Эстәлеккә күсергә

Карина Погосян

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карина Погосян
Ил

 Әрмәнстан
 Америка Ҡушма Штаттары

 Карина Погосян Викимилектә

Карине Погосян — әрмән сығышлы америка пианисткаһы.

Ул 1980 йылда Ереванда тыуған. Рәссам Разик Гуторович Погосян ҡыҙы һәм композитор Гука Гуторович Погосян туғаны.

1-се сәнғәт училищеһын, Роман Меликян исемендәге музыка колледжын тамамлап, Ереван Комитас дәүләт консерваторияһына уҡырға инә.

1998 йылда ул атай-әсәй менән Америка Ҡушма Штаттарына күсенә. Диаспора ағзалары уға урынашырға булышалар һәм Карина Нориджда Калифорния дәүләт университетының музыка факультетына уҡырға инә.

Бакалавр (summacum cum laude) дәрәжәһен алғандан һуң, 2003 йылда Нью-Йоркка күсә һәм уҡыуын Манхэттен музыка мәктәбендә дауам итә. Ике йыл рекордлы уҡыуҙан һуң, Арам Хачатуряндың фортепиано әҫәрҙәре буйынса магистр һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Мәктәптә уҡытыусы булып ҡала. Уҡыусылары араһында Чарли Пут (әҙерлек бүлеге) бар.

2004 йылда, 23 йәшендә, Карнеги-Холлда яңғыҙ дебют яһай. Ул күп һанлы музыкаль конкурстарҙа беренсе урын яулаған. Уның сығыштарының бер нисә компьютер дискыһы донъя күрҙе.

Карина Америка һәм әрмән композиторҙары, шулай уҡ Петр Чайковский һәм Сергей Рахманинов әҫәрҙәрен башҡара.