утрауҙа төҙөлгән Халыҡ ижады музейын юҡҡа сығара[16] СФНО талабы буйынса Карденаль партизандарҙа йәшеренә; Сан-Карлостағы казармаға һөжүм итергә ҡаршы ҡотортоуҙа ғәйепләнә, сомосалылар тарафынан ситтән тороп 18 йыл төрмәгә ябыуға хөкөм ителә

Эрнесто Карденаль Коста-Рикаға эмиграцияға китә һәм Сандино армияһы уны халыҡ-ара эмиссар сифатында Никарагуа менән халыҡ-ара теләктәшлек селтәрен үҫтереү буйынса вәкил итеп ебәрә; Карденаль талабы буйынса Сандино көрәшселәре файҙаһына иғәнә итеүселәр араһында Габриэль Гарсия Маркес була.

1979 йылда Сандино революцияһының еңеүе һөҙөмтәһендә Сандино хөкүмәтендә 1987 йылға тиклем (Министрлыҡ финанс проблемалары менән тарҡалғанға тиклем) Мәҙәниәт министры була. Уның ҡустыһы Фернандо шул уҡ хөкүмәттә мәғариф министры итеп тәғәйенләнә.

Эрнесто Карденаль «үсһеҙ революция өсөн» сығыш яһай, әммә уның дини ҡараштары 1983 йылда Иоанн Павел II тарафынан Никарагуаға сәфәре ваҡытында асыҡ тәнҡиткә дусар була. Иезуиттар орденынан сығарыла һәм 1984 йылдың 4 февралендә Изге Апостолдар ҡағиҙәһенә ярашлы рухани дәрәжәһе дәүләт вазифаларын биләү менән тап килмәү сәбәпле Рим курияһы ҡарары менән сиркәүҙән айырыла[15] Ысынында Эрнесто Карденаль, уның ҡустыһы Фернандо һәм Мигель д’Эското Боркманға ҡарата был ҡарар азатлыҡ теологияһына ҡаршы йүнәлтелә. Уның дәрәжәһенән сығарылыуы тураһында ҡарарҙы Рим папаһы Франциск 2014 йылдың 4 авгусында юҡҡа сығара.

1994 йылда СФНО-нан Фронт менән килешмәүсәнлек арҡаһында китә, һуңынан Сандино яңырыуы хәрәкәтенә ҡушыла. Сиркәү менән берләшә һәм, траппистар орденына ҡушылып, пастырь хеҙмәтен яңынан башлай. Ул үҙен коммунист һәм христиан тип иҫәпләй, тәүге христиандар коммунистар булған тип әйтә. Әлеге СФНО етәкселеген һул радикаль позицияларҙан сығып авторитаризм, шәхес культы, революцияға хыянат һәм капитализм менән ярашыуы өсөн тәнҡитләй. Президент Даниэль Ортеганы яуыз, ә Никарагуа власын ғаилә диктатураһы тип атай.[14][17]

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карденаль Эрнесто Манагуала, 2001 йыл.

1950 йылда Латин Америкаһы илдәренә уларҙы буйһондороу маҡсатында интервенция индергән Төньяҡ Америка авантюрисы Уильям Уокер тураһында «Уокер в Никарагуа» поэмаһын яҙа. Карденаль Эрнестоға әҙәби билдәлелекте «Час „0“» (1960), «Эпиграммы» (1961), «Псалмы» (1969), «Хвала американским индейцам» (1969), «Молитва за Мерилин Монро и другие стихи» (1965), «Жизнь в любви» (1970) шиғри йыйынтыҡтары, шулай уҡ сәйәси публицистика: «На Кубе» (1972), «Евангелие на Солентинаме» (1975) һәм башҡа әҫәрҙәре килтерә. Хәйер, уның лирикаһы ла граждандар һәм сәйәси мотивтарға йүнәлтелгән: уның билдәле бер поэмаһы «Час „0“», Никарагуаның милли геройы Сесар Аугусто Сандиноға арналған, ә «Эпиграммалары» Сомоса режимын мыҫҡыл итә.

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец китап һатыусыларының Тыныслыҡ премияһы лауреаты (1981). Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына номинациялана (2005), шулай уҡ Рубен Дарио ордены менән бүләкләнә.[18] . 2012 йылда королева София исемендәге шиғриәттең Ибероамерика премияһын ала. Шул уҡ йылда ул Уэльва университетының Honoris causa дәрәжәһенә лайыҡ була[19]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #110900632 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #118519042 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Ernesto Cardenal // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Ernesto Cardenal // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  6. https://circulodepoesia.com/2013/02/2-poemas-de-francisco-de-asis-fernandez-2/
  7. https://ondalocal.com.ni/noticias/841-muere-poeta-ernesto-cardenal/
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 https://elpais.com/cultura/2020/03/01/actualidad/1583097905_798631.html
  9. Ernesto Cardenal // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  10. Ernesto Cardenal // Muere el poeta Ernesto Cardenal (исп.) — 1903. — ISSN 1136-0143
  11. Ernesto Cardenal // Fallece el poeta nicaragüense Ernesto Cardenal, figura clave de la teología de la liberación (исп.)Madrid: Grupo Prisa, 1976. — 164847 экз. — ISSN 1576-3757; 1134-6582
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  13. https://letralia.com/noticias/2020/07/09/murio-armando-rojas-guardia/
  14. 14,0 14,1 Эрнесто Карденаль Мартинес. О Царствии Небесном и Латинской Америке. http://9e-maya.com/index.php?page=2061 2014 йыл 10 март архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated2» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  15. 15,0 15,1 Станислав Минин. Священники-марксисты и новый Томас Мор. Независимая газета. 06.12.2006 http://www.ng.ru/ng_religii/2006-12-06/4_nikaragua.html
  16. Эрнесто Карденаль http://poeti.biz 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  17. В Никарагуа разгорается конфликт между президентом Даниэлем Ортегой и известным поэтом, священником Эрнесто Карденалем
  18. Карденаль, Эрнесто. poeti.biz. Дата обращения: 16 ноябрь 2012. Архивировано 21 ноябрь 2012 года. 2016 йыл 7 март архивланған.
  19. Investidura como Doctores Honoris Causa de Pelechano, Cardenal y Sternberg. uhu. Дата обращения: 16 ноябрь 2012. Архивировано 21 ноябрь 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]