Кари (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кари (озеро) битенән йүнәлтелде)
Озеро
Кари
әрм. Քարի լիճ
Кари күле
Кари күле
Урынлашыуы
40°28′24″ с. ш. 44°10′51″ в. д.HGЯO
Ил
[[ Әрмәнстәан|Регион административ бүленеше]]Арагацотн өлкәһе
Армения
Точка
Кари
 Кари Викимилектә


Кари (әрм. Քարի լիճ, Кари-лич) — . Әрмәнстандың Арагац тауының битләүендә урынлашҡан тау күле. Күлдең күп өлөшө ҡышын ҡар һәм боҙ менән ҡаплана. Диңгеҙ кимәленән 3207. метр өҫтәрәк, тауҙарҙың иң бейек нөктәһе аҫтындағы яҫылыҡта урынлашҡан. Яр һыҙығының оҙонлоғо 1150 метр тәшкил итә, күл өҫтө майҙаны — 30,0 гектар, күләме — 357 мең м³, иң тәрән урыны — 8 метр[1][2]. Күл боҙлоҡ сығышлы. Иң Бюракандан күлгә илткән юл асфальтлы. Күлдең көнсығыш ярында метеорология станцияһы урынлашҡан.

Күл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнстан тау түбәләренең  дүртенсел боҙлоғо ҡар ҡап менән ҡапланған, улар яҡынса 9 мең йылдар элек ирей башлаған. Әрмән таулыҡтарының хәҙерге заман рельефының формалашыу стадияһы һуңғы боҙлоҡ менән сигенеү менән башлана.  Ул трогтар(сигенеүсе боҙлоҡ тарафынан тәрәнәйтелгән һәм турайтылған тау үҙәндәре) һәм карҙар (түбәләрҙең текә битләүҙәрендәге һауытҡа оҡшаш соҡорҙар) рәүешендә барлыҡҡа килеүе. Бындай соҡорҙарҙың бер өлөшө һуңынан Әрмән таулыҡтары боҙлоҡ күлдәренең акваторияһысиктәрен  билдәләй. Һалҡын климат шарттарында бейек тауҙарҙың ҡар һыуҙары быуға әйләнмәй, ә боҙлоҡ сигенгәндә барлыҡҡа килгән һыу ятҡылыҡтарына йыйыла. Кари күле Зангезур, Гегам, Варденис һәм башҡа һырттарҙа бар.

Арагац вулканы — хәҙерге Әрмәнстандың төп һыу йыйылыр урыны. Уның битләүендә бер нисә ҙур күл бар. Шуларҙың иң билдәлеһе һәм,  иң йәмлеләренең береһе — Кари (әрм. каменное). Бер урынға өйөлгән  морен тәбиғи быуа хеҙмәтен үтәй — улар боҙ массаларының хәрәкәте арҡаһында  айырып алынмаған материалдар  (балсыҡтан алып  таштарға тиклем) ултырмаларынан  хасил булған.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡмай ятҡан һыу ятҡылыҡтары үҙенең атамаһының килеп сығышы менән фольклорға бурыслы:: боронғо ырым буйынса, нәҡ курум тип аталған  "таш йылғалар", , күлде тулыландыра..

</gallery>

Шулай уҡ ҡарарға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Арагац
  • Әрмәнстан гидрография

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • "Әрмәнстандың 100 сере"

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]