Карл Людвиг, Австрия эрцгерцогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карл Людвиг Иосиф Мария Австрийский
Karl Ludwig Joseph Maria von Österreich
Карл Людвиг Иосиф Мария Австрийский
Австрия эрцгерцогы
30 январь, 1889 — 19 май, 1896
Алдан килеүсе: Рудольф (1859—1889)
Дауамсы: Франц Фердинанд (1896—1914)
 
Дине: католик
Тыуған: 30 июль 1833({{padleft:1833|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Вена, Австро-Венгрия
Үлгән: 19 май 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (62 йәш)
Вена, Австро-Венгрия
Ерләнгән: Император төрбәһе
Династия: Габсбургтар
Исеме: Карл Людвиг
Атаһы: Франц Карл, Австрия эрцгерцогы
Әсәһе: София Баварская
Ҡатыны: 1. Маргарита
2. Мария Аннунциата
Мария Тереза
Балалары: 2 никахтан:Франц Фердинанд
Отто Франц
Фердинанд Карл
Маргарита София
3 никахтан:Мария Аннунциата
Елизавета Амалия
 
Наградалары:
Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены

Карл Людвиг Иосиф Мария Австрийский (нем. Ludwig Karl Joseph Maria von Österreich; 30 июль 1833 йыл, Вена — 19 май 1896 йыл, Вена) — Габсбургтар династияһы Австрия эрцгерцогы, үлтерелеүе Беренсе донъя һуғышы башланыуына сәбәп булған Франц Фердинандтың атаһы [1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Людвиг Шёнбрунн һарайында Венала тыуа. Эрцгерцог Франц Карл һәм София Баварскаяның улы. Уның ағалары араһында — Австрия императоры Франц Иосиф һәм Мексика императоры Максимилиан I.

Ағаһының улы кронпринц Рудольф үлгәндән һуң, ул Австро — Венгрия тәхете вариҫы була, әммә бер нисә көн үтеүгә ошо хоҡуғын үҙенең улы Франц Фердинандҡа бирә[2]. Ләкин вариҫтың тәхеттәи ситтән тороп баш тартыуы Австрия закондарына ярашлы хоҡуҡи көскә эйә булмай, тәхеттән баш тартырға ғәмәлдәге император (мәҫәлән, Фердинанд I кеүек) йәки тәхетте тапшырған саҡта беренсе сиратта торған вариҫ (уның атаһы Франц Карл кеүек) булырға тейеш булған. Шулай итеп, 1889 йылдан алып 1896 йылға тиклем ул Австрия тәхете вариҫы булып һанала.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Людвиг өс тапҡыр өйләнгән була. 1856 йылда ул Саксония короле Иоганндың ҡыҙы Маргарита Саксонскаяны (18401858) ҡатынлыҡҡа ала. Ул ике йылдан вафат була, балалары булмай.

Икенсе тапҡыр ул 1862 йылда Ике Сицилия короле Фердинанд II ҡыҙы Мария Аннунциатаға (18431871) өйләнә. Балалары:

Уның өсөнсө ҡатыны 1873 йылда ҡатынлыҡҡа алған Португалия короле Мигелдең ҡыҙы Мария Тереза Браганса (18551944) була. Ул уға ике ҡыҙ бала тыуҙыра:

  • Мария Аннунциата (18761961), Градчаналарҙа аббатисса.
  • Елизавета Амалия (18781960), кенәз Франц Иосиф Лихтенштейнскийҙың әсәһе.

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр һәм Палестинаға сәйәхәт ҡылған саҡта Карл Людвиг Иордан йылғаһынан һыу эсә һәм ауырып китә. 1896 йылдың 19 майында ҡорһаҡ тифынан үлә.

Ата — бабалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Franz Ferdinand, Archduke of Austria.» Encyclopedia of World Biography. Vol. 29. Detroit: Gale, 2009. Gale Biography In Context. Web. 18 May 2012.
  2. The Crown Prince’s Successor, New York Times (2 февраль 1889).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Constantin von Wurzbach. Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich. — W.: L. C. Zamarski, 1860. — Т. 6. — С. 395–397.
  • Oscar Criste. Allgemeine Deutsche Biographie. — Ҡалып:Lpz.: Duncker & Humblot, 1906. — Т. 51. — С. 53–56.