Карелия Республикаһының Милли театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Государственный Национальный театр Республики Карелия
276x400px Petrozavodsk 06-2017 img19 Karelian National Theatre.jpg
Элекке исеме

Финский драматический театр

Эшләй башлаған

1932

Наградалары

Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1982)

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Петрозаводск, проспект Карла Маркса 19

Етәкселәре
Директоры

Шумская Ирина Павловна

Баш режиссёр

Дежонов Андрей Анатольевич

Ссылки

Официальный сайт

Commons-logo.svg Государственный Национальный театр Республики Карелия Викимилектә

Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 101410181250005 (ЕГРОКН)
объект № 1000018000 (БД Викигида)
Милли театр бинаһының С. М. Киров майҙанынан ҡарағандағы күренеше
Милли театр бинаһы. Яңы йыл байрамы ваҡытында

Карелияның Милли театры (фин. Karjalan Kansallinen teatteri) — Петрозаводск ҡалаһындағы дәүләт драма театры. Был донъяла фин, карел, вепс телдәрендә һәм урыҫ телендә (спектаклдәр рус теленә синхрон тәржемә итә) спектаклдәр күрһәтелгән берҙән-бер профессиональ театр .

Спектаклдәр ике сәхнәлә алып барыла: ҙур сәхнәлә (300 урынлыҡ) һәм бәләкәй сәхнәлә (50 урынлыҡ).

Театр исеме тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карел милли драма театры (1932)
  • Фин дәүләт драма театры (1932-1950)
  • Дәүләт Карел-Фин драма театры (1950-1956)
  • Фин дәүләт драма театры (1956-1991)
  • Карелия Республикаһы Дәүләт Милли театры (1991 йылдың декабренән алып)

Театр бинаһы тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бинаға 1911 йылдың 2 авгусында нигеҙ һалына һәм ҡала хәйриә йәмғиәте театры өсөн тәғәйенләнгән була. Ҡала инженеры Вячеслав Лядинский проекты буйынса бина төҙөлә һәм 1913 йылда төҙөлөш тамамлана.[1].

Бинаның берзалында «Триумф» кинотеатры урынлаша, ә икенсе залында губерна чиновниктарының йәмәғәт йыйылыштары үткәрелгән.

1918 йылда бинала Ҡыҙыл гвардияның губерна штабы урынлаша[2], 1920 йылда бинала Карел Хеҙмәт Коммунаһын ойоштороусы съезд үтә.

1929 йылда бинала Рус драма театры урынлаша. 1955 йылда Рус театры Киров майҙанындағы яңы бинаға күсә. Бинала «Триумф» кинотеатры тороп ҡалған.

1965 йылда бина реконструкциялана (архитекторы С. Г. Бродский). Элекке бина төҙөкләндереү саралары һөҙөмтәһендә үҙенең элекке ҡиәфәтен-күренешен юғалта. Реконструкциянан һуң, был бинаға фин драма театры күсә, (элек был театр Гоголь урамындағы «Крәҫтиән йорто» бинаһын биләгән булған).

2003 йылдың 24 июнендә реконструкциянан һуң биналаКарелия Милли театры асыла. ТеатрПетрозаводск ҡалаһының үҙәгендә, Киров майҙанында, урынлашҡан. Ошо уҡ бинала Карелия Республикаһының ҡурсаҡ театры һәм Карелия Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы ла урынлашҡан

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылда Халыҡ драма театры (1918 йылда булдырылған) эргәһендә милли труппа ойошторола, һәм ул театрға башланғыс һала. Труппаны революционер-эмигран финдар ойоштора. Виктор Бодин труппаның етәксеһе була — ул шулай уҡ элекке Финляндия һәүәҫкәр театр актеры һәм режиссеры.

Карел милли драма театры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1932 йылдың 15 октябрендә Карел Автономиялы ССР-ының милли театрын рәсми асыу тантанаһүтә. Беренсе театр миҙгеле Борис Лавреневтың «Разлом» спектакленең премьераһы менән асыла. Театрҙың художество етәксеһе Рагнар Нюстрем спектаклде сәхнәгә сығара. Спектаклде ҡарағанда пьеса авторы Борис Лавренев һәм курс оҫтаһы К. К. Тверской ҙа була.[3]

Труппа һәм етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдан алып театрҙың директоры Рәсәйҙең Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шумской Ирина Павловна була.

Баш режиссеры — Андрей Дежонов.

Театр труппаһы:

  • Рәсәй халыҡ артисы Петр Микшиев
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Карелияның халыҡ артисы Виено Кеттунен (Микшиева)
  • Карелияның атҡаҙанған артисы Александр Куйкка
  • Карелияның атҡаҙанған артисы .Сергей Лавренов
  • Карелияның атҡаҙанған артисы Вячеслав Поляков
  • Карелияның атҡаҙанған артисы Ольга Портретова
  • Карелияның атҡаҙанған артисы Алексей Белов
  • Карелияның атҡаҙанған артисы Тамара Воронова
  • Карелияның атҡаҙанған артисы Владимир Сотников

Наталья Алатало, Александра Анискина, Никита Анисимов, Элина Веселова, Тамара Воронова, Андрей Горшков, Людмила Исакова, Анни Кондракова, Юлия Куйкка, Олеся Леонтьева, Ольга Малинина, Владимир Матвеев, Анастасия Айтман, Володина Ирина, Дмитрий Иванов, Мария Востокова, Калинина Алена, Шум Настасья, Германов Глеб, Андрей Шошкин, Ксения Ширякина, Гладкобородова Лада.

Репертуарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ә таңдар бында тыныс...» (Борис Васильев повесы буйынса)
  • «Наҙлы йөрәк бәләһе » (Владимир Соллогуб)
  • «Валентин көн» (Иван Вырыпаев)
  • «Баш түбән» (Ксения Драгунский)
  • «Венециан игеҙәктәре» (Карло Гольдони)
  • «Тылсымлы ҡылҡәләм» (Голубчин Семен)
  • «Тылсымлы таяҡ» (Дмитрий Голубецкий)
  • «Ун икенсе төн, йәки теләһә нимә» (Уильям Шекспир)
  • «Изге эш» (ФлоридБүләков)
  • «Йорт / Koti» (Сеппо Кантерво)
  • «Небыван юлдары» (Ирина Комиссарова)
  • «Карел ере / Omalla mualla» (Анттит Тимонен)
  • «Карамболь төндән һуң. Михаил Булгаков Фантазиялары» (Григорий Фукс)
  • «Хистәр булғанда... / tunteet on Kun» (Алексис Киви, Мария Йотуни)
  • «Тролль тажы» (Ольга Портретова)
  • «Лемби / Lembi» (Сеппо Кантерво)
  • «Таш китап биттәре / Kivikirja» (Кантерво Сеппо, А. Линевский повесы мотивы буйынса )
  • «Зәңгәр күктең йыры / laulu Sinitaivaan» (Сеппо Кантерво)
  • «Пэн Питер» (Дж. Барри китабы буйынса)
  • «Шыршы урманы мажаралары» (Турбъерн Эгнер)
  • «Поп һәм уның хеҙмәткәре Балда тураһында әкиәт» (А. С. Пушкин)
  • «Ул-Айыу / Poigu-kondii» (карел әкиәте буйынса)
  • «Хаос / Kaaos» (Миллюахо Мика)
  • «Ходари» (Василий Фирсовтың өлкәндәр өсөн әкиәт мотивтары буйынса)
  • «Тормош мәҙәктәре» (Ляпин Виктор)
  • «Шампан!... Шампан! / Samppanjaa! Heti!» (А. П. Чехтар)
  • «Dance имтиханы. Мөхәббәт тураһында 25 һүҙ»

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Лядинский Вячеслав Николаевич. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 июнь 2010. 28 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  2. Иван Михайлович Мулло, Памятники и памятные места Карелии. 1965
  3. http://www.gov.karelia.ru/Different/Dates/1999/04.html Д. К. Карпова.(к 85-летию со дня рождения)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колосенок С. В. Государственный Карело-Финский драматический театр. — Таллин, Эстгосиздат, 1956. — 112 с. с илл.
  • Стюф В. И. Государственный финский драматический театр Карельской АССР. — Петрозаводск, Госиздат, 1959. — 54 с. с илл.
  • Войцеховская А. В. Театры Карелии: указатель литературы (1945—1960). — Петрозаводск, 1962 (полный текст)
  • Никитин П. Е. Театр края Калевалы. — Петрозаводск: «Карелия», 1985. — 157 с.: ил.
  • Национальный театр Карелии: 70 лет, 1932—2002. — Петрозаводск, 2002. — 22 с.: ил.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Портал Карелия